Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 648


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҘЛЫҠЛАШЫУ
Ҡарттар кәртә буйында һаман көңгөр-ҡаңғыр һөйләштеләр, тештәренә ҡыҫылған итте һыҙлыҡланылар. Р. Низамов.
ҺЫҘЛЫҠЛАШЫУ (һыҙлыҡлаш-) ҡ.урт. ҡар. һыҙлыҡлау I. взаимн. от һыҙлыҡлау I. Кәмә һыҙлыҡлашыу. Өй һыҙлыҡлашыу. Тәҙрә һыҙлыҡлашыу.
ҺЫҘЛЫҠЛЫ (Р: со шкварками; И.: with cracklings; T: çatırtılı bir yemekli) с.
һыҙлыҡ ҡушылған, һыҙлыҡ һалынған. □ Со шварками. һыҙлыҡлы бутҡа, һыҙлыҡлы аҙыҡ.
ҺЫҘМА I (Р: чертёж; И.: blueprint; Т.: çizim) и.
1. Һыҙып төшөрөлгән шартлы һүрәт; һыҙым. □ Чертёж. / Чертёжный. Деталь һыҙмаһы, һурәттең тәуге һыҙмаһы, һыҙма өҫтәле. Һыҙма башҡарыу. ■ һурәттәрҙә, схемаларҙа, һыҙмаларҙа еңел йөҙгэнлектән, Рәшиткә былар ауыр тугел. Ә. Әминев. Айбар менән Ғимран Таңғатар биргән һыҙманы һәр төрткөһөнә тиклем өйрәнеп сыҡтылар. Ғ. Хисамов.
2. һүрәттең төп һыҙаттарын билдәләп ҡуйған өлгө. □ Набросок. Һурәттең тәуге һыҙмаһы. Һыҙма һыҙыу. Тәуге һыҙма матур килеп сыҡты.
3. миф. һунар магияһында магик һыҙыу. □ Черта, ритуальное очерчивание в охотничьей магии. ■ Һунарсылар, урманда йоҡларға мәжбур булған башҡа кешеләр ен-пәрейҙәр килмәһен тип, ғәҙәттә, ту-ңәрәтеп һыҙма һыҙып йоҡлай. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫҘМА II (Р: ниточкой, в цепочку; И.: filament; T.: çizim) c.
1. һыҙылып киткән, һыҙылып торған. □ Ниточкой, в цепочку. М [Дәуләтбай -Шәрифәгә:] Мин хәҙер һинең һыҙма ҡара ҡаштарыңа ғына ҡарап торорға ризамын. Б. Хәсән. Һыҙма мыйыҡлы, туҫтаҡтай тулы йөҙлө хужа ҡапҡаһы алдында кем менәндер һөйләшеп тора. Н. Мусин. Бик алыҫка һуҙылып киткән уркәсле-уркәсле һыҙма тауҙар итәгендә, тауҙарҙың ҡуйынына һыйынып ҡына Ташбатҡан ауылы ултыра. Ж. Кейекбаев.
2. Төрлө һыҙыҡ ырылған, биҙәүле; һыҙыҡлы. □ Начерченный, расчерченный, лино
ванный. һыҙма балдаҡ, һыҙма йөҙөк, һыҙма беләҙек.
3. Әкрен генә һыҙып иҫеп торған; һыҙғаҡ.
□ Пронзительный, пронизывающий. М Ел хәҙер нисектер һыҙма һәм әсе булып китте. С. Ильясов.
ҺЫҘМА III с. ҡар. саҡма. М Аркаш һыҙма наганының кәбәк төбөндәге тишегенә шырпы ҡыҫтыра, һул ҡулына шырпы ҡабы тота ла ипләп кенә урман эсенә керә башлай. Д. Шәрәфетдинов.
ҺЫҘМА IV и. диал. ҡар. һыҙғы 2. һыҙма менән ырыу. Һыҙма менән семәрләу. Һыҙма менән биҙәкләу.
ҺЫҘМА ГЕОМЕТРИЯ (Р: начертательная геометрия; И.: perspective and shadow projections; T: fenni tastih) и.
Геометрияның фигураларҙы яҫылыҡтағы проекцияла һүрәте аша өйрәнгән бүлеге.
□ Начертательная геометрия. ■ [Рөстәм:] Юғары математикаға, һыҙма геометрияға, физика закондарына нигеҙләнгән фәндәр минең өсөн ҡара урман менән бер. М. Садиҡова.
ҺЫҘМАҠА с. диал. ҡар. һәлкәү I. һыҙмаҡа бала. Һыҙмаҡа ҡатын. Һыҙмаҡа ҡарт.
ҺЫҘМАҠЛАУ (һыҙмаҡла-) (Р: исчеркать; И.: scribble all over; T: çizmek) ҡ.
1. Төрлөсә һыҙыу, һыҙғылау. □ Исчеркать, расчертить что. Ҡашты һыҙмаҡлау. Яҙыуҙы һыҙмаҡлау. Дәфтәрҙе һыҙмаҡлау.
2. Тиҙ генә яҙыу, һыҙыу. □ Набросать, наспех написать. Хат һыҙмаҡлау. ■ Айнур саҡ ҡына уйланып ултырҙы ла яҙыласаҡ мәҡәләһенең планын һыҙмаҡлай башланы. Н. Мусин. Даль, шунда уҡ кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып, ниҙер һыҙмаҡлап та ҡуйҙы. 3. Ураҡсин.
ҺЫҘМАЛАҠ (һыҙмалағы) (Р: ястребиная славка; И.: barred warbler; T: çizgili ötleğen) и. диал. ҡар. сыбар килейек.
Кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры таптар менән сыбарланған аҡһыл һары турғай ҙурлыҡ ҡош. □ Ястребиная славка (лат. Sylvia nisoria Bechst). һыҙмалаҡ ҡанаты, һыҙмалаҡ балаһы. Куктә һыҙмалаҡтар оса.
ҺЫҘМАЛАНЫУ (һыҙмалан-) (Р: протягиваться; И.: stretch; T: sızmak) ҡ.
Һыҙған һымаҡ булыу. □ Протягиваться, простираться, һыҙмаланып ағыу. Һыҙмала
648