Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 660


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҠА
алмау яҡшы тормоштан, рәхәтлектән ҡотороноу, шашыу. □ соотв. С жиру беситься. И Ҡарт, тиреһенә һыйыша алмай, асыуланды. Р. Өмөтбаев.
ҺЫҠА (Р.: сугроб; И.: bank of snow; T.: kar yığını) и. диал.
1. Нимәгәлер һырытып, ел өйгән ҡар; көрт.
□ Сугроб, һыҡа һалыу. Ҡар һыҡаһы. Юл ситендә ҡар һыҡаһы.
2. Бәҫ, ҡырау. □ Иней. Һыҡа ҡуныу. Ағастарға һыҡа ҡунған.
3. Өрпәк ҡар. □ Пушистый снег. Һыҡа яуа. һыҡа һырый.
4. Санаға йәбешеп торған ҡар. □ Липкий снег, һыҡа йәбешеү. Санаға һыҡа йәбешкән.
ҺЫҠҠЫС (Р: пресс; И.: masher; T: baskıç) и. һойл.
Һығып, нимәнеңдер майын, һутын сығара торған ҡорал. □ Пресс. Балауыҙ һыҡҡыс, һут һыҡҡыс. Май һыҡҡыс.
ҺЫҠМЫР (Р: скряга; И.: miser; T.: cimri) с.
Нәмәһен ныҡ йәлләгән, үтә ныҡ, бик һаран кеше. □ Скряга, жмот. Һыҡмыр булыу. ■ Бай кеше һыҡмыр була, Сәйфетдин дә бар байлығын кейәүе менән ҡыҙына тапшырамы тиһәң, элек биргәнен дә кире һорарға килгән. Р. Байымов. Оҙаҡ та үтмәне: «Низам ҡарт йәше ҡыркка етеп барған һыҡмыр Шәкүргә ҡыҙ бирә, имеш», - тигән хәбәр таралды. В. Исхаҡов. Ҡатыны менән ике ҡыҙы, ҡарауылсы ялла тип аталарына күпме инәлһәләр ҙә, һыҡмыр сауҙагәр күнмәгән. X. Мохтар.
ҺЫҠМЫРЛАНЫУ (һыҡмырлан-) (Р: стать, быть скрягой; И.: skin a flint; T: cimri olmak) ҡ.
һыҡмырға әйләнеү, һыҡмыр булыу. □ Стать, быть скрягой, жмотом. ■ [Харис:] Тотош ауыл ҡунаҡ булышып ятҡанда, ниңә беҙгә һыҡмырланырға? Б. Бикбай.
ҺЫҠРА I (Р: моча; И.: urina; T.: sidik) и.
1. Ауырыу һ. б. сәбәп менән ағып, тамып, еҫләнеп һаҫыҡ булып торған бәүел. □ Моча, урина, һыҡра еҫе. һыҡраһы аңҡып тора. М Юрғанға, күрәһең, бала-саға һыҡраһы һеңеп бөткән, танауҙы ярырлыҡ еҫ бәрелде. Н. Мусин.
2. Бәүелен тота алмаған кеше. □ Человек,
страдающий недержанием мочи, зассыха. Һыҡра әҙәм. һыҡра булыу, һыҡра бала.
3. күсм. мыҫҡ. Үҙен эре тотоп маташҡан меҫкен кешене мыҫҡыллап әйтелә. □ О высокомерном человеке, һыҡра, үҙен әллә кемгә ҡуйған була бит әле ул.
ҺЫҠРА II (Р: обработанная конопля; И.: treated hemp; T.: işlenmiş kenevir) и. диал.
Тарма үҙәге. □ Обработанная конопля. һыҡра алыу. Һыҡра эшкәртеү.
ҺЫҠРАНЫУ (һыҡран-) (Р: страдать;
И.: suffer, labour under; T.: acı çekmek) ҡ.
1. Әрнеү; әсенеү. □ Страдать от чего. // Страдание. Ҡайғынан һыҡраныу. Ауыр тормоштан һыҡраныу. ■ Тәнзилә үҙен ҡулға алырға, бер ҙә күңелһеҙләнмәҫкә тырышҡайны, ләкин йөрәге ниңәлер һыҡрана. С. Поварисов. Нурия, ҡыҙарып шешеп сыҡҡан һәм туҡтауһыҙ янып, әрнеп торған аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, бер нисә көн буйы һыҡранып, һаташып ятты. Ә. Байрамов.
2. Ауырһыныу, зарланыу. □ Ныть, жаловаться на что. // Нытьё, жалоба. Ауырыуҙан һыҡраныу, һыҡранып йөрөү. ■ Ә бит һыҡранмай [Сәхипьямал], йөрәгенә ҡан һауһа ла, донъя көтә бирә: эшләй, йырлай, ҡайғыра, моңая, нәфрәтләнә. X. Ғиләжев.
ҺЫҠРАТЫУ (һыҡрат-) ҡ. йөкм. ҡар. һыҡрау 1. понуд. от һыҡрау 1. Йөрәкте һыҡратыу. ■ Йөрәк яраһы улай уңалмай икән шул, оҙаҡ һыҡрата икән ул. Яр. Вәлиев. Был сихри кистең башҡаса бер ҡасан да ҡабат-ланмаясағы тойғоһонан тыуған моңһоулыҡ күңелен саҡ ҡына һыҡратһа ла, Асия быны сабыр ғына кисерә. М. Садиҡова.
ҺЫҠРАУ (һыҡра-) (Р: страдать; И.: grieve, labour under; T.: acınmak) ҡ.
1.Ауыр кисерештән, ҡайғынан һ. б. ныҡ әрнеү, әсенеү. □ Страдать, горевать, печалиться. // Страдание, печаль. ■ Б1сынлап та, илдең ҡотон, моңон һаҡлаған аҡһаҡал булған икән ул ҡарт, уны дейеү урлап алып киткәс, ҡайғынан халыҡ һыҡрай. Ш. Янбаев. Саръян, йөрәге һыҡрап, иңбашындағы шинелен ҡулына алды ла, ирлән ҡаҙып ташлаған ярмалы ҡыҙыл балсыҡ өйөмөнә ултырып, тын ҡалды. Ә. Байрамов. Башы ҡоршау һуҡҡандай зыңҡый, йөрәге игәү ҡырған шикелле һыҡрай ине Заһиттың. Яр. Вәлиев.
660