ҺЫҘЫРЫШЫУ
кәрәк кеуек донъя кәрәктәре яһайҙар; яҙ көнө инде ҡыуғынға йөрөйҙәр, бурәнә һаллайҙар. Ж. Кейекбаев.
2. кусм. Өҫтән ҡаплап торған нәмәне тотош алыу. □ Сдирать, снимать что. Я Кәртә башы ҡалын булды, яҙға һыҙырып һыйырға ашатһаң да ярар. Б. Бикбай.
3. Сыйып, тирене йәрәхәтләү. □ Разодрать. Ҡулды һыҙырыу. Я Ҡурғаш йыртҡыстың яурынын ғына һыҙырып утте. Я. Хамматов. Әленән-әле биттәрҙе сыбыҡ һыҙыра, ағас төпһәләренә абынабыҙ. Д. Юлтый.
4. кусм. Сыбыҡ йәки сыбыртҡы менән ныҡ итеп туҡмау. □ Хлестать, стегать. Һыҙыра тартыу. Тал сыбығы менән һыҙырыу. Ҡайыш менән һыҙырыу. Я Алда барған һыбайлы боролоп килде лә, башын алға эйеп, бар көсөнә ике-өс тапҡыр Абдрахманды яурыны аша ҡамсы менән һыҙыра тартты. Р. Өмөтбаев. Көймәләге кусергә Насип ҡамсы менән һыҙыра, был бахыр арба аҫтына ҡолай. Ғ. Хисамов.
5. Көслө итеп бәреү (ҡар, ямғырға ҡарата). □ Хлестать (о дожде, снеге). Я Ғәрәсәт булып, ҡыя һыҙырып яуа борсаҡ. Ф. Иҫәнғолов.
Ф һыҙырып эшләү 1) бөтә эште рәттән эшләү. □ Выполнять всю работу подряд. ■ Инәй егәрлелеген һаман ташламаны, өй эштәрен һыҙырып эшләп йөрөнө. Ғ. Шәрипов; 2) ал-ял белмәй эшләү. □ Работать без устали. Ҡатын һыҙырып эшләп йөрөй, һырт ҡайышын һыҙырыу ныҡ туҡмау. □ Избить, побить. Атаһы улының һырт ҡайышын һыҙырҙы ғына.
ҺЫҘЫРЫШЫУ (һыҙырыш-) ҡ. урт. ҡар. һыҙырыу 1. взаимн. от һыҙырыу 1. Һалабаш һыҙырышыу. Я Пенсионер көйө тыртанлап йөрөгән атай ҡартласҡа форсат тейгәндә селек бәйләшкән, һалабаш һы-ҙырышҡан, тал ҡайыры әрсешкән саҡтар ҙа булды. С. Шәрипов.
ҺЫҘЫУ I (һыҙ-) (Р: чертить; И.: trace; T.: çizmek) ҡ.
1. Нимәгәлер бик тар итеп буй төшөрөү; сыйыу. □ Чертить, графить, разлиновывать. Ҡағыҙға һыҙыу. Ҡәләм менән һыҙыу. Тура һыҙыҡ һыҙыу. Я Емеш «йоҡоға», «асыуға» тигән һуҙҙәрҙең аҫтына ҡалын итеп һыҙып
ҡуйҙы. 3. Биишева. Буран аҡбур менән ҡалын һыҙыҡ һыҙҙы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Тар ғына буйҙар төшөрөп, нимәнеңдер шартлы һүрәтен йәки һүрәттең тәүге өлгөһөн яһау. □ Чертить, намечать, набросать. Эскиз һыҙыу. План һыҙыу. Я Архитектор өҫтәл эргәһендә куп саҡ чертёж һыҙып ултыра. Ғ. Сәләм. Ниғмәт ағай өйөндә уҡыуҙар ирмәк кенә башланды: аҡбур менән ул батмус һыртына ниндәйҙер таяҡтар, кәкре-бөкрө тәртешкәләр һыҙып сыға. Б. Бикбай.
3. Хәреф төшөрөү, яҙыу. □ Чиркать, писать. Я Барыһы ла уҙ ҡултамғаларын һыҙҙылар. Б. Бикбай.
4. Оҙон буй итеп, ниндәйҙер эҙ үткәреү.
□ Чертить. Бурәнәне һыҙыу. Бураҙна һыҙыу. Я Таш китә асманда атылып, ут һыҙып. Ш. Бабич. • Бай барҙа ыҙан һыҙма, турә барҙа тургә уҙма. Мәҡәл.
5. Алып ташлау. □ Вычёркивать, исключать из списка. Я Бөтә бөйөк философтар һәм экономистар халыҡтарҙың йөҙәр, меңәр йылдар буйы йыйылып килгән аҡылын туплағандар, дөйөмләштергәндәр, нимәлер өҫтәгәндәр һәм нимәнелер һыҙып ташлағандар. И. Абдуллин. Ул [Исҡужин] алдында ятҡан ҡағыҙға балыҡ һурәте төшөрҙө лә тағы һыҙҙы, тағы төшөрҙө. Ә. Вәли.
6. Ут сығарыу өсөн ышҡыу (шырпыны).
□ Чиркать (спичкой). Шырпыны һыҙып тоҡандырыу. Я Нур кеҫәһенән карточкаларҙы алды, шырпы һыҙҙы. И. Абдуллин.
7. кусм. һөйл. Яҙма рәүештә ниндәйҙер эш-маҡсат билдәләү. □ Намечать. Я Зирәк һәм һәләтле бала һәйбәт кенә булып уҫеп килә, бик куп китаптар уҡый, хыялдары менән киләсәккә әллә ни тиклем пландар һыҙа ине. Ә. Байрамов.
8. кусм. һөйл. Тиҙ генә ҡасыу. □ Исчезать, сбегать. Тиҙерәк һыҙыу яғын ҡарау. Теге артына ҡарай-ҡарай һыҙҙы. Я Бесәй уны [балдаҡты] йәһәт кенә ауыҙына ҡаба ла тәҙрәнән сығып һыҙа. Әкиәттән. Ҡото ботона төшкән угеҙ ҡойроғон сәнсеп һыҙырға мәжбур булды. Р. Байбулатов. Ғәйнияр, яйы тура килгән һайын, арандан һикереп ҡасырға әҙер торған дунән һымаҡ, ситкә һыҙырға ғына тора. Д. Бүләков.
652