Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 646


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҘҒЫС
һыҙғырышҡан йомрандар йәһәт кенә тубән сукте һәм ҡылған араһынан һалынған таҡыр һуҡмаҡтарынан уҙҙәренең өңдәренә табан ыңғайланы. Р. Ғабдрахманов. Пулялар ҡолаҡ төбөндә һыҙғырышты, ялан буйлап йугереуселәрҙе берәм-һәрәм супләне, ғумерен өҙҙө. Я. Хамматов.
ҺЫҘҒЫС (Р.: смычок; И.: archet; Т.: kemane) и.
1. Скрипкаға ышҡып уйнай торған ҡыллы йәйә. □ Смычок. Скрипка һыҙғысы. ■ Борғолатып һыҙғысын, һыҙып куңелде өҙҙөрөр. Ш. Бабич.
2. Ҡәләм менән турал ап һыҙыу өсөн ҡулланылған төҙ йоҡа таҡта; линейка. □ Линейка, һыҙғыс ҡуйып һыҙыу. Һыҙғысым һынып сыҡты, һыҙғысы бигерәк оҙон.
3. ҡар. һыҙғы 3. Һыҙғыс менән һыҙыу, һыҙғыс сатаһы. Һыҙғыс менән оҫта эшләу.
4. диал. Шырпының көкөртлө ҡыры. □ Грань спичечной коробки, на которую нанесён зажигательный состав. ■ Һыҙғысы булмаған шырпыла ут барын куреп булмай, саҡма ташты саҡмай тороп осҡон сәсрәмәй. Ш. Янбаев. Ул [сапёр] ҡыйғас уйылған бикфорд шнурының уҙәгендәге дарыға шырпы башын тура килтереп ҡуйҙы ла һыҙғысты уның өҫтөнән яй ғына шыуҙырып ебәрҙе. Ә. Байрамов.
ҺЫҘҒЫСЛЫ (Р: смычковый; И.: bowed; T.: yaylı) с.
Һыҙғыс менән уйнала торған. □ Смычковый. Һыҙғыслы музыка ҡоралдары. Һыҙғыслы скрипка.
ҺЫҘҒЫТЫУ (һыҙғыт ) ҡ. диал. ҡар. һыҙғыртыу II, 1. Май һыҙғытыу. Туң май һыҙғытыу.
ҺЫҘҘЫҠ (һыҙҙығы) и. диал. ҡар. һыҙлыҡ I. Бутҡаға һыҙҙыҡ һалып бешереу. Һыҙ-ҙыҡлы бутҡа, һыҙҙыҡ ашау.
ҺЫҘҘЫҠТАП ЭРЕТЕҮ (һыҙҙыҡтап эрет-) (Р: таять медленно; И.: thaw slowly; T.: yavaşça eritmek) ҡ. диал.
Яй иретеү. □ Таять медленно. Ҡарҙы һыҙҙыҡтап ҡына эретә. Быйылғы яҙҙа һыҙҙыҡтап ҡына эретә.
ҺЫҘҘЫРТЫУ (һыҙҙырт ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыҙҙырыу I, 1. понуд. от һыҙҙырыу 1,1. Ҡаш һыҙҙыртыу.
2. кусм. Көйҙө, йырҙы бик һәйбәт, оҫта
итеп башҡарыу. □ Мастерски исполнять (музыку, мелодию), һыҙҙыртып уйнау. ■ Буйсан ирҙәр уратаһындағы туңәрәктә биш-алты ҡурайсы рәткә баҫып, бейеу көйө һыҙҙырта. Р. Байымов.
3. кусм. Шәп итеп барыу, елдереү. □ Лететь, мчаться. ■ Азамат ҡапыл ҡалҡына биреп ҡуйҙы: Ҡыҙыл Яр юлы буйлап бер бәләкәй машина һыҙҙырта. Р. Солтангәрәев.
ҺЫҘҘЫРЫУ I (һыҙҙыр ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыҙыу I, 1-7. понуд. от һыҙыу I, 1-7. Һыҙыҡ һыҙҙырыу. ■ Мәҙинә йырларға яҙылһа, йырсылар берәм-берәм килеп исемлектән уҙҙәрен һыҙҙыра башлаясаҡ. Т. Ғарипова.
2. кусм. ҡар. һыҙҙыртыу 2. Гармунда һыҙҙырыу. Ҡурайҙа һыҙҙырыу. Ашҡаҙар көйөн һыҙҙырыу. ■ Илдар һыҙҙырып уйнаған «Бишбармаҡ» көйөнә Гөлнур ҡайһылай сәмләнеп, дәртләнеп тыпырланы. Р. Байбулатов. Тальян гармун һыҙҙырып уйнай башлауға, ҡыҙҙар йырлап ебәрҙе. Ә. Байрамов. Ҡурайсы элек бик моңло итеп «Зөлхизә»не уйнаны, унан «Буранбай»ҙы һыҙҙырып ебәрҙе. Ф. Әсәнов.
3. Шәп итеп йөрөү, елдереү. □ Мчаться. Мотоциклда һыҙҙырып утеу. Атта һыҙҙырыу. Машинала һыҙҙырыу.
ҺЫҘҘЫРЫУ II (һыҙҙыр-) ҡ. ҡар. һыҙғыртыу II, 1. Май һыҙҙырыу. Туң май һыҙҙырыу.
♦ Йөрәк майын һыҙҙырыу ныҡ әрнетеү, әсендереү. □ Горевать. ■ Йөрәк майын һыҙҙырған ғәрлек араны һыуындырҙы. Ш. Янбаев. Йөрәк майҙарын һыҙҙыра торған айырылышыу уҙе тиҙ килһә лә, осрашыу ғына тиҙ тугел икән. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫҘЛАНДЫРЫУ (һыҙландыр-) (Р: причинять боль; И.: hurt; T.: acıtmak) ҡ.
1. һыҙланырға сәбәп биреү. □ Причинять боль, вызывать боль. М Ниңә мине һыҙландырып утәһең яндан. К. Кинйәбулатова. Тән яраһынан да бигерәк, йән яраһы һыҙландыра. Яр. Вәлиев. Зөһрә менән бергә уткән ҙур һәм кескәй ҡыуаныслы, өмөтлө һәм шикле көндәр бер-бер артлы уның [Рәшиттең] хәтеренә килеп, йөрәген һыҙландырҙы. Д. Исламов.
646