Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 664


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫЛАШҠАҠ
шыҡылдап туца мәке, ә ҡалын көрт эҙен дә ҡалдырмай һылап китә. Ш. Янбаев.
♦ һылап ҡуйған һымаҡ тәнгә килешеп, таман ғына булып тороу (кейемгә ҡарата).
□ Точно по фигуре (об одежде). Кулдәге һылап ҡуйған һымаҡ килешә.
ҺЫЛАШҠАҠ (Р.: липкий; И.: sticky; Т.: sıvışık) с.
Һылашып, йәбешеп тороусан. □ Липкий. Һылашҡаҡ балсыҡ, һылашҡаҡ ҡар. Ш [Фәти-ховтың] ҡулы һылашҡаҡ шыйыҡсаға тейҙе. И. Абдуллин.
ҺЫЛАШҠАҠЛАНЫУ (һылашҡаҡлан ) (Р.: становиться липким; И.: become sticky; T.: sıvışık olmak) ҡ.
Һылашҡаҡҡа әйләнеү, һылашҡаҡ булыу.
□ Становиться липким. Ямғырҙан һуң юл һылашҡаҡланды.
ҺЫЛАШТЫРЫУ (һылаштыр-) (Р: обмазывать; И.: daub; T.: yapıştırmak) ҡ.
Яғылдырып, ныҡ йәбештереү. □ Обмазывать (слегка). Балсыҡты һылаштырыу. ■ Ел ҡаршыға иҫә, ул ҡоторона, аяҡтан йыға, тынды ҡыҫа, куҙҙе һылаштыра. Ә. Бикчәнтәев. [Ямал] килен булып төшкәндән бирле ер иҙәнле, балсыҡ менән һылаштырып эшләнгән ҡамыш тушәмле ошо өй әллә нисек ҡапыл тарайған, тәпәшәйгән, тағы ла ергә тубәнерәк төшкән, бәләкәйләнгәндәй булып китте. С. Агиш.
ҺЫЛАШЫУ (һылаш-) ҡ.
1. ypm. ҡар. һылау 1, 2, 4-7. взаимн. от һылау 1, 2, 4-7. Келәт һылашыу. Нигеҙ һылашыу. Өй һылашыу.
2. Яғылып, ныҡ йәбешеү; һыланыу. □ Прилипать, приставать, налипать, обмазаться чем. ■ Тупраҡ дымлы, ауыр, көрәккә һылашып тора. X. Ғиләжев. Баштан-аяҡ ҡарға һылашҡан Искәндәр ҡарттың өҫ-башы аусының аҡ кейеменән купкә айырылмай ине. Р. Вәлиев. Тышта ыжғыр буран, тәҙрәгә ҡар һылашҡан, утеп-һуткәнде курерлек тугел. Г. Яҡупова.
3. Йәбешкәк һымаҡ ныҡ яҡынайып терәлеү, лыпашыу. □ Прилипать, липнуть, приставать. ■ [Бер егет] атының ялына һылашып ятып килеп инде. Ф. Иҫәнғолов. Һалҡын һығып сығарған боҫ, йәбешкәк томанға әуерелеп, тирә-яҡҡа һылаша. Ш. Янбаев. Тетелгән йөн шикелле ҡалын болот ергә һылашҡан. Р. Солтангәрәев. Малайҙар бөтәһе лә туштәре менән ергә һылаштылар. Р. Ғабдрахманов.
4. кусм. Тәнгә таман ғына килешле булып ятыу; килешеп тороу. □ Быть в самый раз (об одежде). Кулдәге һылашып тора. N Д. Юл-тыйҙың өҫтөндә бик килешле, тәненә һылашып торған һоро шинель. С. Агиш. Тәненә һылашып торған аҡһыл һары кулдәге лә, аяғына кейгән бейек уксәле туфлиҙары ла уның [Сания апайҙың] матурлығына тағы ла нәфислек өҫтәй ине. Ф. Чанышева.
5. кусм. Ныҡ ылығыу, һырлығыу. □ Льнуть. Әсәһенә һылашыу. ■ Абдрахмандың егетлеге алдында баш эйеп, уға һылашып йөрөгән ваҡыты булған уның [егеттең]. Ә. Вахитов.
ҺЫЛ БЫР (Р: грязнуля; И.: dirty creature; T: şapşal) с. диал.
Әрпеш, шаҡшы, шамтыр. □ Грязнуля. Һылбыр хужабикә. Һылбыр ҡатын. Һылбыр килен.
ҺЫЛҒАУЫР I и. диал. ҡар. күҫәк. ■ Туҡта инде, мин әйтәм, ҙур ғына һылғауыр табып алдым да умарталыҡҡа киттем. Д. Исламов.
ҺЫЛҒАУЫР II с. диал. ҡар. һонтор, һылғауыр егет. һылғауыр малай, һылғауыр ир.
ҺЫЛҒЫЙ и. диал. ҡар. һуйыл, һылғый ҡырҡыу. Һылғый әрсеу. һылғый менән һыҙырыу. Һылғый менән кәрәген биреу.
ҺЫЛТАҠЛАУ (һылтаҡла-) ҡ. диал. ҡар. һылтыҡлау. Ул һылтаҡлай ине. М Ул [Ихсанбай], тиреҫ өйөмөнән төшөп, өйөнә табан һылтаҡланы. Т. Ғарипова.
ҺЫ Л ТАЛ АУ (һылтала-) ҡ. ҡар. һылтаулау. Ауырыуға һылталау. Аҡса юҡлыҡҡа һылталау. Һылталап килмәй ҡалыу.
ҺЫЛТАМА и. һөйл. ҡар. һылтау II. Һылтама эҙләу. һылтама табыу.
ҺЫЛТАНМА и. ҡар. тоҫҡама, һылтанма биреу. ■ Был мәҡәләлә уға [Тәлләмовҡа] һылтанма йыш буласаҡ. Ғ. Хисамов.
ҺЫЛТАНЫУ (һылтан-) (Р.: ссылаться; И.: refer to; T: bahane etmek) ҡ.
1. Үҙеңде аҡлау өсөн ғәйепте, сәбәпте нимәгәлер ауҙарыу. □ Ссылаться. // Ссылка. Ауырлыҡҡа һылтаныу. ■ Камила әбей ҡалырға, ял итеп, хатта ҡунып китергә ихлас ҡыҫтап ҡараһа ла, эш куплегенә һылтанып, Ғәлиәхмәт ризалашманы. Р. Байымов. Сабит сәғәтенә ҡарап алды ла, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуына барырға йыйыныуына һылтанып, мотоциклына табан атланы. А. Мағазов.
664