Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 655


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЙМАЛЫ
2. Ҡәҙер-хөрмәт йөҙөнән нимә менәндер туйындырыу. □ Угощать. Ит менән һыйлау. Сәй менән һыйлау. М Хужабикә ҡунаҡтарҙы нимә менән һыйларға ла белмәй өтәләнде. Р. Байымов. Аш бешереүсе ағай ваҡланып торманы: Хосены бутҡа менән дә һыйланы, хатта бер кружка кофела бирҙе. Ә. Бикчәнтәев.
3. Бүләк итеп биреү. □ Дарить. Тун һыйлау. ■ Ул [Тимерғәле] бөгөн .. Заһит кейәүе ата туны итеп һыйлаған ҡыҙыл сапанын кейгән. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫЙЛАУСЫ (Р.: угощающий; И.: treating; T.: mükrim) и.
1. Ҡунаҡ, мәжлес ваҡытында ҡунаҡтарҙы ашатып, эсереп йөрөгән кеше. □ Угощающий. Һыйлаусы кеше. М Таһирйән, йылмайып, уҙен һыйлаусыға ҡараны. М. Ғиләжев.
2. этн. Туйға ҡушылып, ҡоҙаларҙы ҡунаҡҡа алған кеше. □ Человек, участвующий в свадьбе и угощении сватов. Һыйлаусы булыу. Ҡоҙалар һыйлаусыға киттеләр. Һыйлаусы туйға әҙерләнә.
ҺЫЙЛАШТЫРЫУ (һыйлаштыр ) (Р: угощать изредка; И.: serve round now and then; T.: ziyafet vermek) ҡ.
һирәк-һаяҡ һыйлау. □ Угощать изредка. ■ Революция һуңынан да ул [Этҡол] уҙенең өйрәнгән эшен ташлай алманы, һирәк-һаяҡ уҙ файҙаһы өсөн кәрәк ваҡыттарҙа ул «халыҡты» йыйып һыйлаштыра. Ғ. Дәүләтшин.
ҺЫЙЛАШЫУ (һыйлаш-) ҡ. урт. ҡар. һыйлау, взаимн. от һыйлау. Ҡунаҡ һыйлашыу. ■ Куршеләрҙәге бисә-сәсәләр, ағай-энеләре лә Аҡназарҙың ҡунағын һыйлашып ебәрергә әҙерләнәләр. Ғ. Дәүләтшин. • Илашыуға уҙ яҡшы, һыйлашыуға сит яҡшы. Әйтем. Ҡоҙа булғансы ныҡ һөйләш, ҡоҙа булғас ныҡ һыйлаш. Әйтем. Ҡоҙа ашы менән ҡоҙағый һыйлашҡан. Әйтем.
ҺЫЙЛЫ I (Р: уважаемый; И.: honoured; T.: sayın) с.
1. Һый-хөрмәт ителгән; хөрмәтле, ҡәҙерле. □ Уважаемый, дорогой, почтенный, һыйлы ҡунаҡ. ■ [Тевкилев:] Батша ғали йәнәптәренең грамотаһы, һыйлы ярлығы менән [килгәнмен ]. Ғ. Хөсәйенов. • Таныған ерҙә буй һыйлы, танымаған ерҙә тун һыйлы. Әйтем.
2. Мул, һәйбәт, яҡшы аҙыҡлы. □ Обильный, сытный. Һыйлы ваҡыт. Һыйлы тормош.
■ Дөрөҫ, хәҙер ундай һыйлы саҡтар уға [Шымбайға] төштә куреп ымһынырға ғына ҡалып бара. 3. Биишева. Хан йәйләүенә был хат менән һыйлы йөктө, ҡуйынында ахун исеменән яҙылған ялған хатты капитан кенәз Максутов һаҡ аҫтында илгә сығасаҡ. Ғ. Хөсәйенов. • һыйлы көнөң һыйырҙа. Мәҡәл.
ҺЫЙЛЫ II и. диал. ҡар. һыйлым 3. һыйлы булыу. Ул миңә һыйлы була. Яңы ғына беҙгә һыйлы килеп китте.
ҺЫЙЛЫМ (Р: супруга друга; И.: friend’s wife; T.: arkadaşın karısı) и.
1. Дуҫтың, иптәштең ҡатыны. □ Супруга друга, сверстника, һыйлым булыу. Зөлхизә миңә һыйлым була инде. һыйлым ҡунаҡҡа саҡырҙы.
2. Дуҫтың ҡатынына өндәшеү һүҙе. □ Обращение мужчины к жене своего сверстника, а также женщины к сверстнику своего мужа. ■ [Яҡуп - Бәҙиғаға:] Ҡуй, һыйлым, ир-ат эшенә ҡыҫылма, беҙ тиҙ ҡайтырбыҙ. Б. Бикбай, һин тартынма, һыйлым, йомошоң булһа, әйт, - тип [мәрхум иренең дуҫы Ғәлиәхмәт] Зөлҡағиҙәнең йөгөнә керергә тора. Ә. Хәкимов.
3. Дуҫтарҙың, иптәштәрҙең ҡатындары (бер-береһенә ҡарата). □ Жёны друзей, сверстников (по отношению друг к другу). Һыйлым булыу. ■ [Ғамилә:] Фәхри һыйлымға упкә ҙур, әллә байыҡты, әллә эреләнде, белмәйем. Б. Бикбай.
4. Ике дуҫ ирҙең ҡатындарының бер-береһенә өндәшеү һүҙе. □ Обращение друг к другу жён друзей, сверстников. М [Нәсимә:] һыйлым, сәй эсергә ултыр. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫЙМАЛЫ (Р: вмещающий; И.: ...fitting; T.: sığma) с.
һыйырлыҡ, һыйышлы. □ Вмещающий, ёмкостью в ... . Баш һыймалы тишек. Ҡеҫәгә һыймалы. Өс бот һыймалы тәпән. Ике кеше һыймалы кәмә. ■ Илсебикә, ҡарсыҡтар менән бала-сағаларҙы баш һыймалы ғына бәләкәс тәҙрәле ҡарағас өйҙәрендә ҡалдырып, .. тау башына күтәрелгән. Н. Иҙелбай. Йорт баҙының ауыр таш иҙәнен күтәреп өҫкә сыҡҡан Рәжәп бер кеше генә һыймалы тар босмаҡҡа килеп юлыҡҡайны. Р. Вәлиев. Менәүәрә менән Зифа келәт алдындағы ике генә кеше һыймалы шүрлеккә барып ултырҙы. Н. Мусин.
655