ҺЫЛТЫҠЛАУ
2. Икенсе бер текста яҙылған мәғлүмәтте дәлил итеп килтереү. □ Ссылаться. // Ссылка. Яңы әҫәргә һылтаныу. Гәзиткә һылтаныу. Ғилми мәҡәләгә һылтаныу.
ҺЫЛТАУ I (һылта-) (Р.: ссылаться; И.: refer to; T.: bahane etmek) ҡ.
Ғәйепте, сәбәпте кемгә йәки нимәгәлер ауҙарыу. □ Ссылаться. // Ссылка. Ауырлыҡҡа һылтау. В Ә совхоз фермаһында етешмәгән бер һарыҡты ысындан да бурегә һылтап ҡуйғайнылар инде. Б. Бикбай. Һәр нәмәнән элек, һеҙҙең ҡайһы бер колхозсыларығыҙ шикелле, сәсеу ваҡытының алыҫлығына һылтап, ҡул ҡаушырып торорға ярамай. Ғ. Хәйри.
ҺЫЛТАУ II (Р.: отговорка; И.: excuse; Т.: bahane) и.
Аҡлау, аҡланыу өсөн табылған сәбәп. □ Отговорка, повод, предлог. Һылтау итеу. һылтау эҙләу. Һылтау табыу. В Фәхри, йәш председатель ҡалаға киткәндең икенсе көнөндә ук, һыйырҙарға ялатырға тоҙ алып ҡайтыу һылтауы менән, Ҡолсораға юл тотто. Б. Бикбай. Улар [ҡарасәйлеләр] мәҙәкләу өсөн һылтау эҙләп кенә торалар. Ә. Бикчәнтәев. Ҡунаҡҡолдоң, иген ташыуҙы һылтау итеп, алыш-биреш итергә иҫәбе барлығын Хәбибуллин һиҙеп тора ине. X. Ғиләжев. • Туй һылтауы менән тайлы булдым. Әйтем.
♦ Бер һылтауҙан <ике һылтау> ниндәйҙер бер сәбәп сыҡҡанда икенсе эште эшләп ҡалырға уйлағанды белдерә. □ Не было повода, вот он и нашёлся. В Анау ғына торған караптарға тәуге йәҙрәне ук сәпәр инем, тип маҡтанды Ҡараваев, бер һылтауҙан коменданттың өйөн туҙҙырыр инем. Б. Рафиҡов. Һыныҡҡа һылтау бәләкәй генә сәбәпте сәбәп иткән кешегә ҡарата әйтелә. □ Ссылаться на пустяк, неоправданная отговорка. ■ Аҙыҡ ташыусылар бурандан элек ҡайтып киткәйнеләр, хәҙер, һыныҡҡа һылтау, килеп куренгәндәре лә юҡ. И. Ғиззәтуллин. Юҡ һылтауҙы бар итеү сәбәп юҡта сәбәп тапҡан булыу. □ Находить повод, а Сәйҙеямал, юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡайҙалыр ҡабаланып сығып китте. Я. Хамматов.
ҺЫЛТАУ III (һылта-) (Р: прихрамывать; И.: limp slightly; T.: aksamak) ҡ. диал.
Аҡһаңҡырау, сатанлау. □ Прихрамывать. В Бөгөн әллә ниңә тураттың артҡы аяғы һылтап тора. Картотека фондынан.
ҺЫЛТАУЛАНЫУ (һылтаулан-) ҡ. ҡар. һылтаулау. Ваҡыт юҡҡа һылтауланыу. В Ҡиске тамаҡты туйҙырғас, иптәштәрен ҡурергә һылтауланып, Тимерғәле ҡайҙалыр китергә йыйналды. Я. Хамматов.
ҺЫЛТАУЛАУ (һылтаула-) (Р: отговариваться чем\ И.: excuse; T.: bahane aramak) ҡ.
Һылтау, сәбәп табыу. □ Отговариваться чем, ссылаться на кого, что, находить предлог. Насар көнгә һылтаулау. Утын юҡ, тип һылтаулап, мейескә яҡмаған. В Бибисара бик өгөтләһә лә, Зөлхизә, Зәйнуллаһы уянып ҡурҡып ҡуйыр тип һылтаулап, ҡыуышҡа табан китте. Г. Яҡупова.
ҺЫЛТАУСА (Р: стремящийся находить предлог; И.: prone to excuse oneself; T.: bahaneci) с. диал.
1. Сәбәп табыусан. □ Стремящийся находить предлог. Һылтауса студент, һылтауса уҡыусы. Һылтауса бала.
2. Үҙ ғәйебен кешегә ауҙарыусан. □ Стремящийся свалить вину на другого. Ул бик һылтауса, һине ғәйепле итә лә ҡуя.
ҺЫЛТАУСЫҠ (Р: любящий находить отговорку; И.: prone to excuse oneself; T.: bahaneci) с. диал.
Һылтау табырға яратыусы. □ Любящий находить отговорку. Улансығым һылтаусыҡ. Һылтаусыҡ ҡыҙ. Һылтаусыҡ килен.
ҺЫЛТЫҠ (Р: прихрамывающий; И.: limping; T.: aksak) с.
1. Бер аҙ аҡһағыраҡ. □ Прихрамывающий. Һылтыҡ булыу. В Алға утте шунда Татлыбай. Сулаҡ ҡулын һуҙған, аяҡ һылтыҡ. 3. Биишева.
2. Аҡһаҡ, сатан. □ Хромой. В Бәхетһеҙ бала саҡтың был фажиғәле ваҡиғаһынан әле лә ваҡыт-ваҡыт Солтанмәхмуттең ҡан һауған йөрәген телгеләп уткән, мәңге уңалмаҫ тәрән һырлы эҙ һәм һылтыҡ Сол-танмәхмут тип ауыл халҡы йәбештергән ҡушамат ҡалды. Р. Өмөтбаев.
ҺЫЛТЫҠЛАУ (һылтыҡла-) (Р: хромать; И.: limp; T.: aksamak) ҡ.
Бер аҙ аҡһау, әҙерәк сатанлау. □ Хромать, ковылять, припадать на одну ногу. Һылтыҡлап атлау. В Тимербай, һылтыҡлап баҫып, командирҙы эҙләп китте. 3. Биишева. Алдар һылтыҡлай биреп, ҡыҙыу аҙымлап атты утте лә атаһын килеп ҡосаҡланы. Н. Мусин. Ишектән, һул аяғына һылтыҡлап, Рәмилә килеп инде. Ғ. Хисамов.
665