Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 647


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҘЛЫҠЛАУ
2. эйһ. ф. һыҙлау, безл. от һыҙлау, һыҙландырып тора. Болотло көндәрҙә һыҙландыра.
ҺЫҘЛАНЫУ (һыҙлан-) (Р.: страдать от боли; И.: ache; feel ill; T.: sızlanmak) ҡ.
1. Тәндең һыҙлағанын кисереү. □ Страдать от боли. Һыҙланып ятыу. Төнө буйы һыҙланып сыҡтым. ■ Риф аяғына баҫа алмай, шулай ҙа иламай ғына һыҙлана ине. С. Агиш. Емештең әсәһенең ҡуп һыҙланыуҙан һарғайып кипкән йөҙө бөгөн, бөтөнләй ҡаны ҡасып, һөт кеуек ап-аҡ булған. 3. Биишева.
2. кусм. Уйлап, борсолоп әрнеү; әсенеү. □ Горевать, испытывать чувство горести; скорбеть. ■ Минут һайын куңелем халҡым менән, халҡым өсөн генә һыҙланам. Т. Йәнәби. Әмир алдында сер бирергә теләмәй, эстән һыҙланып килгән Маһира ахыр сиктә туҙмәне. X. Ғиләжев.
ҺЫҘЛАТЫУ (һыҙлат-) ҡ. йөкм. ҡар. һыҙлау, понуд. от һыҙлау. Теште һыҙлатыу. Кәнфит теште һыҙлата. ■ Айбулат тураһындағы хәбәр Гөлһөҙөмдөң йөрәген һыҙлатыуҙан туҡтаманы. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫҘЛАУ (һыҙла-) (Р.: ныть; И.: ache; Т: sızlamak) ҡ.
1. Тәнгә, үҙәккә үтеп, һыҙып ауыртыу.
□ Ныть, болеть; ломить. // Боль, ломота. Аяҡ һыҙлай. Быуын һыҙлай. Теш һыҙлай. Һулҡылдап һыҙлау. Я Фәтихов, иҙелгән тәненең ҡот осҡос һыҙлауын, тамағының ут кеуек яныуын һиҙҙермәҫкә тырышып, мөмкин саҡлы еңелерәк ҡыймылдап торҙо. И. Абдуллин. Зәлифә апай, хатта аяҡтарының һыҙлауын да онотоп, йәш килендәй йугергеләп йөрөнө. Ә. Байрамов. Заһира, тәненең ут янып һыҙлап китеуенә лә, йөрәгенең атылып сыға яҙып туларға керешеуенә лә иғтибар итмәй, урындыҡтан төшә башланы. 3. Биишева.
2. кусм. Ҡайғынан һ. б. әрнеү; әсенеү.
□ Ныть, болеть, разрываться. // Душевная боль. Куңел һыҙлай. Һыҙлау һаман баҫылмай. Йөрәген һыҙлау баҫты. Был хәл һыҙлауға сәбәп булды. М Гөлбәҙәр йөрәгенең хәҙер айырыуса ярһыулы һыҙлап китеуен тойҙо, гуйә, был хушлашыу мәңгелеккә ине. Д. Исламов.
ҺЫҘЛАУЛЫ (Р: болящий; И.: aching; Т: sızlanan) с.
һыҙландыра, һыҙлауға дусар итә торған. □ Болящий, ноющий, һыҙлаулы булыу. ■ Бынан һуң ул [Сәғурә], һыҙлаулы ҡулдарын сабырһыҙ ыуғылап, Сыу аҡай әбейгә, муллаға, балаларына, унан бөтә өй эсенә куҙ йөрөтөп сыҡты. 3. Биишева.
ҺЫҘЛАУЫҠ (һыҙлауығы) (Р: чирей;
И.: boil; anbury; T: çıban) и.
Тәндең берәй еренә эренләп сыға торған шешек, ваҡ сиҡан. □ Чирей, фурункул. Һыҙлауыҡ сығыу. Һыҙлауыҡтан интегеу. ■ Палатаға битенә һыҙлауыҡ сыҡҡан бер ҡыҙҙы һалдылар. «Атайсал», 23 июль 2013.
ҺЫҘЛЫҠ I (һыҙлығы) (Р: шкварки; И.: cracklings; T: çatırtılı bir yemek türü) и.
Эс майын иретеп майын алғандан һуң иремәй ҡалған ҡалдығы. □ Шкварки. Бутҡаға һыҙлыҡ һалып бешереу. Һыҙлыҡлы бутҡа. Һыҙлыҡ ашау.
ҺЫҘЛЫҠ II (һыҙлығы) (Р: тряпьё; И.: rags; tat; T.: çul çaput) и.
Тишек-ярыҡты ҡаплау өсөн тыға торған сүбәк, сепрәк-сапраҡ. □ Тряпьё, ветошь и т. п. (для затыкания щелей). Һыҙлыҡ тығыу. Бурәнә араһы һыҙлыҡ менән ҡапланған. Һыҙлыҡ менән ҡаплау.
ҺЫҘЛЫҠ III (һыҙлығы) (Р: зубочистка; И.: toothpick; T.: kürdan) и.
Теш араһын соҡоп таҙартыу өсөн ҡулланылған нәмә; теш соҡоғос. □ Зубочистка. Ҡауырһын һыҙлыҡ. Ағас һыҙлыҡ, һыҙлыҡ менән соҡоу.
ҺЫҘЛЫҠЛАУ I (һыҙлыҡла-) (Р: конопатить; И.: pack; T: tıkamak) ҡ.
Тишек-ярыҡты нимә менәндер тыҡҡыслау. □ Конопатить. Мук менән һыҙлыҡлау. Тәҙрәне һыҙлыҡлау. Һыҙлыҡлап сығыу. ■ Тирмәнсе ағай кәмәне бик һәйбәтләп һыҙлыҡлаған. Ф. Иҫәнғолов. Бәләкәй генә паромға көс артыҡ куп төшә. Уның иҫке касмойҙарын көн дә һыҙлыҡлап ҡына торалар ине. Р. Байымов.
ҺЫҘЛЫҠЛАУ II (һыҙлыҡла-) (Р: пользоваться зубочисткой; И.: use a toothpick; T.: kürdan kullanmak) ҡ.
Теш араһын соҡоп таҙартыу. □ Пользоваться зубочисткой. Теште һыҙлыҡлау. ■
647