ҺЫНЛАНЫУ
2. һөйәкте сатнатыу, биртендереү. □ Сломать. Аяҡты һындырыу. Билде һындырыу. ■ Һис уйламаған-көтмәгән мәлдә Ғәлләмдең етмеш өс йәшлек әсәһе Шәфҡиә әбей, яңылыш ҡолап, янбаш һөйәген һындырҙы. М. Садиҡова.
3. диал. Бүлеү, һындырып алыу (икмәккә ҡарата). □ Отломить (о хлебе). Икмәк һындырып ашау. ■ Йәмил ағай, ҡарт игенселәр алдында баш эйеп, икмәкте һындырып тәмләне лә Алтынбөртөккә бирҙе. Ф. Әсәнов.
4. кусм. һөйл. Еңеп, үҙ яғыңа ыңғайлатыу; бөгөү. □ Сломать. ■ (Туҡтамышев:] Ырыҫ-ҡолдо бөгөн һындырһаҡ, ике ҡуян бер юлы тотоласаҡ. Б. Бикбай. Ана шунда инде Боғара уҙ тирәһенә ҡырҡ-илле башкиҫәр егетте тупланы, шуларға таянып, аҡһаҡалдарҙың ҡаршылығын һындырҙы. Ә. Хәкимов.
5. кусм. Кешенең эске көсөн ҡаҡшатыу; имгәндереү. □ Сломать. Куңелен һындырыу. Рухын һындырыу. ■ Һуғыш һәләкәттәре, тәбиғәт фажиғәләре ҡатын-ҡыҙ йөрәген утәләй тишә, гөлдәй нескә куңелен һындыра. Г. Яҡупова. Кемде генә бөкмәй ҙә кемде һындырмай ҡайғы тигәнең. И. Ноғманов.
6. кусм. Йылытыу, йылыныу (көнгә ҡарата). □ Потеплеть. Көн һындырҙы. S Көндәр сасҡауланып торҙо ла ҡапыл һындырҙы. Яр. Вәлиев. Көндәр һындырғас, ике әзмәүерҙәй ир умартасыға умарта баҙы ҡаҙып, бураһын бурап, өҫтөн ябып, киләһе йылына әҙерләп ҡуйҙылар. Ғ. Хөсәйенов. Куп буранлағандан, ҡаты һыуыҡтан һуң көн һындырҙы. Ғ. Хисамов.
7. кусм. Йәмрәйеп, сырай һытып төйөү (ҡашҡа ҡарата). □ Изогнуть, нахмурить (о бровях). ■ Уның [Андрей ҡарттың] ҡашын һындырып, аҫҡа ҡарап ултырыуы-нан уҡ Абдрахман эштең айышына төшөндө. Р. Өмөтбаев.
♦ Башына сүп (йәки таяҡ) һындырыу кешенең элек ҡыланмаған яҡшы бер ҡылығын күргәндә хуплап, артабан да шулай булһын, тигән теләк менән әйтелә. □ Говорится, когда человек сделал что-л. хорошее впервые. Был ҡыҙҙың башына суп һындырырға кәрәк, бөтә эште эшләп ҡуйған. Тотҡан ерҙән һындырыу күп уйламай ҡәтғи рәүештә хәл итеү. □ Решать что-л. сразу, не разду
мывая. ■ Тотҡан ерҙән һындырырға яратаһың, - тип мөхәррир уның [Искәндәрҙең] юлын булде. Ә. Хәкимов. Төлкөсура тотҡан еренән һындырырға яратыусы, ҡаны ҡайнап торған егет ине. Н. Мусин, һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ <һыуыҡ> ныҡ һыуыҡ. □ Сильный мороз. В Ноябрь, декабрь айҙарында һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һыуыҡтар булды. С. Поварисов.
ҺЫНЛАНДЫРЫУ (һынландыр ) (Р: изображать; И.: represent, describe; T.: tasvir etmek) ҡ.
1. Әҙәбиәттә, сәнғәттә һ. б. нимәнелер асыҡ, йәнле итеп күрһәтеү; һүрәтләү. □ Изображать (о живописи, литературе). // Изображение. Ыңғай геройҙы һынландырыу. ■ Әйүптә йәнә рәссам ҡомары ҡайнай башланы: ошо килеш кенә туҡымала һынландыр ине был йөҙҙө! Т. Ғарипова.
2. һүрәтләү, тасуирлау, ҡылыҡһырлау. □ Описывать, обрисовывать, охарактеризо-вывать. // Описание, обрисование. Эш һөҙөмтәһен һынландырыу. * Тәьҫоратты сағыу сағында һынландырырға кәрәк, төҫө уңмаҫ борон. Г. Яҡупова.
ҺЫНЛАНЫУ (һынлан-) (Р: изображаться; И.: be represented; T.: tasvir edilmek) ҡ.
1. Әҙәбиәттә, сәнғәттә һ. б. асыҡ, йәнле рәүештә сағылыу; һүрәтләнеү. □ Изображаться, отображаться. // Изображение. Әҫәрҙә һынланған ваҡиғалар. Китапта һынланған күренештәр. Романда һынланған осор. ■ Ғөмүмән, мәшһур артист [Арыҫлан Мөбәрәков] легендаларҙа, йырҙарҙа һынланған Салауат Юлаевҡа эске донъяһы, буй-һыны, ҡиәфәте менән бик яҡын. «Йәшлек», 4 декабрь 2008.
2. Хасил булыу. □ Появляться, предстать. ■ Kyş алдында ике ҡатлы ап-аҡ таш йорт, төҙөк ҡаралты-ҡуралар, юл яғалап уҫкән ҡарт йүкәләр, тымыҙыҡ кул буйҙары һынлана. Ә. Хәкимов. Йыйылған халыҡ араһында кинәт йәнле хәрәкәт һынланды, йөҙҙәр асыла төштө. Р. Байымов. Таң атыуға ҡуҙ алдында ҙур-ҙур мәрмәр һарайҙар, һыуы сылтырап аҡҡан арыҡтар менән буленгән йәм-йәшел баҡсалар, ябай кешеләр йәшәгән ҡыйыҡһыҙ өйҙәр һынланды. Р. Өмөтбаев.
671