Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 653


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЙҒЫРҘЫҠ
9. кусм. Шәп итеп, жыйлап осоу. □ Пролететь. ■ Теймәне бит, уҡ яҙа һыҙҙы, ыңғырашып ботаҡ һынды. Бәйеттән.
10. миф. Магик медицинала ауыртҡан йәки ауырыған урынды сыймаҡлап имләү.
□ Очерчивание больного места в магической медицине. Һыҙып имләу. ■ Сиртмә, сиҡан кеуек ауырыуҙарҙы һыҙып, уратып алып имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы»-нан. Өсйән булһа, баланың эсенә ҡоро көндә кумер менән һыҙып имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫҘЫУ II (һыҙ-) (Р.: топить (сало)\ И.: render; T.: eritmek) ҡ.
1. Эҫенән иреп, һығылып сығыу, һыҙылыу (туң майға ҡарата). □ Топить (соло). Табала май һыҙыу. Туң май һыҙыу.
2. Әҙ генә беленеп, яй ғына хәрәкәт итеү.
□ Двигаться медленно. ■ Аҫтан һыҙып ятҡан йылға өҫтөнә ҡуйы кукһел өйрә булып, шыя ҡалҡа. Ф. Иҫәнғолов. Уйпат ерҙә ҡалған ҡар төркөмөн әкрен-әкрен һыҙып ел тарай. Д. Юлтый.
3. Яй иретеү. □ Подтаивать, таять медленно. Боҙ аҫтан һыҙа. Ҡар ҡапыл китмәне, һыҙып китте.
4. кусм. Ауыр ҡайғынан, ауырыуҙан, кисерештән һ. б. өнһөҙ генә өҙөлөп ҡайғырыу йәки уйланыу. □ Таять, худеть, чахнуть. Ҡайғынан һыҙыу. ■ [Әбей] көн-төн ҡайғыра башланы, ти. Шул ҡайғынан һыҙып, Умысҡа бары өс йәш тигәндә, улеп ҡалды, ти. Әкиәттән. Айырылыу ауыр куңелгә, эстәр һыҙа ғумергә. Халыҡ йырынан. Былай ҙа ут йотоп йөрөгән Бибигөл, хаттар килеуҙән туҡтағас, уҙен-уҙе сәйнәп ташларҙай булып өҙгөләнде, көндән-көн һыҙҙы, һарғайҙы. Б. Бикбай.
5. кусм. Бик саф, нескә, тәьҫирле итеп яңғыратыу. □ Звучать нежно, напевно. Һыҙып сыҡҡан йыр. Ҡайҙалыр гармун һыҙа. ■ Думбыраһы улем көйөн һыҙҙы, аһ-зар, һыҡрау сыҡты моңонда. Т. Морат. Ҡурай! Ни көйләйһең, моң ғына һыҙып. Д. Юлтый.
6. Оҙаҡ итеп ауырып йөрөү. □ Болеть, чахнуть, худеть. ■ Гобарҙың йөҙөндә оҙаҡ, һыҙып сирләгән кешеләргә хас һарылыҡ бар. И. Абдуллин.
7. Тартыу, уйнау. □ Играть (на музыкальных инструментах). ■ Эштәрен иртәрәк
бөтөрөуселәр, арбаларға тейәлеп, юлдан йырлашып утеп китә, гармун һыҙа. Б. Бикбай.
ҺЫЙ (Р.: угощение; И.: eats and drinks; T: ikram) и.
1. Кешегә хөрмәт йөҙөнән әҙерләнгән аҙыҡ. □ Угощение, һый әҙерләу. Һый ултыртыу. ■ Ҡунаҡ алдына ҡуялар һыйҙарҙың иң татлыһын. М. Кәрим. • һыйыры барҙың һыйы бар. Мәҡәл.
2. Ашап эсеү, күңел асыу мәжлесе; табын, ҡунаҡ. □ Застолье. Һый ҡороу. ■ Шуның менән һый тамам! - тине командир, ғәфу утенгәндәй. Ә. Бикчәнтәев.
3. Ҡәҙер, хөрмәт. □ Честь, һыйығыҙ барҙа, китегеҙ.
♦ һый төҙөү ҡунаҡ саҡырыу. □ Звать гостей. Һый төҙөп, туғандарын һыйланылар, һый төҙөп, байрам иттеләр, һый төҙөп, ҡунаҡ иттеләр, һыйың барҙа ҡәҙерле сағыңда. □ Пока есть почёт. Һыйың барҙа, ҡайтып ҡал. Эт һыйын килтереү ныҡ туҡмау, кәрәген биреү. □ Сильно избить. Хеҙмәтсене эт һыйын килтереп туҡмағандар.
ҺЫЙҒАУЫР и. диал. ҡар. һырғауыл. Һыйғауыр башына менеу. Бейек һыйғауыр. Һыйғауыр башына ҡыҙыл туҡыма элделәр.
ҺЫЙҒЫҘЫУ (һыйғыҙ-) ҡ. диал.
1. ҡар. һыйҙырыу. Хатыңды бер-ике биткә һыйғыҙ. Һөттө кунәккә һыйғыҙып бөтөрмәнем.
2. Кешене яҡын күреп, араға ҡабул итеү; ҡыйырһытмау. □ Принимать кого-л. Үҙ араларына һыйғыҙманылар. Шуларҙы өйөмә һыйғыҙып ятҡырмам.
ҺЫЙҒЫР (Р: гибкий; И.: elastic; T: esnek) с.
Шыйылдап торған йомшаҡ; шыйыҡ. □ Гибкий, һыйғыр сыбыҡ. ■ Сәтәкәй бармаҡ йыуанлығы ғына итеп тығыҙ урелгән, осона йомро ҡурғаш тағылған һыйғыр ҡамсы ла хәтәр ҡорал, әлбиттә. 3. Ураҡсин.
ҺЫЙҒЫРҘЫҠ (Р: ровное высокое (о дереве); И.: straight tall tree; T: uzun düz) с. диал.
Оҙон төҙ (ағасҡа ҡарата). □ Ровное высокое (о дереве), һыйғыр ағас. һыйғыр тал. һыйғыр ҡайын ағасы. ■ Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам ат ҡыуырҙай һыйғыр талдарың. Халыҡ йырынан. Мин дә йырланым бит, һыйғыр ғына талдай елберләнем. Т. Йосопов.
653