ҺЫҘЫРЫУ
ҺЫҘЫНЫУ (һыҙын-) (Р.: заниматься черчением; И.: delineate; T.: çizim yapmak) ҡ.
Һыҙыу эше менән мәшғүл булыу. □ Заниматься черчением, һыҙынып ултырыу, һыҙынып алыу. һыҙынып ултырып, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
ҺЫҘЫП АУЫРЫУ (һыҙып ауыры-) (Р.: угасать от продолжительной болезни; И.: be severely ill; T.: sızlamak) ҡ. диал.
Оҙаҡ ваҡыт һыҙланып ауырып йөрөү, һыҙланып ябығыу. □ Угасать от продолжительной болезни. Һыҙып ауырып йөрөу. Һыҙып ауырыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ҡатын һыҙып ауырып йөрөй.
ҺЫҘЫРА и. диал. ҡар. тына. Ике һыҙыра эшләп ҡайттым. Я [Сәмиғулла] иртәнге сәйҙе эсте лә кул буйына барып бер һыҙыра һалабаш бәйләп китмәксе булды. Ж. Кейекбаев.
ҺЫҘЫРҒЫ I и. диал. ҡар. тына. Ике һыҙырғы бесән сабыу. Бер һыҙырғы эшләп алыу. Бер һыҙырғы ер ҡаҙыу.
ҺЫҘЫРҒЫ II (Р: ряд; И.: row; T.: sıra) и. диал. ҡар. рәт.
Бер-бер артлы теҙелеп киткән нәмәләр йәки шундай уҡ тәртиптә баҫҡан кешеләр теҙеме. □ Ряд. Бер һыҙырғы тутәл. Ике һыҙырғы һалдаттар. Биш һыҙырғы кешеләр төркөмө.
ҺЫҘЫРҒЫС (Р: струг; И.: adz; T: rende) и.
Йүкә ҡабығының ҡара ҡыртышын һыҙырып, аҡ сей йүкә яһай торған айырсалы ҡорал. □ Струг (орудие для снимания луба), һыҙырғыс менән һыҙырыу. Һыҙырғыс айырсаһы. Һыҙырғыс менән оҫта эш итеу.
ҺЫҘЫРМАм. диал. ҡар. һыҙғы 2. Һыҙырма менән ырыу. һыҙырма менән семәрләу. Һыҙырма менән биҙәкләу.
ҺЫҘЫРТҠЫС (Р: рыхлитель; И.: ripper; T.: raspa) и.
Дым һаҡлау йәки ҡый үләндәрен ҡоротоу өсөн тупраҡты йомшарта торған машина. □ Рыхлитель. Ҡар һыҙыртҡыс. Тупраҡ һыҙыртҡыс. һыҙыртҡыс менән йомшартыу.
ҺЫҘЫРТЫУ (һыҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. һыҙырыу, понуд. от һыҙырыу. Туҙ һыҙыртыу. ■ Бай, йылғаның ике яҡ битләуендәге туйы-ралыҡ урманды киҫтереп, башта ҡайырыһын һыҙыртты. И. Ғиззәтуллин. Фаяз, биттәрен,
ҡулдарын һыҙыртып, яҙғы бысраҡтан ҡалған ҡаты балсыҡ өҫтөнә барып төштө. Р. Ханнанов.
ҺЫҘЫРЫЛЫУ (һыҙырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. һыҙырыу, страд, от һыҙырыу. һыҙырылған туҙ. М Бына шунда ситәндәрҙән ҡаҙыҡ йолҡоу башланғас, Ҡаҙбулат ағай яңылыш, һуйҙан куҫәк тип уйлап, йукәһе һыҙырылып алынған ҡыу ҡабыҡ кутәреп сапҡан. Й. Солтанов.
2. Ҡубып әрселеү. □ Отставать, отваливаться, обдираться. М Олононоң буйынан-буйына тырнаҡ эҙҙәре ҡалған, суғырмаҡтары һыҙырылған, яртылай ҡыуарған .. ағас куренде. Я. Хамматов. Бынау тәпәш тушәмле, стеналары һыҙырылып бөткән клуб ишараһы ла, уҙ хәсрәттәренә, ғәмдәренә, донъя мәшәҡәттәренә сумған колхозсылар ҙа - береһе лә Мәҙинәнең булмышына йәбешмәгәндәй. Т. Ғарипова.
3. Сыйылыу, тире йәрәхәтләнеү. □ Ободраться. Бармағым һыҙырылды. ■ Ҡулдәктә ҡандар куренде. Ҡараһам, туштәр буй-буй булып һыҙырылған. Д. Юлтый. Бәләгә осраусы ныҡ имгәнгән, ни эшләптер, бите-куҙе һыҙырылып бөткән. Р. Байымов. Бына, Рәмзил бите һыҙырылып, куҙлеге ағас башында эленеп ҡалған төрөк солтанын куҙ алдына ла баҫтырҙы. Д. Бүләков.
♦ һыҙырылып эшләү ял белмәй, әрһеҙ рәүештә эшләү. □ Работать без устали. M Ҡобора һыҙырылып эшләп йөрөнө лә йөрөнө. Б. Бикбай.
ҺЫҘЫРЫМ и. диал. ҡар. тына. Бер һыҙырым эшләп алыу. Бер һыҙырым эшләһәк, эш тамамлана. Бер һыҙырым эшләгәндән һуң, кул буйына төштөк.
ҺЫҘЫРЫУ (һыҙыр-) (Р: драть; И.: decorticate; T.: soymak) ҡ.
1. Ҡуптарып айырыу; әрсеү, тунау. □ Драть, сдирать, снимать что. Ағастың ҡабығын һыҙырыу. Туҙ һыҙырыу. Һалабаш һыҙырыу. Тире һыҙырыу. М Ул [Аҡъял батыр] бер бейәне тотоп һуйып, тиреһен һыҙырған да ит бешерә башлаған. Әкиәттән. Ҡөҙ ауыл халҡы һалабаш һыҙыра; ә ҡыш улар туғын сабалар, бурәнә ҡырҡалар, сана яһайҙар, арҡан, дилбегә ишәләр, кунәк, көрәгә, янтау,
651