ҺЫҠТЫРЫУ
2. Ауырһыныу, зарланыу □ Ныть, жаловаться на что, стенать, стонать. // Нытьё, жалоба. Я Сабит ағай, башын аҫҡа эйеп оҙаҡ ҡына һуҙһеҙ торғандан һуң, тештәрен ҡыҫып һыҡрап ҡуйҙы. В. Исхаҡов.
ҺЫҠРАШ (Р.: страдание; И.: suffering; Т.: ıstırap) и.
1. Ныҡ ҡайғырған, әрнегән ауыр кисереш. □ Страдание. Халыҡ һыҡрашы. ■ Әрнеу, һыҡраш менән ауыл гөж килә. И. Насыри.
2. Зар, зарланыу. □ Нытьё, жалоба, һыҡраш тулы телмәр. Ул һуҙен һыҡраштан башланы. Һыҡраштарҙы тыңларға тура килә.
ҺЫҠРЫҠ (һыҡрығы) и. ҡар. һыҡра I, 1. Һыҡрыҡ еҫе. Һыҡрыҡ эҙе. Һыҡрыҡ менән ҡатҡан кейем.
ҺЫҠТАМСЫРАП ТОРОУ (һыҡтамсы-рап тор-) (Р: быть пасмурным; И.: glower; be overcast; T.: bulutla kaplamak) ҡ. диал.
Болотлап тороу. □ Быть пасмурным. Көн һыҡтамсырап тора. Һыҡтамсырап торһа ла, бесәнгә киттек, һыҡтамсырап торғас, ураҡҡа барманыҡ.
ҺЫҠТАТЫУ (һыҡтат-) ҡ. йөкм. ҡар. һыҡтау, понуд. от һыҡтау. Йөрәкте һыҡтатыу. Ҡайғы һыҡтата. Ауыр хәбәр һыҡтатты.
ҺЫҠТАУ I (һыҡта-) (Р: страдать; И.: labour under; T.: acınmak) ҡ.
1. Ауыр кисерештән, ҡайғынан әрнеү; әсенеү, һыҡрау. □ Страдать, горевать, печалиться. // Страдание, печаль. Һыҡтап йәшәу. Һыҡтап зарланыу. Йөрәк һыҡтай. М Йәмиләнең кәуҙәһе ниндәйҙер эске һыҡтауҙан ҡалтырағаны һиҙелә ине. 3. Ураҡсин. Гаев, барлыҡ ҡайғыһын, йөрәк һыҡтауҙарын тышҡа бөркәргә теләгәндәй, тәрән көрһөндө. Ш. Янбаев. Айбулаттың йөрәге һыҡтап, дуҫын йәлләне. Һ. Дәүләтшина.
2. Әсенеп, әрнеп, өнһөҙ илау. □ Всхлипывать. Һыҡтап илау. ■ Ҡышлаҡтағы ыңғырашыу, һыҡтау тауыштарын ҡапларлыҡ икенсе бер әсе тауыш ишетелде. Б. Хәсән. Зәкирә өндәшмәй, һыҡтауын белә. Ф. Чанышева. Сырхап йөрөгән икән, балаҡайым, - тип һыҡтаны Өммөгөлсөм. 3. Биишева.
3. Мәрхүмдәргә ҡайғырып илау. □ Плакать, всхлипывать. ■ Яубаҫаровты ерҙән кутәреп алып китә башлағас, Бибинурҙың йөрәк өҙгөс һыҡтауы һауаны ярҙы. Д. Бүләков.
4. диал. Сеңләү. □ Плач-причитание (часть свадебного обряда). Ҡыҙҙың һыҡтауы. Ҡыҙҙың атаһына һыҡтауы.
5. Зарланыу, ризаһыҙлыҡ белдереү. □ Ныть, жаловаться. ■ Юғиһә вәзир ҡаҙна наҡыҫлыҡҡа һыҡтауҙан бушамай. Ә. Хәкимов.
ҺЫҠТАУ II (Р: плач; И.: lament; T.; ağıt) и. фольк.
Үлгән кешенең йәшлеген, матурлығын, яҡшылығын, ҡиммәтен, үҙенән һуң ҡалдырған көйөнөстәрҙе телгә алып, илап уҡылған боронғо фольклор жанры. □ Плач. ■ Һыҡтауҙарҙа мәңге юғалтыу ҡайғыһы, унан тыуған хис тәрәнлеге һәм шәхесте юғары дәрәжәлә һынландырыу тетрәндергес бирелә. Ә. Сөләймәнов.
ҺЫҠТАШ (Р: плач; И.: song of lamentation; T.: ağlama) и.
Ауыр ҡайғынан, хәсрәттән һ. б. ауыр кисерештәрҙән әрнеп, әсенеп илаған хәл. □ Плач. М Өс көн, өс тон яуғала, эшкәлә сығыусы булманы, Аҡтау өҫтөндә илаш, һыҡташ ҡына яңғырап торҙо. 3. Ураҡсин. Майҙанда ҡаршылаш, тартыш, илаш, һыҡташ ҡупты. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЫҠТАШЫУ (һыҡташ-) ҡ. урт. ҡар. һыҡтау, взаимн. от һыҡтау.
Һыҡташып йәшәу. Һыҡташып һөйләшеу. һыҡташып йөрөу.
ҺЫҠТЫРЫЛҒАН БАЛ (Р: мёд, пропущенный через медогонку; И.: honey treated in honey press; T.: süzme bal) и.
Айыртылған бал. □ Мёд, пропущенный через медогонку. Һыҡтырылған бал ашау. һыҡтырылған балды һауыттарға тултырыу. Һыҡтырылған балды улсәп ҡарау.
ҺЫҠТЫРЫУ (һыҡтыр ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һығыу, понуд. от һығыу. Билде һыҡтырыу. Муйынды һыҡтырыу. Аяҡты һыҡтырыу.
2. Тарттырыу, ҡыҫыу. □ Затягивать, һыҡтырып бәйләу. М Биксәнтәй, өҫтөндәге ҡалын кулдәген йырта һалып, Әхмәтйәндең яралы ҡулын терһәк өҫтөнән һыҡтырып бәйләне, һәлберәп төшкән баш тиреһен рәтләп, матҡып урап ҡуйҙы. И. Ноғманов. Салих тундың билен һыҡтырып быуҙы, ҡылыс таҡты, винтовканы арҡаһына аҫты һәм, ҡара айғырға ырғып менеп, тауға юрттырҙы. Ғ. Хисамов.
661