ҺЫНАУ
ҺЫНАЛЫШ (Р.: испытание; И.: test; assay; T.: sına) и.
Һынау өсөн үткәрелгән сара. □ Испытание, проверка. Һыналыш утеу. һыналышта алдынғылыҡ курһәткән һыбайлыларҙы бер урынға йыйыу.
ҺЫНАМАҠ (һынамағы) (Р.: испытание;
И.: test; assay; T.: sına) и.
һынау өсөн эшләнгән сара, әмәл. □ Испытание. һынамаҡҡа әйтеу. һынамаҡ өсөн. ■ Иштуған, ахыр килеп, һынамаҡ өсөн йәштәр көсө менән концерт ойошторорға булды.
3. Биишева.
ҺЫНАМАҠЛЫ (Р: испытующий; И.: searching; T.: keskin) с.
һынау рәүешендәге. □ Испытующий, пытливый (о взгляде), һынамаҡлы ҡараш.
ҺЫНАМА ЮЛ (Р.: старая дорога; И.: dead track; T.: eski yol) и. диал.
Иҫке, йөрөлмәгән юл. □ Старая, заброшенная дорога, һынама юлдан барыу, һынама юл турараҡ. Аҙашып, һынама юлға килеп сығыу.
ҺЫНАМСЫ и. диал. ҡар. һынсы I. Һынамсыға барыу. Һынамсыға ышаныу, һынамсының әйткәне дөрөҫ булды.
ҺЫНАМСЫЛ с. диал. ҡар. һынсыл. Боронғо кеше - һынамсыл кеше. М Хәлимов тәу-ҙә Ротовҡа, унан Стародубовҡа һынамсыл ҡараш ташлап алды. Н. Мусин.
ҺЫНАМЫШ и.
1. иҫк. ҡар. тәжрибә 1. һынамыш туплау.
2. иҫк. ҡар. күҙәтеүсәнлек, һынамышы көслө. Һынамыш һәләте.
3. Халыҡта һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән тәбиғәт күренештәре, йәшәү, тормош тәжрибәһе һ. б. тураһындағы күҙәтеүҙәр. □ Примета. Һынамыш жанры. Һынамыштар йыйыу. Боронғолар беҙгә куп һынамыштар ҡалдырған. ■ Яҙға тартым был кистә ҡарт, әйтерһең, тайганың уҙе кеуек ҡалын куңел китабын асып, башынан уткән, кешенән ишеткән ғибрәтле һәм хикмәтле ваҡиғаларҙы, оҙон ғумерендә тупланған һынамыштарын бәйән итте. С. Шәрипов.
ҺЫНАМЫШЛЫ (Р: опытный; И.: experienced; adept; T.: tecrübeli) с.
1. Күпте күреп һынаған; тәжрибәле. □ Опытный, обладающий жизненным опытом,
много испытавший, һынамышлы кеше. ■ Ә ҡарттар ҡарашы купкә һынамышлы: быларҙың ҡайһыһы куҙ ҙә йоммай тупҡа, мылтыҡҡа ҡаршы бара алыр. Ғ. Хөсәйенов.
2. ҡар. һынаулы. Һынамышлы ҡараш. ■ Батырша шәкертенә һынамышлы текәлде. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЫНАТЫУ (һынат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һынау I, 1. понуд. от һынау I, 1. ■ Ваҡыт уҙен бары тик һыната һәм ҡәҙерләшә белә. Д. Исламов. • Ҡунаҡ, китәм, тип һыйлата; хужа, китмә, тип һыната. Мәҡәл.
2. Кемдеңдер алдында үҙеңде кире, йомшаҡ яҡ менән күрһәтеү; һыр биреү. □ Подвести, подкачать. Уҡыуҙа һынатыу. Эштә һынатмау. ■ Маҡтаулы ҡыҙ туйҙа һыната, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, курәһең. X. Зарипов. [Зәки - Татауллинға:] Миңә ышан һин, мин бер ваҡытта ла һынатмам. С. Агиш. Ринат, уҙен яңы мәктәптә һынатмаҫҡа теләгәндәй, дәрестәргә тырышып ҡына әҙерләнде. Р. Байбулатов. Табын янында ла Шәмсиә һынатманы: кейәу ҙә кейәу тип өлтөрәп торҙо. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫНАУ I (һына-) (Р: испытывать; И.: experience; T.: sınamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер берәй сифатын, яраҡлығын белеү өсөн тәжрибә үткәреү. □ Испытывать, проверять, пробовать. // Испытание, проверка, опробование. Машинаны һынау, һынап ҡарау. Салғының уткерлеген һынау. К Рәшит ҙур ҡулы менән Хәсәндең яурынына таянды ла, ныҡлығын һынап ҡарарға теләгәндәй, уны һелкетеп ҡуйҙы. М. Ғиләжев.
2. Ҡарап, күҙәтеп, кемдеңдер йәки нимәнеңдер ҡылыҡ-тәбиғәтен асыҡлау. □ Проверять, испытывать. ■ Эбей Айбулаттың был тирәләге уҙе белгән ҡорҙаштарынан айырылып торған, уҙенә айырым бер холоҡло кеше икәнен һынап алды. Һ. Дәүләтшина. • Кунаҡ әҙ ултырыр, куп һынар. Әйтем. Һынамай алма, һынамай барма. Әйтем.
3. миф. Хоҙайҙың кешенең сабырлығын ауырыуҙар, бәхетһеҙлектәр менән тикшереүе. □ Испытание Богом человека болезнями, несчастьями. М Баксы була торған кешене Хоҙай аырыу менән һынай. «Башҡорт мифологияһынан.
669