Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 667


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫН
һылыу булыу сифаты, күркәмлек, матурлыҡ, сибәрлек. □ Красота, изящность. ■ Гөлбикә һылыулыҡ яғынан әсәһе Гөлзәйнәпкә тартҡан, ә холоҡ-фиғеле нәҡ атаһы Биксән-тәйҙеке. И. Ноғманов. Аҙаҡ Абулхайыр хан Алдар ҡунағының ҡыҙы Нәркәстең сибәрлегенә, саялығына һоҡланып, башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығы хаҡында бер тарих һөйләп ташлай. Ғ. Хөсәйенов. • һылыулыҡ менән һыу буйлап булмай. Әйтем.
ҺЫЛЫУ ҺАНДУҒАС и. диал. ҡар. шиҡылдаҡ. Бер һылыу һандуғас ағасҡа килеп ҡунды. Һылыу һандуғастар йылы яҡҡа осто. һылыу һандуғастар оя ҡора.
ҺЫЛЫШЫУ (һылыш ) ҡ. диал. ҡар. һыйыныу 1. һылышып ултырыу, һылышып ятыу. Һылышып килеу.
ҺЫМАҠ (Р.: как; И.: like; T.: gibi) бәйл.
1. Нимәнеңдер сифатын, ҡылығын икенсе нәмәнекенә оҡшатҡанда төп килештәге һүҙҙәр менән ҡулланыла; кеүек, шикелле. □ Как, как будто, будто. Диңгеҙ һымаҡ кул. Сәскә һымаҡ бала. ■ Аҡбаш бик йәһәт уҫте, овчарка кеуек батыр, бесәй һымаҡ йылғыр булып китте. Ә. Бикчәнтәев. Асыҡ зәңгәр куктә, мамыҡ киҫәктәре һымаҡ, ҡабарып торған аҡ болоттар тантаналы бер талғынлыҡ менән ағылалар. Ә. Вәли. Юлдаштың йөрәге өҙөлөп төшкән һымаҡ булды. 3. Биишева.
2. Айырымланған сағыштырыу һүҙбәйләнештәрендә ҡулланыла. □ Словно. ■ Ул бит һинең, әкиәттәге һымаҡ, һис онотолмай торған ғумерең. Ғ. Сәләм. Турайғыр, орсоҡташ һымаҡ тәгәрәп, станға килеп етте. И. Абдуллин. Мәхмут, тубән эйелеп, бил тиклем ҡуйы уләнде, һыу сәпсеткән һымаҡ, сайҡалдырып ебәрҙе. Р. Ғабдрахманов.
3. Сағыштырыу һөйләмдәрендә хәбәр яһау өсөн ҡулланыла. □ Подобно, наподобие. ■ Һин, Зөлхизә, яҙғы ҡояш һымаҡ. 3. Биишева.
4. Кемгәлер йәки нимәгәлер өлгө итеп, тиңләп сағыштырғанда төп килештәге һүҙҙәр менән ҡулланыла. □ Как. ■ Атаһы һымаҡ, ҡашын да йыйырмаған, маҡтансыҡ вәзир кеуек, шапырынмаған да, ҡыйыу ҡарап, йылмайып тик торған [Зоһрә]. И. Ғиззәтуллин. Ҡыуат һымаҡ ирҙәр һирәк, аҡыл менән дау кисә. Халыҡ йырынан.
5. Сағыштырып баһалау өсөн ҡулланыла.
□ Вроде. Ҡыйын һымаҡ ине. ■ [Фатима:] Бигерәк аҡыллы бала, .. мине уҙ әсәһе һымаҡ курә, бахыр. Б. Бикбай. Мәмдуҙә апай уға ғумер буйына уҡытҡан уҡытыусыһы һымаҡ тойола ине. Р. Ғабдрахманов.
6. Шартлы фараз төшөнсәһен биреү өсөн ҡушма хәбәрҙә ҡулланыла. □ Будто, словно, вроде. V Ғабдрахман Фәхри ул ҡарттарғараҡ тартым һымаҡ. Ш. Бабич. Таныш тауыш һымаҡ бит был. Р. Байбулатов.
7. Сағыштырма эйәрсән һөйләмдәрҙе теркәү өсөн ҡулланыла. □ Как и. Ул оҫта итеп һөйләй белмәгән һымаҡ, килештереп яҙа ла белмәй.
ҺЫМРАҠ (һымрағы) (Р: рожок; И.: bottle; T.: emzik) и.
1. Имсәк балаға һөт имеҙеү өсөн яһалған мөгөҙ имеҙлек. □ Рожок (для кормления младенца молоком). Һымраҡ имеҙеу. ■ [Закир:] Резеданы бик һәйбәт итеп һымраҡтан да имеҙергә мөмкин. Ш. Насыров.
2. Йәш балаға, бәрәскә, быҙауға һ. б. имеҙеү өсөн имсәк һымаҡ итеп эшләнгән нәмә; имеҙлек. □ Соска-пустышка. Бәрәс һымрағы. Балаға һымраҡ ҡаптырыу. Быҙауға һымраҡтан һөт эсереу.
ҺЫН I (Р.: туловище; И.: body; T.: gövde) и.
1. Тышҡы тән төҙөлөшө; кәүҙә, буй. □ Туловище, стан, корпус, һыны матур, һылыу һын. ■ Ер хуры һин йәки ожмах шәуләһе, һындарың, гуйә, фәрештә кәуҙәһе. С. Юлаев. Ротмистр ағарынып китте, ғәфу утенгәндәй, хәрбиҙәрсә һынын турайтты. Р. Байымов. Саръян ҡымыҙ һатыусының ҡара тутлы йөҙөнә, .. ҡыҫығыраҡ куҙҙәренә һәм килешле һынына яратып ҡарап ҡуйҙы. Ә. Байрамов.
2. Нимәнеңдер тышҡы күренеше, тышҡы яһалышы. □ Внешний вид, образ, облик. Килбәтһеҙ һын. һыны куҙ алдында. ■ Кул яғалай кук тирәк, кук тирәктең һыны юҡ япрағын ҡойған һуң. М. Буранғолов. Бына бер ваҡыт ургә шәп-шәп кутәрелеп барһа, Илдар юл ситендә таныш һынды куреп ҡалды. Р. Байбулатов. Яҡындағы тиҙәк өйөмдәре араһынан бәләкәс кенә ҡара һын куренде лә шунда уҡ йәшенде. С. Агиш. • Әҙәм тиһәң, һыны юҡ, куркә тиһәң, йөнө юҡ. Әйтем.
667