Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 659


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЙЫШЫУ
3. туҡ. һары буяу. □ Жёлтый или оранжевый краситель из настоя серпухи, һыйыр теле менән буялған туҡыма.
ҺЫЙЫР ШАЛҠАНЫ (Р.: брюква; И.: rutabaga; T.: şalgam) и. бот.
Кеше йәки мал аҙығы булараҡ ҡулланылған ике йыллыҡ үҫемлек. □ Брюква (лат. Brassica napobrassicd). һыйыр шалҡаны сәсеу. һыйыр шалҡаны уҫтереу. Малға һыйыр шалҡаны ашатыу.
ҺЫЙЫР ӘТТӘГЕ (Р: корень лопуха; И.: burdock root; T.: dulavratotu kökü) и. диал.
Шайтан таяғы тамыры. □ Корень лопуха. һыйыр әттәге ҡаҙып алыу. Һыйыр әттәге ҡайнатыу, һыйыр әттәге төнәтмәһе.
ҺЫЙЫР ЯТАҒЫ (Р.: открытый летний загон для скота; И.: corral; T.: ağıl) и. диал.
Ялан кәртә. □ Открытый летний загон для скота. Һыйыр ятағын таҙартыу, һыйыр ятағын кәртәләу. һыйыр ятағына малды бикләп ҡуйыу.
ҺЫЙЫУ (һый-, һыя) (Р: входить куда; И.: go in; fit; T.: sığmak) ҡ.
1. Дәүмәле тап килеп, тишек-ярыҡҡа үтеү. □ Входить, умещаться куда, проходить. Ярыҡҡа һыйыу. Тишеккә һыйыу. • Энә һыйған ергә еп тә һыя. Әйтем.
2. Күләме тап килеп, нимәнеңдер эсенә урынлашыу. □ Умещаться, вмещаться, помещаться, входить куда. Ҡумтаға һыйыу. Мейескә һыйыу. ■ Һыуы ярына һыймаған йылғаһы куп Уралтау. Ҡобайырҙан. Шунан [ат] һарай эсенә һыймай, сапсынып һикерә, урәпсей башланы, ти. Әкиәттән.
3. Үлсәүе, күләме буйынса тура килеү. □ Быть впору, подходить по размеру. Был бурек миңә һыя. Был кулдәк миңә һыймай.
4. кусм. Нимәлер билдәләгән сик-самаға тап килеү. □ Подходить, соответствовать. Йолаға һыймаған эш. № [Ҡормай:] Бер ауылдың куҙ терәп торған урманын һатып ашайһың бит. Был ниндәй законға һыя? Б. Бикбай.
5. кусм. Ярап, артыҡ күренмәй йәшәү. □ Жить в ладу, в согласии. Ҡәйнә менән килен һәр саҡ һыйып йәшәнеләр. М [Бай бисәһе:] Бала-сураһы менән һыйып тороуҙары етмәй, бай балаһын ҡағалар, һ. Дәүләтшина. • Ҡыҙыл телем тыйманым, ҡыҙым өйөнә һыйманым. Мәҡәл.
♦ Донъяға һыймау шашып, бөтә кешене рәнйетеп йөрөү. □ Гордиться, кичиться. М Асыуын, ыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Әбей батша тиреһенә генә тугел, ә бөтә донъяға һыймай, көн дә ыҙғыш-талаш ҡуптарып торған. Әкиәттән. Тирегә һыймау асыуланып, түҙә алмаҫ булыу. □ Сердиться. М [Салауат:] Эй, ҡайһығыҙ унда тиреһенә һыймай? Уйылдан, һинме? Ҡара, был юлы йәлләп тормам! Б. Рафиҡов. Эскә һыймау шатлыҡ, ҡайғы һ. б. берәй тойғоно белгертмәй түҙә алмау. □ Переполниться (радостью, горем). Асыуы эсенә һыймай. ■ Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын курҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Әкиәттән.
ҺЫЙЫШ (Р: вместительность; И.: capacity; T.: sıygı) и.
Нимәнеңдер үҙ эсенә һыйҙырыу мөмкинлеге. □ Вместительность, ёмкость. Самауырҙың һыйышы. Мискәнең һыйышы. һыйышы
....... _ „ „
ҺЫЙЫШЛЫ (Р: вмещающий; И.: containing; T.: hacimli) с.
Ҡупмелер күләмде һыйҙырырлыҡ. □ Вмещающий, ёмкостью. Бер кунәк һыу һыйышлы ҡаҙан. Ике кунәк һыу һыйышлы мискә. Өс литр һыйышлы тире һауыт.
ҺЫЙЫШЫУ (һыйыш-) (Р: вмещаться; И.: find room; be placed; T.: sığmak) ҡ.
1. Күмәкләп бер урынға һыйыу. □ Вмещаться, помещаться. Булмәгә һыйышыу. ■ Үҙ теләктәре менән фронтҡа китергә теләп килгән кешеләр военкоматтың йорт эсенә тугел, ишек алдына ла һыйышмай ине.
3. Биишева.
2. Үҙ-ара татыу, талаш-тартышһыҙ йәшәү. □ Быть в согласии, сосуществовать, һыйышып йәшәу. V Ҡуңыр йөҙөндә тәрән кулдәй тонйораған ҡараһыу-зәңгәр куҙле был ҡатын баш табип Лоҡман Талипович менән һыйыша алмай. Т. Ғарипова.
3. ҡар. һыйыныу 1. ■ Боролманан һуң урман буйына һыйышып ултырған йорттар куренде. Ә. Бикчәнтәев.
♦ Асыуға һыйыша алмау ныҡ асыуланып, нишләргә белмәй ярһыу. □ Быть вне себя от ярости. Ҡарт, асыуына һыйыша алмайынса, ярһыны. Майына (йәки тиреһенә) һыйыша
659