Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 654


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЙҘАШ
ҺЫЙҘАШ (Р.: гость (по отношению друг к другу)] И.: guest; T.: misafirler) и.
Үҙ-ара ҡунаҡлашҡан кешеләр (бер-береһенә ҡарата). □ Гость (по отношению друг к другу). • һыйҙаш булһа, сит артыҡ. Әйтем.
ҺЫЙҘЫҠ (Р: выходная (об одежде)] И.: cocktail, go-to-meeting; T.: bayramlık (elbise) c. диал.
Ҡәҙерле, байрамса (кейемгә ҡарата). □ Выходная, праздничная (об одежде), һыйҙыҡ кулдәк. Һыйҙыҡҡа кейеу. Һыйҙыҡҡа һаҡлау.
ҺЫЙҘЫҠТАУ (һыйҙыҡта-) (Р: бережно относиться (к одежде)] И.: show саге; T.: özenle bakmak) ҡ. диал.
Ҡәҙерләү, һаҡлау (кейем-һалымды). □ Бережно относиться (к одежде). Һыйҙыҡтап кейеу. Һыйҙыҡтап тотоу. Һыйҙыҡтап кейгән кейем.
ҺЫЙҘЫРЫУ (һыйҙыр-) (Р: вмещать; И.: put in; T.: sığdırmak) ҡ.
1. Дәүмәлен тап килтереп, нимәнәндер үткәреү. □ Вмещать. Ишеккә һыйҙырыу. ■ Сиркәу ғибәҙәт ҡылырға килеуселәрҙең бөтәһен дә эсенә һыйҙырып бөтөрә алмаған -байтаҡ халыҡ тышта тора. И. Абдуллин. Иштуғандар ҙа, ишек алдына саналарын тығыҙлап һыйҙырғас, өйгә инеп, ишек төбө яҡтағы ширлеккә ултырҙылар. 3. Биишева.
2. Күләмен тап килтереп, нимәнеңдер эсенә урынлаштырыу. □ Вмещать, умещать, помещать. Һауытҡа һыйҙырыу. Тоҡҡа һыйҙырыу.
3. Кешене яҡын күреп, араға ҡабул итеү. □ Принимать, смириться, һыйҙырмай ебәреу. ■ Ныязғол бай етем энеһен һыйҙырмай урыҫ тупһаһында йөрөтә. Һ. Дәүләтшина.
4. Юҡлыҡ формаһында килеп, нимәнең-дер шулай булыуын фараз итә алмау, мөмкин тип иҫәпләмәүҙе белдерә. □ В отрицательной форме обозначает невозможность какого-л. действия, события. Башка һыйҙырмау. Йөрәккә һыйҙырмау. Аҡылға һыйҙырмау. ■ Камиләнең алдашыуын, Хәмит менән булған осрашыуҙарын йәшереп йөрөуен Зифа һис тә аҡылына һыйҙыра алмай. Ә. Бикчәнтәев. Әптеләхәт кургәндәренең төш тугел икәнен аңланы, тик бер нәмәне зиһене һыйҙыра алманы: Кукһылыу кем ул? Т. Ғарипова.
♦ Эскә һыйҙырыу ғәҙәттә юҡл. өндәшмәй, белгертмәй үткәреү. □ Принимать, держать в себе, смириться. Я Агрономдың «уҙешмәкәрлек» менән мауығыуына мыйығы сыуала биреп ҡалһа ла, Тәбделхәкимов эсенә һыйҙырҙы. Яр. Вәлиев. Вәли куңелендә йөрөгән был ҙур фекерҙе бара торғас уҙенең генә эсенә һыйҙыра алмай, ҡатыны Хәмдиәгә лә әйтергә уйланы. Ә. Вәли.
ҺЫЙҘЫРЫШЛЫ с. ҡар. һыйышлы. Ике кунәк һыйҙырышлы мискә. ■ Өҫтәлдең уртаһында бер биҙрә һыу һыйҙырышлы купкәк ҡорһаҡлы самауыр ҡуҡрайып ултыра. Ә. Байрамов. Йөҙәр тонна һыйҙырышлы буш тимер һауыттың эсе яңғырап китте. Р. Солтангәрәев.
ҺЫЙҠАНЫУ (һыйҡан-) ҡ. диал. ҡар. һыйыныу 1. Әсәгә һыйҡаныу. Атайға һыйҡаныу. Ҡыҙ егеткә һыйҡанды.
ҺЫЙҠАШЫУ (һыйҡаш-) ҡ. диал. ҡар. һыйыныу. Кешегә һыйҡашыу. Өләсәһенә һыйҡашып инеп бара. Бала әсәһенә һый-ҡашҡан. Ҡыҙ апаһына һыйҡашты.
ҺЫЙЛАНЫУ (һыйлан ) ҡ.
1. төш. ҡар. һыйлау, страд, от һыйлау. Һыйланып ятыу. һыйланып ултырыу, һыйланып сығыу. ■ Беҙ рәхмәттәр алабыҙ, һыйланабыҙ. Д. Юлтый.
2. Ҡунаҡ булыу, һый ашау. □ Гостить, угощаться. Я Батшаға барып һыйланып алғас, Ҡөмөшбайҙың әсәһе уҙенең ниңә килгәнен әйткән. Әкиәттән. Малайҙар ҡайнар сәй менән һыйланып алғас, урман эсе яңынан кисәге һымаҡ йәнләнеп китте. Р. Байбулатов.
ҺЫЙЛАТЫУ (һыйлат-) ҡ. йөкм. ҡар. һыйлау 1. понуд. от һыйлау 1. • Ҡунаҡ, китәм тип, һыйлата; хужа, китмә тип, һыната. Әйтем.
ҺЫЙЛАУ (һыйла-) (Р: угощать; И.: serve round; T.: ağırlamak) ҡ.
1. Аш-Һыу менән хөрмәтләү, ҡунаҡ итеү. □ Угощать кого. // Угощение. Ҡунаҡ һыйлау. Ҡоҙа һыйлау. Саҡырып һыйлау. Я Ҡунаҡ һыйлап, өҫтәл янында өйрөлөп йөрөгән Баҙыян еңгә йәһәтләп ишеккә барҙы.
3. Биишева. Истебай, туй атҡарғандасы һымаҡ, еңдәрен һыҙғанып, ашыға-ашыға ҡунаҡ һыйлап йөрөй торған Миңлекәй янына килде. Һ. Дәүләтшина. Ниндәй генә итеп һыйлаһа ла, Тыуған илдән артыҡ ил булмай. Халыҡ йырынан. • Һыйлағанда һыу булһа ла эс. Әйтем.
654