ҺЫҘҒАҠ
Һыҙат булып торған, һыҙаты бар; буйлы.
□ Полосатый, һыҙатлы һыртлы әлгәнйәк.
■ Суғым ҡойроғо ергә тейеп торған, һырты буйынан-буйына ҡара һыҙатлы айғыр булған. Әкиәттән. Иҙәндә буй һыҙатлы келәм йәйелеп ята. Р. Байбулатов.
ҺЫҘҒАҠ (Р.: пронзительный; И.: blistering; T.: keskin) с.
Һыҙып һыуыҡ булып иҫкән; ыҙғар, һыҙғырт. □ Пронзительный, пронизывающий. Һыҙғаҡ ел. һыҙғаҡ һыуыҡ, һыҙғаҡ буран.
ҺЫҘҒАНЫУ (һыҙған-) (Р: засучивать; И.: tuck up; T.: sıvamak) ҡ.
Итәк-ең, балаҡ, сабыуҙы йыйып күтәреү; төрөү. □ Засучивать. Салбар балағын һыҙғаныу.
■ Балаҡтарҙы һыҙғандыҡ, тубәтәйҙәрҙе ҡулға алдыҡ. С. Агиш. Тимербай, еңдәрен һыҙғанып, снаряд таҙартыусы лейтенант алдына баҫты. Ғ. Аллаяров.
ҺЫҘҒЫ I (Р.: разметка; И.: formatting; T.: bir ölçme aleti) и.
1. Ике бүрәнә йәки ике таҡта араһын тигеҙ ырыу өсөн үлсәү булып хеҙмәт иткән ҡорамал. □ Разметка (для разметки брёвен сруба). D Атаһының алмас һыҙғыһының да кәрәге тейҙе [Ғәлимйәнгә]. Ә. Ғибәҙәтов.
2. Ағасты семәрләй, ыра торған ҡорал.
□ Резец (орудие, посредством которого делают узоры на деревянных вещах). Һыҙғы менән ырыу. Һыҙғы менән семәрләу.
3. диал. Бура бурағанда бүрәнәне ырып сабырҙан алда һыҙып сыға торған саталы тимер. □ Пазник. М Урыҫ уларҙы [Алдар менән Дәуләтбайҙы] һыҙғы менән нисегерәк һыҙырға, һыҙылған эҙ буйлап бурәнә аҫтынан ҡайһылайыраҡ итеп уя алырға, мөйөш бурарға өйрәтә. Н. Мусин.
ҺЫҘҒЫ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир. Һыҙғылар йыйыны.
ҺЫҘҒЫЛАНЫУ (һыҙғылан-) (Р: ис-чиркаться; И.: cover with crossings-out; T.: çizgilenmek) ҡ.
Төрлө урындан һыҙылып бөтөү. □ Ис-чиркаться. ■ Беренсе главаның һәр бер юлы ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙғыланып бөткәйне. X. Ғиләжев. Тимер Булатович алдында ятҡан
ҡыҙыл менән һыҙғыланып бөткән район газетаһына төртөп курһәтте. Ф. Әсәнов.
ҺЫҘҒЫЛАУ (һыҙғыла-) (Р: исчиркать; И.: cover with crossings-out; T: çizgilemek) ҡ.
Төрлө урындан һыҙыу. □ Исчиркать. М Музыка, рәсем дәрестәрен куптәр, шул иҫәптән Емеш тә, теләп көтөп ала, сөнки тәугеһендә йырлап кинәнәһең, икенсеһендә, һурәт төшөрә белмәһәң дә, ҡағыҙ һыҙғылап ултырыуҙан тәм табаһың. 3. Биишева. Миңнеғәли ҡарт ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы, капитан планшетын асып ниҙер һыҙғыланы. X. Ғиләжев.
ҺЫҘҒЫРАҠАЙ и. диал. ҡар. һыҙғыртҡыс. Кеҫәмдән һыҙғыраҡайымды алдым. Һыҙғыраҡай менән һыҙғырып ебәреу. һыҙ-ғыраҡай яһау.
ҺЫҘҒЫРАҠ СӨРӘГӘЙ (Р.: чирок-свистунок; И.: common teal; T: çamurcun) и. зоол.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған күсмә һыу ҡошо. □ Чирок-свистунок (лат. Anas сгесса). Һыҙғыраҡ сөрәгәйҙәр кулгә төштө. Һыҙғыраҡ сөрәгәйҙәр йылы яҡҡа осто. Һыҙғыраҡ сөрәгәй бәпкәһе.
ҺЫҘҒЫРАҠ ЯБАЛАҠ (ябалағы) (Р.: обыкновенная сплюшка; И.: Eurasian scops owl; T: cüce baykuş) и. зоол.
Өкөләр ғаиләһенә ҡараған сыйырсыҡ ҙурлыҡ күсмә ҡош. □ Обыкновенная сплюшка (лат. Otus scops), һыҙғыраҡ ябалаҡтар йылы яҡҡа осҡан, һыҙғыраҡ ябалаҡ балаһы, һыҙғыраҡ ябалаҡ ояһы.
ҺЫҘҒЫРСЫҠ (һыҙғырсығы) и. диал. ҡар. һыҙлыҡ. Бутҡаға һыҙғырсыҡ һалып бе-шереу. Һыҙғырсыҡлы бутҡа, һыҙғырсыҡ ашау.
ҺЫҘҒЫРТ с. ҡар. һыҙғаҡ. Һ Урман эсенә килеп ингәс тә өҙөлмәне яландағы һыҙғырт ел. Асыҡ ерҙәге ише утәнән-утә һуҡмаһа ла, ең остарынан, салғый аҫтарынан.. өрә бирҙе. Т. Килмөхәмәтов.
ҺЫҘҒЫРТҠЫС (Р: свисток; И.: whistle; T: düdük) и.
Өрөп һыҙғырта торған нәмә. □ Свисток, свистулька. Балалар һыҙғыртҡысы. Уйынсыҡ һыҙғыртҡыс. Һыҙғыртҡыс һыҙғыртыу. ■ Марат һыҙғыртҡысын һыҙғыртып ебәрә, уҙе ҡулы менән беҙҙе урамға саҡыра. М. Кәрим. Ҡала яғынан бер-бер артлы өс тапҡыр кемдеңдер һыҙғыртҡыс соролдатҡаны ишетелгәс, Билал уҙ отрядына ҡайтырға булды. А. Таһиров.
644