ҺЫЛЫУ
ҺЫЛЫУ I (һылы-) (Р.: снимать мясо с костей; И.: strip the flesh; T.: sıyırmak) ҡ. диал.
һуйған итте һөйәктән тотош көйө һыҙырып айырыу. □ Снимать мясо с костей. Майын һылып алыу. Итте һөйәктән һылыу кәрәк булыр. Тоҙлағанда һөйәгенән һылып алаһың итте. һебәлеге-фәләне менән туште ҡабырғанан һылып алаһың.
ҺЫЛЫУ II (Р.: красивый; И.: beautiful; Т.: güzel) с.
1. Тышҡы ҡиәфәте, төҫө-буйы камил; матур, сибәр (кешегә ҡарата). □ Красивый, пригожий (о человеке). Һылыу егет. Һылыу ҡыҙ. һылыу буй. һылыу йөҙ. ■ Бейә һауыусы ҡаҙаҡ ҡатындары Уралдан килен булып төшкән һылыу башҡорт ҡыҙына ҡарап һоҡланып туя алмағандар, Йәмбикә тип уға ҡушамат исем дә биргәндәр. Ғ. Аллаяров. Кесе өйҙә уҙенең байрам кейемендә - ҡыҙыл кулдәк, көмөш тәңкәле елән, башына ҡыҙыл мәрйендән тегелгән емелдәк ҡашмау кейгән, байрам кейемендә бер һылыу ҡатын ултыра. Ф. Аҡбулатова. Ишек асылып китеугә, унда оҙон сәс толомдарын кукрәгенә төшөрөп ҡуйған зәңгәр куҙле һылыу ҡыҙ куренде. Ә. Байрамов. • һылыу һылыу куренмәҫ, һөйгән һылыу куренер. Мәҡәл.
2. Тышҡы булмышы төҙөк, күңелгә ятышлы; матур. □ Красивый, стройный. Һылыу ҡайын. ■ Куҙҙең яуын алып торған аҡ сәскәләргә төрөнгән һылыу алмағастар тағы ла иркә, шат йымылдаштылар ғына. 3. Биишева. Төйәләҫкәй буйы, ай, туғайы тауҙар менән һылыу ҡыйылған. Халыҡ йырынан.
ҺЫЛЫУ III (Р.: младшая сестра; И.: Junior sister, kid sister; T: kızkardeş) и.
1. Үҙеңдән кесе ҡыҙ туған; һеңле һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Младшая сестра. ■ Һыуға барғанда, кейәуҙең уҙ һылыуы йә яҡын берәуе иң тәу башлап ҡоро көйәнтәне күтәреп бара. М. Буранғолов. Атайҙарының йомартлығын баһалағандай, Йәмил дә, һылыуы Гөлгөнә лә тырышып ҡына уҡыны. Р. Байбулатов. [Иштуған:] Бүре толоп эсендә май кеуек иреп кенә барһын, Емеш һылыу! 3. Биишева.
2. Үҙеңдән кесе ҡатын-ҡыҙ һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Сестрица, сестричка (обращение к девушке моложе себя). ■ Бөгөн кис клубка кил, һылыу, - тип саҡырҙы Ғимран [Дилбәрҙе]. Ғ. Хисамов.
3. диал. Ҡатынға ҡарата иренең өлкән һеңлеһе; оло ҡайынһеңле һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Старшая из младших золовок (по отношению к жене). Һылыу, әйҙә һыуға барып киләйек.
ҺЫЛЫУҠАЙ (Р: сестрица; И.: my sister; T: güzelim) и.
1. Ҡыҙ балаға, йәш ҡатын-ҡыҙға иркәләп өндәшеү һүҙе. □ Сестрица, сестричка. ■ [Әбей:]һин кем булаһың, балам? Ни йомошоң бар, һылыуҡай? Әкиәттән. Сәхнә өсөн, сәнғәт өсөн генә тыуған ине был оҙон сәсле һылыуҡай. Н. Алсынбаев. Тағы купмелер барғас, Сергей артына боролоп ҡарағайны, аптырап китте: юлда ҡалдырып киткән әлеге һылыуҡай ҙа улар артынан йугерә икән дә баһа. Р. Байымов.
2. һылыу ҡатын-ҡыҙ. □ Красавица, һы-лыуҡайҙар конкурсы. ■ Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары дурт тиҫтәгә яҡын ҡыҙ араһынан ун һылыуҡайҙы финалға һайлап алды. «Йәшлек», 14 март 2015.
ҺЫЛЫУҠАС и. һөйл. ҡар. һылыуҡай. һылыуҡас, әйҙә турҙән уҙ.
ҺЫЛЫУЛАНЫУ (һылыулан-) (Р: становиться красивым; И.: become beautiful; T: güzelleşmek) ҡ.
1. Һылыуға әйләнеү, һылыу булыу. □ Становиться красивым. Ҡыҙ һылыулана бара. ■ Донъяның бөтә ғәҙелһеҙлегенә ус иткән кеуек, Бибеш һуңғы йылдарҙа көндән-көн уҫә, һылыулана, тау сейәһе шикелле бешеп өлгөрә генә барҙы. 3. Биишева.
2. Матурланыу, биҙәнеү-төҙәнеү. □ Приукрашиваться, прихорашиваться. ■ [Рәйсә] бөтә тормошон йорт-ер йыйыуға, кейемгә, һылыуланыуға, ҡунаҡҡа ла театрға йөрөугә әйләндерҙе. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫЛЫУЛАТЫУ (һылыулат-) ҡ. вет. йөкм. ҡар. һылыулау, понуд. от һылыулау. Айғырҙы һылыулатыу. Үгеҙен һылыулатып алып ҡайтты.
ҺЫЛЫУЛАУ (һылыула-) (Р: холостить; И.: alter; T.: hadım etmek) ҡ. вет.
Аталыҡ биҙҙәрен ҡырҡып алыу; бестереү. □ Холостить, охолащивать, выхолащивать, кастрировать. Үгеҙҙе һылыулау. Тәкәне һылыулау. Айғырҙы һылыулау.
ҺЫЛЫУЛЫҠ (һылыулығы) (Р: красота; И.: beauty; T.: güzellik) и.
666