ҺЫЙПАҠЛАУ
ҺЫЙПАҠЛАУ (һыйпаҡла-) (Р.: поглаживать кого, что-л. рукой; И.: stroke; T.: sıvazlamak) ҡ.
Әлдән-әле туҡтауһыҙ һыйпау, тегеләй-былай һыйпау □ Поглаживать кого, что-л. рукой. Мыйыҡты һыйпаҡлау. Сәсте һыйпаҡлау. һыртын һыйпаҡлау. Ҡул менән һыйпаҡлау. ■ Кәбир бысҡыһының һәр тешен бармағы менән һыйпаҡлап ҡарай-ҡарай игәргә тотона. Н. Мусин. Емеш, уҙен йәнһеҙ эйбер кеуек итеп, баштан-аяҡ ҡарап, һыйпаҡлап тикшереп сығыуға һис тә ҡаршылыҡ кур-һәтмәй, баҫалҡы ғына йылмайып тик торҙо.
3. Биишева.
ҺЫЙПАЛАМА (Р: наполненный до краёв; И.: brim-full; T.: ağzına kadar dolu) с. диал.
Берәй нәмә һауыттың сите менән тип-тигеҙ итеп тултырып һалынған. □ Наполненный до краёв, һыйпалама биҙрә. Һыйпалама тәпән. Һыйпалама туҫтаҡ.
ҺЫЙПАНЫУ (һыйпай-) ҡ. ҡайт. ҡар. һыйпау 1. возвр. от һыйпау 1. ■ Бына оҙаҡ та утмәй, әлеге хур егеттәре, ожмахтың иң аҫыл тауарҙарынан тегелгән «хөлләләр» кейеп, таҡыяларын ҡырын һалып, һыланып, һыйпанып, Һылыуҙың алдына килеп тә •УТӘ
баҫтылар. Т. Йәнәби.
ҺЫЙПАТЫУ (һыйпат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыйпау 1. понуд. от һыйпау
1. ■ Элек әсәһенә барып һыйынырға, башынан һыйпатырға ярата, атаһының арҡаһынан һөйөуен, йылмайып ҡарауын, аштан һуң ашъяулыҡ янында тәмләп кенә хәбәр һөйләуен ярата торғайны [Миңлеяр]. Ғ. Хисамов.
2. диал. ҡар. һыпыртыу. ■ [Офицерҙарҙың] тегеһе ҡаса-боҫа имәнлеккә табан һый-патты, ә быныһы бик ҡыҙыу ауылға табан атланы. Р. Ғабдрахманов.
ҺЫЙПАУ (һыйпа-) (Р: гладить; И.: stroke over; T.: sığamak) ҡ.
1. Ус менән нимәнеңдер өҫтөнән йөрөтөү. □ Гладить, поглаживать. Башты һыйпау, һаҡалды һыйпау. Н Һаҡалды тубығыма һалып, ҡул һыртын һыйпап, иркәләп ултырғым килә. Т. Йәнәби. Мортаза бурылды алып ҡайтыу менән бағанаға бәйләп ҡуйҙы ла, аҡрын ғына иркәләй-иркәләй, муйындарынан башлап ҡойроғона тиклем һыйпап сыҡты. С. Агиш. Иншар, өләсәһе менән йәһәт кенә курешеп, Һарыбайҙың башынан һыйпаны ла вагондан сығырға ашыҡты. Р. Байбулатов.
2. кусм. Йомшаҡ ҡына итеп өҫтән йөрөтөп тейеү (ел, һауаға ҡарата). □ Гладить, слегка обдувать (о воздухе, ветре).
■ Иртәнге ел әкрен генә өрөп, һыйпап утә улән баштарын. Ғ. Сәләм. Урал ҡаяларына урмәләп кире төшкән йылы июль еле танк өҫтөндә һәм платформаларҙа ултырыусы танкистарҙың биттәрен һыйпап, сәстәрен тарай. Ғ. Аллаяров.
3. кусм. һөйл. Тиҙ генә ашап бөтөрөү. □ Уплетать. Бер көршәк майҙы һыйпау. Бер туҫтаҡ ашты һыйпап ҡуйыу. Икмәкте һыйпап ҡуйыу.
4. Массаж яһау. □ Массажировать. Йоҡлар алдынан арҡаһын һыйпау.
♦ Баштан һыйпамау кешене ниндәйҙер эше, ҡылығы өсөн яуап бирҙереү, хупламау. □ соотв. По головке не погладят. М Техниканы ҡыйратһаҡ, баштан һыйпамаҫтар,- тип йөрәкһеп һөйләй башланы Дәуләтов. Ш. Янбаев. Ыңғайға һыйпау {йәки һыпырыу) ни ҡылһа ла хуплау, йөпләү. □ Одобрять, соглашаться. М Рәхимә ҡартының был тынын да яҡшы һиҙә. Шуға курә лә ул уның ыңғайына һыпыра. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫЙПАШТЫРЫУ (һыйпаштыр ) (Р: поглаживать; И.: stroke over; T: sıvazlamak) ҡ.
Һыйпап-һыйпап алыу. □ Поглаживать. ■ Сәмерхан ҡарт ҡулын ғына һелтәне, куңеле нескәргәнен һиҙҙермәҫ өсөн турайғырҙың ялын һыйпаштырҙы. Ф. Аҡбулатова. Хаммат кунрлле генә йылмайып тынып ултырҙы, етеп киткән ҡуйы һаҡал төпһәләрен һыйпаштырып алды. 3. Биишева. Фазыл таҡыр башын һыйпаштырып алды ла иғтибарлы ҡараған ҙур һоро куҙҙәрен Илмырҙаға төбәне. Ә. Вәли.
ҺЫЙРАҠ (һыйрағы) и. диал. ҡар. сираҡ. Уй, һыйрағың матур. Һыйрағынан һыу кисеп йөрөй. Һыйрағына тиклем бысранған.
ҺЫЙСАН с. ҡар. һыйсыл. Һыйсан хужа.
■ Ҡарабай айбар ир булған, һыйсанлыҡта бер булған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҺЫЙСЫЛ (Р: гостеприимный; И.: hospitable; T: konuksever) с.
Кешене һыйларға, ҡунаҡ итергә яратҡан; ҡунаҡсыл. □ Гостеприимный, хлебосольный. Һыйсыл хужа. Һыйсыл хужабикә. Һыйсыл ҡатын. Һыйсыл ҡоҙа.
ҺЫЙ-ХӨРМӘТ (Р: угощение; И.: eats and drinks; T: ziyafet) и. йыйн.
656