ҺЫНАУ
ҺЫНАУ II (Р.: испытание; И.: experiment; T.: sınama) и.
1. Нимәнеңдер берәй сифатын, яраҡлылығын билдәләү, белеү өсөн үткәрелгән тәжрибә. □ Испытание, опыт, эксперимент.
■ Бойҙайҙарҙың сығышы түбәнерәк булыуын күрһәтте һынау. Б. Бикбай. Кусимов полкы күнекмә һынауҙарын иң яҡшы үтеүсе тип табыла. Р. Өмөтбаев. Үҫмерҙәрҙе һынау ярыштары һәр ырыуҙа, һәр түбәлә уҙғарылды һәм халыҡта яу ҡомарын көсәйтеүгә, ҡорал арттырыуға булышлыҡ итте. Б. Рафиҡов.
2. Үҙләштергән белем кимәлен билдәләү өсөн алынған һорау. □ Экзамен. Һынау тотоу. Һынау алыу. Яҙғы һынау. Көҙгө һынау. Я Нисә ҡабат инде һынау бирәм, тәүге ҡабат һымаҡ һәр һынау. Р. Ғарипов. Ләйлә был ваҡытта бер нисә ауыр һынауҙар аша үтеп, оператор итеп билдәләнгәйне инде. С. Поварисов.
3. Тормоштағы, эштәге ҡыйын хәл, ауыр кисереш. □ Испытание. ■ [Фәсхи:] Беләм, һеҙҙең өлөшкә лә ауыр һынау төштө. Й. Солтанов. Тарихтың иң дәһшәтле һуғышы һынауын үткән, утын-һыуын кискән һалдат сыҙамлылығына таянып, Мостафа үҙен тәү-ҙәрәк ярайһы уҡ тыныс күрһәтә алды булһа кәрәк. Д. Исламов.
ҺЫНАУЛЫ (Р: испытующий; И.: searching; T.: keskin) с.
Ентекле, күҙәтеп, һынап ҡараған (ҡарашҡа ҡарата). □ Испытующий, пытливый (о взгляде). Һынаулы ҡараш. ■ Рәшиҙә директорҙың һынаулы ҡарашынан күҙен йәшерҙе. Ғ. Аллаяров. Һатыусы ҡыҙ, егеттең арыған уйсан йөҙөнә һынаулы ҡараш ташлап, шаян ғына йылмайҙы. Ә. Байрамов.
ҺЫНАУСЫ (Р: испытатель; И.: testing person, investigator; T.: sınavman) и.
Ниндәйҙер машинаны һынау менән шөғөлләнеүсе. □ Испытатель. Һынаусы булыу.
■ Радар установкаһы менән тоташтырылған прицелдарҙы һынаусыларҙың береһе булды [Закир]. А. Мағазов.
ҺЫНАУСЫЛ (Р: испытующий; И.: searching; T.: keskin) с.
Ентекле, күҙәтеп, һынап ҡараған (ҡарашҡа ҡарата). □ Испытующий, пытливый (о взгляде). Я Уға [Асияға] өҫтәлдәр артына
ултырышҡан кешеләр, ашханаға ни өсөн килеүҙәрен дә онотоп, .. һынаусыл ҡарайҙар һымаҡ тойолдо һәм, ул уңайһыҙланыуҙан нисектер ҡойолоп төштө. М. Садиҡова.
ҺЫНАШ (Р: испытание; И.: experience; T.: sınama) и.
Кемдең кем, ниҙең ни икәнен билдәләгән һынау. □ Испытание. Бөйөк һынаш. Һынаш көндәре. ■ Ер шарында бөйөк һынаш тора, алда әле бик ҙур дауҙар бар. Ғ. Сәләм.
ҺЫНАШЫУ (һынаш ) (Р: тягаться; И.: compete; T.: ölçüşmek) ҡ.
Үҙ-ара бер-беренде нимәләлер һынау. □ Тягаться, мериться. Көс һынашыу. ■ Боронғо батырҙар һуғыш майҙанында шулай ҡара-ҡаршы осрашып көс һынаша торған булғандар. 3. Биишева. Кайҙа ҡарама, яугир-ҙар йә түңәрәк яһап ултырған да, урталағы майҙанда көрәш бара, йә, ергә ҡаҙалған ике һөңгөгә тире сәп элеп, уҡ атыуҙа мәргәнлектәрен һынашалар, йә, үлән өҫтөнә һуҙылып ятып, ҡурай тыңлайҙар. Ә. Хәкимов.
ҺЫН-БУЙ (Р: фигура; И.: frame; looks; T: boy bos) и. йыйн.
һын һәм буй; кәүҙә. □ Фигура, стан, телосложение. Я [Гөлнур:] Уҡытыусы кешегә оҙон толомло сәс килешә ул. Йөҙөнә, һын-буйына ла үҙенә бер һомғоллоҡ бирә. М. Тажи.
ҺЫНДЫРТЫУ (һындырт ) ҡ. йөкм. ҡар. һындырыу 1, 2. понуд. от һындырыу 1, 2. Таяҡты һындыртыу.
ҺЫНДЫРЫЛЫУ (һындырыл-) ҡ. төш. ҡар. һындырыу 1, 2. страд, от һындырыу 1, 2. Һындырылған ҡаршылыҡ. ■ Койма рәшәткәләре шарт та шорт һындырылды. Ғ. Хисамов.
ҺЫНДЫРЫМ и. диал. ҡар. һыныҡ II, 2. Бер һындырым икмәк. Бер һындырым кәлсә. Бер һындырым ҡабыу.
ҺЫНДЫРЫУ (һындыр-) (Р: ломать; И.: break; T: parçalamak) ҡ.
1.Ҡаты нәмәне бөгөп, шаҡарып һуғып, өлөшкә айырыу. □ Ломать. Таяҡты һындырыу. Сурт һындырыу. Я Сәлим таяҡты көс менән тартып алды ла, ҡап урталай һындырып, ситкә быраҡтырҙы. Ш. Янбаев. • Яман ат тәртә һындырыр. Мәҡәл. Эш белмәгән ҡорамал һындырыр. Мәҡәл.
670