Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 645


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҘҒЫРЫШЫУ
ҺЫҘҒЫРТМАҠ (һыҙғыртмағы) и. диал. ҡар. һыҙғыртҡыс. ■ Аҡрыныраҡ барып, тауыш-тынға ҡолаҡ һалһа, һыҙғыртмаҡ яңғырағанын ишетер ине, ләкин уның ҡайғыһы юҡ ине Мөршитскийҙа. Ғ. Хисамов.
ҺЫҘҒЫРТМАҠАС и. диал. ҡар. һыҙғыртҡыс. Малайҙар һыҙғыртмаҡас яһап алдылар. Һыҙғыртмаҡастан һыҙғырып ебәреу.
ҺЫҘҒЫРТЫУ I (һыҙғырт-) (Р.: свистеть во что; И.: whistle; T.: ıslık çalmak, üflemek) ҡ.
һыҙғырған тауыш сығартыу. □ Свистеть во что. Һыҙғыртҡысты һыҙғыртыу. Һыҙғыртып ҡарау. ■ Манёвр паровозы, ҡолаҡтарҙы ярып, бер туҡтауһыҙ һыҙғырта ине. Ә. Байрамов. Өйгә ҡайтҡас, Ҡыҙырас лапаҫ башына менеп ҡурай һыҙғыртырға тотондо. 3. Биишева.
ҺЫҘҒЫРТЫУ II (һыҙғырт ) (Р.: топить (соло); И.: render; T.: eritmek) ҡ.
1. Малдың эске (эсәк һ. б.) майҙарын ҡыҙҙырып иретеп туң май яһау. □ Топить (сало). Май һыҙғыртыу. ■ Менәуәрәнең ҡайтыуын өләсәһе ыумас ыуып, туң май һыҙғыртып һалып бешергән өйрәһен, самауырын һыуытмай дурт куҙ менән көтөп ултырған. Н. Мусин.
2. кусм. Ас тотоу, аслыҡтан интектереү. □ Морить голодом. Малды һыҙғыртыу. Быҙауҙарҙы һыҙғыртыу. Этен һыҙғыртып тота.
ҺЫҘҒЫРЫҠ I (һыҙғырығы) (Р: свист; И.: whistling; T: ıslık) и.
1. Һыҙғырғанда сыҡҡан тауыш. □ Свист. Һыҙғырыҡ тауышы, һыҙғырығы көслө сыҡты. Әсе һыҙғырыҡ менән һыҙғырып ебәрҙе.
2. и. диал. ҡар. һыҙғыртҡыс. Уйынсыҡ һыҙ -ғырыҡ. һыҙғырыҡ һыҙғыртыу. Һыҙғырыҡ әсе һыҙғыра. Һыҙғырыҡ тауышы.
ҺЫҘҒЫРЫҠ II (Р: пронзительный; И.: blistering; T: keskin) с.
һыҙып һыуыҡ булып иҫкән; һыҙғаҡ. □ Пронзительный, пронизывающий, һыҙғырыҡ ел. Һыҙғырыҡ һыуыҡ. М Бар тәнемде ҡапшай һыҙғырыҡ ел, һыуыҡ өтә ҡолаҡ, ҡулдарҙы. С. Ғәбиҙуллин. Ҡибланан өргән һыҙғырыҡ ел бешерә микән бохар алмаһын. Халыҡ йырынан.
ҺЫҘҒЫРЫНЫУ (һыҙғырын ) (Р: посвистывать; И.: whiffle; T.: ıslık çalmak) ҡ.
Үҙ алдыңа һыҙғырыу. □ Посвистывать. һыҙғырынып йөрөй. U Таңғы буран ғына һаман
тынмай, өй әйләнеп һыҙғырынып йөрөнө.
3. Биишева. Ҡарабаш турғайҙар матур һыҙғырынып ботаҡтан ботаҡҡа һикерә. Р. Ғабдрахманов. Ә Ғибаҙулла, уҙ алдына һыҙғырынып, шлангыларын бер һыйырҙан икенсеһенең елененә кусереп, мыштым ғына йөрөй бирә. Д. Исламов.
ҺЫҘҒЫРЫУ I (һыҙғыр-) (Р: свистеть;
И.: whistle; T.: ıslık çalmak) ҡ.
1. Теш, ирен араһынан өрөп тауыш сығарыу. □ Свистеть. // Свист. Әсе итеп һыҙғырыу. М Фатима эргәһенә инергә тип баҫҡысҡа баҫыуым булды, кемдер әсе итеп һыҙғырып та ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев. Бер аҙ һуҙһеҙ барғас, Фәтихов һыҙғыра башланы. И. Абдуллин. Шарлы урманҡайҙарҙың, ай, бейеге, һыҙғырһам да, сыҡмай кейеге. Халыҡ йырынан.
2. Теш, ирен араһынан өрөп көй сығарыу. □ Высвистывать мелодию. ■ Ринат таныш көйҙәрҙе эстән генә һыҙғырып, диаграммаларҙы, һурәттәрҙе ҡарап йөрөй ине, көтмәгәндә ишек янында Әлмираны куреп ҡалды. Р. Байбулатов.
3. Әсе тауыш сығарыу (ел, буранға ҡарата). □ Выть, завывать. Буран һыҙғыра. ■ Әсе ел һыҙғыра, һибәләп кенә яуған ынйы кеуек ямғырҙар ел менән төрлө яҡҡа сайҡала-сайҡала ла уралып килеп ергә төшә. С. Агиш. Тирә-яҡта өҙлөкһөҙ зыйылдап ел һыҙғыра, буреләр олой, айыуҙар укерә, йөҙйәшәр шыршылар шатырлап һына. 3. Биишева.
4. Ҙур тиҙлектә зыйлап хәрәкәт итеү. □ Лететь со свистом. Пуля һыҙғырыуы. ■ Уҡтар һыҙғырыуынан кук кукрәп торған. Ә. Вәли. Бер мәлгә генә егеттәр ҡолаҡ төбөндәге пулялар һыҙғырыуын да, яҡында ғына ут бағаналары кутәрелеуен дә, туп урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа яҡынлашып уҡ килгән дошман танкыларын да онотоп, хәрәкәтһеҙ тынып ҡалдылар, был тиңһеҙ алыштың ахырын шомланып көттөләр. Р. Байымов. Снарядтар баш өҫтөнән шомло һыҙғырып, выжылдап утәләр. Ә. Бикчәнтәев.
ҺЫҘҒЫРЫУ II (һыҙғыр-) ҡ. диал. ҡар. һыҙғыртыу II, 1. Май һыҙғырыу. Туң май һыҙғырыу.
ҺЫҘҒЫРЫШЫУ (һыҙғырыш-) ҡ. урт. ҡар. һыҙғырыу I, 1, 2, 4. взаимн. от һыҙғырыу I, 1, 2, 4. М Тегендә-бында урә ҡатып
645