Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 658


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЙЫР
женщине). ■ [Кәрим - Сәрбигә:] һыйыр, алдыңа ҡарап йөрөй белмәйһең. X. Ибраһимов.
3. миф. Тотем хайуан, 12 йылдың береһенең эйәһе. □ Корова, первопредок, тотем, покровитель, один из символов года двенадцатилетнего животного цикла у мусульман. ■ Һыйырҙы әрләу, һуғыу -гөнаһ, тиҙәр. Һыйыр сирләһә: «66 ала куҙ, 77 ҡара куҙ. Әллә ир, әллә ҡатын, Хәсәнә... Куҙ тейҙергән кешеләргә ҡара борос», - тиәһең дә, «өф» тип өрәһең дә өҫтөн һыпыраһың. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ һыйыр ауырыуы ығыш, булдыҡһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Говорится по отношению к неспособному, ленивому человеку. Эй, һыйыр ауырыуы, шуны ла эшләп ҡуймаған, һыйыр ҡойроғо тейеү шаяр. аҙыҡ-түлек бәрәкәтле, мул булыу; һөт-май йоғоу (аҙыҡҡа). □ О благополучии. ■ Коймаҡтиһәң, ҡоймаҡ, тәбикмәк тиһәң, тәбикмәк тугел нәмә бешерҙе [өләсәйем]. Телеңде йоторлоҡ булды. - Һыйыр ҡойроғо тейҙе шул, - тине өләсәйем сәй артында, - шуға тәм керҙе. Р. Низамов, һыйыр мөгөҙөнә элер нәмәһе юҡ бик ныҡ ярлы, кейем-ҡаралдыһы бөтөнләй юҡ, тигәнде аңлата. □ Бедный. ■ [Аса-тайҙың] өйөндә һыйыр мөгөҙөнә элер нәмәһе, йорт малынан бесәйе лә юҡ. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫЙЫР II (Р.: название башкирского родового подразделения; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт араһының исеме. □ Название башкирского родового подразделения. Һыйыр араһынан булыу. Һыйыр араһына ҡарай. Һыйыр араһы вәкиле.
ҺЫЙЫР АЯҠ (аяғы) (Р: мифический персонаж с ногами коровы и головой собаки; И.: snipe; T: bir mitoloji kahraman) и. миф.
Аяғы һыйырҙыҡы, башы эттеке кеүек булған мифик персонаж. □ Мифический персонаж с ногами коровы и головой собаки. Һыйыр аяҡ тураһында һөйләу. Һыйыр аяҡ менән ҡурҡытыу.
ҺЫЙЫРҒОЙРОҠ (һыйырғойроғо) (Р: коровяк; И.: mullein; T.: sığırkuyruğu) и. бот.
Һары суҡ сәскәле, алмаш япраҡлы бейек ҡый үләне. □ Коровяк (лат. Verbascum).
Һыйырғойроҡ сәскәһе, һыйырғойроҡ япрағы. Баҡсаны һыйырғойроҡ баҫҡан.
ҺЫЙЫР ЙЫЛЫ (Р: год коровы; И.: year of the Ox; T: Sığır yılı) и.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең икенсе йылы. □ Год коровы (второй год двенадцатилетнего животного цикла у мусульман). ■ Һыйыр йылы йот йылы һанала, йыл насар килә. һынамыш.
ҺЫЙЫР МАЛЫ (Р.: крупный рогатый скот; И.: cattle; T.: sığır hayvanlar) u.
Ауыл хужалығында үгеҙҙәр ғаиләһенә ҡараған хайуандар. □ Крупный рогатый скот (лат. Bos taurus). ■ Һыйыр малының һаны ҡыҫҡарғас, һөт етештереу ҙә кәмене. «Киске Өфө», № 33, 2014. Яңы морон төрткән улән апаруҡ уҫте, шуға ла район малсыларына һыйыр малын 1 майға тиклем йәйләугә кусереу бурысы ҡуйылды. «Көнгәк», 23 апрель 2012.
ҺЫЙЫРСАЙ и. диал. ҡар. ҡусҡар I, 1. Һыйырсай ҡабырсағы табыу. Һыйырсай кеуек йәшенеу.
ҺЫЙЫРСАҠ (һыйырсағы) (Р: улитка;
И.: snail; T.: salyangoz) и.
1. Лайлаланып торған ҡабырсаҡлы әкәм-төкәм; ҡусҡар. □ Улитка (лат. Gastropoda).
2. миф. Мифлаштырылған йән эйәһе. □ Улитка (мифологизированный моллюск; по представлениям башкир, улитки являются коровами Аллаха). Һыйырсаҡ - Алла һыйыры.
ҺЫЙЫР СӘНСКӘГЕ и. диал. ҡар. уҡра 2. Һыйыр сәнскәген таҙартыу, һыйыр сәнскәгенә керәлин һөртәләр. Һыйыр сәнскәгенә ҡаршы дарыу.
ҺЫЙЫР СӘСКӘГЕ и. диал. ҡар. уҡра 2. Һыйыр сәскәге сығыу. Һыйыр сәскәгенә май һөртөу. Һыйыр сәскәген йыуып таҙартыу.
ҺЫЙЫР ТЕЛЕ (Р: серпуха; И.: sawwort; T.: testere bitkisi) и. бот.
1. Еп буяу өсөн һары буяу алына торған оҙонса киртләс япраҡлы, ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һары сәскәле үлән. □ Серпуха (лат. Serratula coronata). Һыйыр теле сәскәһе. Һыйыр теленән буяу алыу. Һыйыр телен балаҫ буяғанда тотона торғайнылар, һары булып сыға. Эре улән, туғайҙа була.
2. Ҡаҙаяҡтың бер төрө. □ Один из видов папоротника, һыйыр теле япрағы.
658