Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 672


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫНЛАУ
3. Күҙ алдына килеү. □ Представить, вообразить. ■ Йәш хандың куҙ алдында тәуҙә Динара бикә, артынса Көлөмбәт батша һынланды. Б. Рафиҡов. Ошо минутта Шәмсиәнең куҙ алдында ауырып ятҡан әсәһенең йөҙө һынланды. Ф. Чанышева.
ҺЫНЛАУ (һынла-) ҡ. диал. ҡар. хур итеү. Ҡыҙҙы һынлау. Йәш киленде һынлау. Туғандарҙы һынлау.
ҺЫНЛЫ I (Р.: стройный; И.: clean-limbed; T.: endamlı) с.
1. Матур, һылыу кәүҙәле. □ Стройный, статный, һынлы буй. Һынлы кәуҙәле.
2. Ниндәйҙер һынға эйә булған. □ С каким-л. станом, фигурой. Килбәтһеҙ һынлы. Матур һынлы. ■ Көр байтал өҫтөндә ҡупшы һынлы, таҙа, ҡулбашҡа тарыраҡ, матур ҡара ҡашлы, уҙ ҡәҙерен белеусе Камал ултыра ине. А. Абдуллин. Туңәрәк эсендә матур һынлы егет дәрт менән бейей ине. Ә. Бикчәнтәев. Мәрәһим һынлы бер йәш егет, һөйгәнен ике ҡул осонда тотоп, юлһыҙ-ниһеҙ текә ургә йугереп менеп китте. М. Кәрим.
♦ Ай һынлы бик шәп, бик матур. □ Красивый, пригожий, доел. Лунообразный. Ай һынлы ҡыҙ. Ай һынлы бала.
ҺЫНЛЫ II (Р: с; И.: like; T.: kadar) бәйл.
Ҡәҙәрле, хәтле, тиклем. □ С (послелог). Буре һынлы эт. Сермән һынлы ерҙән килгән. ■ Айыу һынлы януарҙы ла һанға һанамаҫ ат булыр икән. И. Ноғманов.
ҺЫНЛЫ III (Р: даже; И.: even; T.: bile) киҫ.
Әйтелгәндең мәғәнәһен көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ Даже. Ишәк һынлы ишәк арый. Карға һынлы ҡарға оя ҡора. Я Эшең өсөн бер һарыҡ, тигәс, мин ырғып төштөм, һарыҡ һынлы һарыҡ кеҫәне тишмәҫ. Т. Килмөхәмәтов. Профессор һынлы профессор ҙа шаңҡып ҡалды, йылмайырға итте, киреһенсә, төҫө боҙолдо. Д. Бүләков.
ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ (Р: изобразительное искусство; И.: visual art; T.: görsel sanatlar) и.
Ысынбарлыҡты яҫылыҡта йәки күләмле итеп һүрәтләү сәнғәтенең (живопись, графика, скульптура) дөйөм атамаһы. □ Изобразительное искусство. ■ Отряд начальниктары уҙҙәренең эштәре хаҡында рапорттар биреп бөткәс, дөйөм лагерь
буйынса уҙғарылған һынлы сәнғәт кургәҙ-мәһенә йомғаҡ яһалды. Р. Байбулатов.
ҺЫНСЫ I (Р: предсказатель; И.: soothsayer; T: falcı) и.
Күп һынап, күпте белеп, төрлө эш-хәлде алдан күрә белгән кеше. □ Предсказатель, пророк; ворожей, ворожея. Я Шулай ҙа ат йунен белер һынсылар Еҙем буйынан Катай араһынан килгән бер туры аттың алдан килерен юрайҙар. Ғ. Хөсәйенов. Был һабрау йәшерен эштәрҙе лә белә торған ҙур һынсы булып, уны шулай ил башына ҙур [бәлә] төшкәндә генә, саҡырып алып, кәңәш һорай торған булғандар. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҺЫНСЫ II (Р: мастер; И.: expert; proficient; T.: usta) и. диал. ҡар. оҫта.
1. Ниндәйҙер эштең белгесе. □ Мастер. һынсы булыу, һынсының эше һоҡланғыс килеп сыҡты, һынсының ҡулында эш тормай.
2. Скульптура оҫтаһы. □ Скульптор, ваятель. һынсы хеҙмәте, һынсы булыу, һынсының скульптуралары. Я [Хәлил Ишбирҙин:] Бәләкәйҙән рәссам йәки һынсы булырға хыялландым. «Башҡортостан», 30 май 2014.
ҺЫНСЫЛ I (Р: ясновидящий; И.: clairvoyant; T.: kahin) с.
1. Күреп, һынап, тиҙ белеүсән, алдан күреүсән. □ Ясновидящий. ■ Нимәлер һиҙә беҙҙең һынсыл ҡарт, ләкин был турала ауыҙ асырға урынһыҙ һанай. Б. Бикбай. Был бабай һынсыл була: «Елегә ҡара ҡор төштө, яу килергә тейеш», - ти. Хикәйәттән.
2. Кешенең төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап ҡылығын белә торған. □ Проницательный. Һынсыл әбей. Һынсыл булыу. Я Хәҙисә Тәзизовна һынсыл ҡарашын Ғәлиәхмәттән айырманы. Р. Байымов. Басариев бөтәһен дә һынсыл ҡиәфәт менән куҙәтеп ултыра. Р. Солтангәрәев.
ҺЫНСЫЛ II (Р: объездчик лошадей; И.: horse breaker; T.: at eğiticisi) и.
Ат өйрәтеүсе. □ Объездчик лошадей. Я Ильяс ағай нәҫеленән кусә килгән оҫталығын курһәтте - ысын-ысындан ат һынсылы икән. Г. Яҡупова. Ат сабыштырыу башланмаҫ борон һынсылдар йугерәсәк аттарҙы йөрөп ҡарап сыҡҡандар. Ж. Кейекбаев.
672