Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 657


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЙЫР
1. Ҡунаҡты ҡәҙерләп ашатыу-эсереү өсөн әҙерләнгән аҙыҡ-түлек. □ Угощение, һый-хөрмәт әҙерләу. ■ Йырлайыҡ беҙ был яңы йылда, һый-хөрмәт мул булһын табында. Н. Иҙелбай. Юлда ҡара янып тигәндәй килеп ингән уҫмерҙе кургәс, курше апай, ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршылаған һымаҡ, ихлас һый-хөрмәт әҙерләргә керешеп китте. Р. Байбулатов. Эйе, оло балалары тыуған йорт юлына туҙан төшөрмәне, әсәләрен һый-хөрмәттән өҙмәнеләр. Н. Ҡотдосов.
2. Ҡәҙер-хөрмәт. □ Почёт. Һый-хөрмәт курһәтеу. Һый-хөрмәткә лайыҡ. Һый-хөрмәттән куңеле булды.
ҺЫЙ-ХӨРМӘТ ИТЕҮ (һый-хөрмәт ит-) (Р.: угощать; И.: treat; T.: ikram etmek) ҡ.
Ҡәҙерләп ашатыу-эсереү, хөрмәтләп ҡунаҡ итеү. □ Угощать, оказывать почёт. ■ Рахманғол килгәндә, Ғариф, яҙыу-һыҙыу эше бөткәс, билдәле, һикегә көрәгә менән бал килтереп ултырта, һый-хөрмәт итә. Ж. Кейекбаев.
ҺЫЙ-ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕҮ (һый-хөрмәт күрһәт-) ҡ. ҡар. һый-хөрмәт итеү. ■ Ҡунаҡтарға һый-хөрмәт курһәтеп йоҡларға һалғас, Юламан менән Барса тағы икәүҙән-икәү генә ҡалдылар. Б. Рафиҡов.
ҺЫЙЫҠ с. диал. ҡар. шыйыҡ. Ҡаймағы һыйыҡ. М Өйө бейек, өйрәһе һыйыҡ, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде боронғолар. Ж. Кейекбаев. Эш һәйбәтерәк тә барыр ине лә, - бригадир ҡаҙан янында бешеренеп йөрөүсе Гөлнисаға ымланы, - тик, Байрамғолов иптәш, аш һыйыҡ. Р. Байымов.
ҺЫЙЫМ и. ҡар. һыйыш. Самауырҙың һыйымы. Мискәнең һыйымы. Һыйымы ҙур.
ҺЫЙЫНДЫРЫУ (һыйындыр-) (Р: прижимать; И.: press to; T.: sıkıştırmak) ҡ.
1. Нимәгәлер ныҡ яҡын килтереү, яҡынлатыу. □ Прижимать, притеснять. Мөйөшкә һыйындырыу. М Март һыуығы усаҡ тирәләй бесән түшәп, асыҡ һауала йоҡларға ятҡан кешеләрҙе бер-береһенә һыйындырҙы. Ш. Янбаев.
2. Ярҙам, хәстәр күрһәтеп яҡынлатыу. □ Приютить кого, давать убежище, пристанище кому. Үҙеңә һыйындырыу. ■ Арҙаҡлы батырҙың старшинаны уҙенә һыйындырыуы яҡшы, бәлки, төрлө хәуефтәрҙән, ул-был яҫҡыныуҙарҙан аралай алыр. Ғ. Хөсәйенов. Ул саҡта әле Мәҙинәне тыуған төйәгем, беҙҙе яҡындан белгән кешеләр бар, улар ацлар, улар
һыйындырыр тигән уй йылыта, шул уй йәшәргә көс бирә ине, ә хәҙер... Т. Ғарипова.
ҺЫЙЫНЫУ (һыйын ) (Р: жаться; И.: snuggle; T.: sıkışmak) ҡ.
1. Нимәгәлер ныҡ яҡын килеп терәлеү. □ Жаться, прижиматься, льнуть. Бала атаһына һыйына. Һыйынып ултырыу. ■ Ҡаяларға һыйынып ауыл ята, уң яғында иркен, киң дала. X. Ҡунаҡбай. Ҡолондар һәм ябағалар әсәләре, ағалары янына һыйындылар. С. Агиш. Йөк өҫтөндә икәү: аҡ һаҡаллы ҡарт һәм уның йәнәшәһендә уға һыйынып ултырған сибек кенә бер малай. Ә. Байрамов.
2. Ярҙам өмөт итеп яҡынлау. □ Обращаться за помощью к кому, просить помощи у кого. Ололарға һыйыныу. ■ Аптыраным, талдым, юлдан яҙҙым, ярҙам һорап һиңә һыйындым. X. Ғәбитов. Туйға тиклем атаһына ғына һыйына ине Нәфисә, атаһынан ғына яҡлау эҙләй ине. Ш. Янбаев.
3. Йәшенеү, ҡасыу. □ Прятаться, забиваться. Ағас артына һыйыныу. Мөйөшкә һыйыныу. ■ Тик мин мендем башыңа, һыйындым мин ташыңа. Халыҡ йырынан.
ҺЫЙЫНЫШЫУ (һыйыныш-) ҡ. урт. ҡар. һыйыныу, взаимн. от һыйыныу, һыйынышып ултырыу. ■ Бер-береһенә һыйынышып, ашыҡмай ғына атлаусы ике шәүлә ҡапыл күҙҙәремә салынды. Д. Исламов. Биттәре мунсанан сыҡҡан төҫлө ҡыҙарған үҫмерҙәр, бер-береһенә һыйынышып тигәндәй, урамға килеп сыҡты. Р. Байбулатов. Мейескә һыйынышып, үҙенә ҡыҙыҡһынып ҡарап торған, бер-бер артлы үҫеп килгән өс малайҙы күргәс, Назаров көлөп ебәрҙе. Н. Мусин.
ҺЫЙЫР I (Р.: корова; И.: cow; T.: sığır) и.
1. һөт өсөн аҫралған айыры тояҡлы эре мөгөҙлө инә мал. □ Корова. / Коровий (лат. асса). Тана һыйыр. Туҡал һыйыр. Тыуса һыйыр, һөтлө һыйыр, һыйыр көтөү, һыйыр һауыу. ■ Быҙау, ауыҙын тейҙереп, әҙерәк тылҡытып алмағас, һыйыр эймәй икән. Ф. Иҫәнғолов. Ҡалҡыулыҡҡа менгәс, ферманың аҡ һыҙат булып теҙелешеп ултырған һыйыр аҙбарҙары күренде. Т. Ғарипова. • һыйыры барҙың һыйы бар. Мәҡәл.
2. күсм. һөйл. Әкрен, ҡулайһыҙ ҡуҙғалған ҡатын-ҡыҙға әйтелә. □ Корова (используется по отношению к медлительной, неуклюжей
657