ҺЫЛАУ
ҺЫЛАНЫП ҺЫЙПАНЫУ (һыланып һыйпан-) (Р.: прихорашиваться; И.: prink; T.: süslenip püslenmek) ҡ.
Төҙәтенеү, биҙәнеү. □ Прихорашиваться, принаряжаться. М Гузәл зат көнөнә йөҙ тапҡыр көҙгөгә куҙ һалып, һыланып-һыйпанып ала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2014. Был ҡыҙҙар, яҡшы кейенеп, һыланып-һыйпанып, икәуләп Юлғөтлоға һәр көн аҙыҡ килтерә башлайҙар. Әкиәттән.
ҺЫЛАНЫУ (һылан-) ҡ.
1. төш. ҡар. һылау 1. страд, от һылау 1. Һыланған өй. ■ Төшкә тиклем байтаҡ стена һыланғайны инде. Ғ. Хисамов. Өйҙәр, ҡоймалар тыштан һыланып, бик матурлап ағартылған. Ғ. Ибраһимов.
2. Яғылып, ныҡ йәбешеү; һылашыу. □ Прилипать. ■ Ғәлимйәндең битенә, муйынына урмәксе ауҙары, йәбешкәк ҡарышлауыҡтар һылана, һирәк-һаяҡ яңы терелгән серәкәй килеп ҡуна. Ә. Ғибәҙәтов.
3. кусм. Тәнгә ятып, һылашып, килешеп тороу (кейем-һалымға ҡарата). □ Идти, быть впору. ■ Тәненә һыланып торған елпеу ҡара кулдәк, аҡ башалтай менән ецел башмаҡ кейгән, урта буйлы, еңел хәрәкәтле был ҡыҙ, һутелгән толом остары менән уйнай-уйнай, Сағыл моронона, таш ҡатламдары яғына ҡарай йунәлде. X. Ғиләжев.
ҺЫЛАП-ҺЫЙПАП (Р.: бережливо; И.: economically; T: özenle) р.
1. Һаҡлап, ҡәҙерләп тотоноу (кейем-һалымға һ. б. ҡарата). □ Бережливо (по отношению к одежде и т. д.). ■ Таиба әбей китаптарҙы, һаҡлыҡ менән берәм-берәм ҡулына алып, һылап-һыйпап ҡарай-ҡарай, урындыҡҡа теҙә барҙы. 3. Биишева.
2. Яратып, һөйөп. □ Заботливо, любя. Һылап-Һыйпап уҫтереу. ■ Баланың бит һылап-һыйпап буйын ғына уҫтерәһең, аҡылын уҫтермәйһең шул! Т. Сәғитов. Мәҙинә Бөйрәкәйен һылап-һыйпап йыу ыу ын белде. Т. Ғарипова.
Ъ.кусм. Хәйләләп, хәйлә менән. □ Обманывая, вводя в заблуждение кого. Һылап-Һыйпап оҙатыу. ■ [Исламғәле] бер көн бер аулаҡ ҡына ваҡыт ҡарап торҙо ла, ҡыҙын саҡырып алып, һылап-һыйпап яйын тартып ҡараны. И. Насыри.
4. Күмеп, ҡаплап. □ Заваливая, заметая. ■ Хәҙер теге юлсының эҙҙәрен ҡар саңдары
өйөрмәһе урыны -урыны менән һылап -һыйпап та ҡуйған. Р. Байбулатов.
ҺЫЛАТЫУ (һылат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һылау 1, 2, 4-7. понуд. от һылау 1, 2, 4-7. Өйҙө һылатыу. Эсте һылатыу. ■ Сыҡҡан аяҡты һылатып төшөрәләр. Экспедиция материалдарынан. Колхоз да был буш арала тырышып мал торлаҡтарын, иген келәттәрен йунәттерә, тиреҫ өйҙөрә, балсыҡ һылата. Й. Солтанов. Һуңынан инде атайым уҙенең ҡабырғаһын теше төшкән имсе ҡарсыҡтан һылатты. Ғ. Хәйри.
2. ҡар. һылау 8. ■ Сөләймән, ишеккә һылатып һалған көрттө йырып сығыу менән, даңҡ та даңҡ килтереп, иҫке тасты ҡаға башланы. 3. Ураҡсин.
ҺЫЛАУ (һыла-) (Р: мазать; И.: smear; T.: sıvamak) ҡ.
1. Нимәгәлер йомшаҡ, һыулы нәмә йәбештереү. □ Мазать, обмазывать, замазывать что. Балсыҡ һылау. Һылап ҡуйыу. Өй һылау. Мейес һылау. Нигеҙ һылау. ■ Бөгөн көндөҙ эшкә бөтмөр Вәлимә, Хәкиме менән иртук балсыҡ иҙеп, өй нигеҙен һылап ташланы. С. Шәрипов.
2. Дауалау маҡсатында тәнде ыуыу. □ Поглаживать, массировать. Билде һылау. Эсте һылау. ■ Солоҡ ҡарарға сыҡҡан бер ҡарт, ашарына бешереп, быҡтырылған улән-гә ятҡырып, аяғын иртәле-кисле һылап ярҙамлашмаһа, [Барса батырҙың] шунда ятыуы тағы әллә купмегә һуҙылыр ине. Б. Рафиҡов.
3. кусм. Яратып һөйөү, ҡәҙерләү. □ Пестовать. ■ [Карасәс:] Салҡар кулдә йөҙгән аҡҡош кеуек, Ынйыҡайҙы һылап уҫтерҙек. X. Ғәбитов.
4. Яғыу, һөртөү. □ Мазать. Икмәккә бал һылау. Май һылау. Джем һылау. Ҡаймаҡ һылау. Елем һылау. ■ Хәйерниса, тиҙ-тиҙ йыуынып, кунәк ситенә турғай башындай май һыланы ла сығып китте. Б. Бикбай.
5. Һөртөү, йәбештереү. □ Мазать, намазать. Елем һылау.
6. Һыйпау, һыпырыу. □ Гладить. Арҡанан һылау. Эттең арҡаһын һылау.
7. у март. Мисәтләү. □ Запечатать соты воском. Кәрәҙҙе һылау. Һылап ҡуйыу.
8. Күмеү, ҡаплау. □ Завалить. М Төн сыҡҡансы аҙбар ҡапҡаһын ҡар һылап киткәйне. Ф. Әсәнов. Кышҡы оҙон, буранлы төн эсендә
663