Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 649


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҘЫҠ
нып ятыу. Тауҙар һыҙмаланып куренә. Ауыл эргәһенән Дим һыҙмаланып аға.
ҺЫҘМАЛАУ (һыҙмала-) (Р.: чертить; И.: trace; T.: çizmek) ҡ.
1. һыҙыҡтар һыҙыу, һыҙыҡтар яһау. □ Чертить что. һыҙмалап алыу. һыҙмалап бөтөрөу. Һыҙмалап ҡуйыу. Чертёж һыҙмалау.
2. Тиҙ генә нимәлер яҙыу, һыҙыу. □ Набросать, наспех написать. Хат һыҙмалау. Шиғыр һыҙмалау. План һыҙмалау.
ҺЫҘМАЛЫ I (Р.: начертательный; И.: descriptive; T: tavsif edici) с.
Һыҙыу менән бәйле. □ Начертательный. Һыҙмалы геометрия.
ҺЫҘМАЛЫ II (Р: нарезной; И.: rifled; Т: yivli) с.
Төрлө һыҙыҡ ырылған, биҙәүле; һыҙыҡлы.
□ Нарезной, һыҙмалы кәбәк. Һыҙмалы мылтыҡ.
ҺЫҘМА МЫЛТЫҠ (мылтығы) (Р: кремнёвое ружьё; И.: flintlock; T: çakmah tüfek) и.
1. Саҡма таш менән сағып ата торған боронғо мылтыҡ; саҡма мылтыҡ. □ Кремнёвое ружьё. ■ Икенсе көнөнә ярандары һыҙма мылтыҡтарын алып, таллы-ҡамышлы буйға өйрәк һунарына йунәлде. Ғ. Хөсәйенов.
2. Көбәгендә һырҙары булған мылтыҡ. □ Нарезная винтовка. ■ Шул арауыҡта Алдар батыр офицерҙары араһында яурынында оло погондары ялтыраған, ҡулына һыҙма мылтыҡ тотҡан полковникты шәйләп ҡала. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЫҘМА ТУП (тубы) (Р: детская игра с мячом; И.: children’s ball game; T: yakar top oyunu) и.
Туп менән уйнай торған балалар уйыны.
□ Детская игра с мячом, һыҙма туп уйнау. Һыҙма туп уйнарға сығыу. Яҙ етһә, балалар һыҙма туп уйнарға сыға.
ҺЫҘМА УҠ (уғы) (Р: боевая оперённая стрела с острым наконечником; И.: combat fin-stabilized arrow; T: bir tür ok) u.
Ос яғына ҡош йөнө йәбештереп, осло башаҡ ҡуйып яһалған яу уғы. □ Боевая оперённая стрела с острым наконечником. һыҙма уҡ яһау. һыҙма уҡтан атыу. һыҙма уҡ йөрөтөу.
ҺЫҘМА ЯБАЛАҠ (ябалағы) (Р: сова ястребиная; И.: Northern hawk-owl; T: kuzey şahin baykuş) и. зоол. ҡар. ҡарсыға ябалаҡ.
Урта буйлы, һырты көрән, кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡһыл, арҡыры йыш ҡара һыҙыҡтар менән сыбарланған ултыраҡ ҡош (өкөнөң бер төрө). □ Сова ястребиная (лат. Sumia ulula), һыҙма ябалаҡ ояһы. һыҙма ябалаҡ балаһы, һыҙма ябалаҡ һунарға сыҡҡан.
ҺЫҘЫҠ I (һыҙығы) (Р: черта; И.: line; T: çizgi) и.
1. Бик тар ғына итеп нимәгәлер төшөрөлгән буй. □ Черта, линия, прямая. Тура һыҙыҡ. Кәкре һыҙыҡ. Һыныҡ һыҙыҡ, һыҙыҡ һыҙыу. Һыҙыҡ уткәреу. М Ағайҙың ҡыҫыҡ куҙҙәре бөтөнләй юғалып, ике кескәй генә һыҙыҡ булып ҡалды, былай ҙа яҫы бите йылмайыуҙан тағы ла йәйелде. И. Абдуллин. Ә Рахман осҡан ҡоштай сабып барған паровоз һурәтен бик ентекләп яһаны, паровоздың алдына, ослайып барып бөткән һыҙыҡтар менән, ҡара төндө телгеләгән яҡтылыҡ нурҙарын төшөрҙө. Ә. Вәли.
2. Буйға тартып, уйып яһалған улаҡ, сыйыҡ. □ Продольный жёлоб, һыҙыҡтан һыу алыу. һыҙыҡҡа һыуға барыу, һыҙыҡтан һыу эсеу.
3. Ике араны бүлгән, нимәнеңдер сиген билдәләгән ысын йәки шартлы линия; буй. □ Полоса, полоска, линия. Офоҡ һыҙығы. Сик һыҙығы. Фронт һыҙығы. ■ Алғы һыҙыҡта әленән-әле атыштар ишетелеп торһа ла, дошмандың хәрәкәтһеҙ ҡалған танкыларынан башҡа бер ни ҙә куренмәй ине. Ғ. Аллаяров. Перовский сик һыҙығын Илек йылғаһынан йөҙ саҡрымға тиклем дала яғына кусереуҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. 3. Ураҡсин.
4. һыҙып яһаған тыныш билдәһе. □ Тире. Һыҙыҡ аша яҙыу. Һыҙыҡ ҡуйыу. Һөйләмдә һыҙыҡ төшөп ҡалған.
5. Һыҙат, билдә. □ Черта, свойство, особенность. Кире һыҙыҡ. Ыңғай һыҙыҡ. Төп һыҙыҡ.
♦ һыҙыҡ өҫтөнә алыу айырым иғтибар менән, айырып яҙыу, әйтеү. □ Подчёркивать, выделять что. М Бигерәк тә төп ролде башҡарыусы Резеда Әмәкәсованың ихлас, геройын яратып уйнау ын, образдың уҙенә килешеп тороуын куптәр һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2014.
ҺЫҘЫҠ II (һыҙығы) и. диал. ҡар. һыҙлыҡ I. Бутҡаға һыҙыҡ һалып бешереу. Һыҙыҡлы бутҡа, һыҙыҡ ашау.
649