ҺЫНЫҠ
ҺЫНСЫЛАУ (һынсыла-) (Р.: пророчить; И.: prophesy; T.: önceden haber vermek) ҡ.
Һынап, алдан күреп әйтеү. □ Пророчить, предсказывать, предвещать. Һынсылап әйтеу. Һынсылап ҡарау. Әбей һынсылап әйтте.
ҺЫНСЫ ӘБЕЙ (Р.: прорицательница; И.: pythoness; T.: falcı kadın) и.
Күрәҙәлек итеүсе, алдан күрә белеүсе әбей. □ Прорицательница. К Сайыр ауылында бер һынсы әбей була. Ул элек-электән: «Һеҙҙең ауылығыҙҙы яу баҫыр», - тип әйтә килгән. Хикәйәттән.
ҺЫНТАШ (Р: каменная баба; И.: stone image; Т.: put) и.
Таштан яһалған боронғо һын. □ Каменная баба, истукан, идол, һынташ ҡуйыу йолаһы төркиҙәрҙә борондан килә. ■ Баянан бирле телһеҙ ҡалып, һынташ ише ултырған Зол-хәмирә еңел һуланы. И. Ноғманов. һынташ янына йыйылған халыҡ тубыҡланып, ҡулдарын баш өҫтөнә сөйҙө, Тәнрегә табынды.
3. Ураҡсин.
ҺЫНТЫҠ (Р: выгнутый; И.: incurved; Т.: kıvrık) с. диал. ҡар. бәкес 1,1.
Ныҡ бөгөлгән; ҡайырыңҡы. □ Выгнутый (о косе, серпе). Һынтыҡ ураҡ. Һынтыҡ ултыртылған салғы.
ҺЫНТЫУ (һынты-) (Р: хромать; И.: limp; T.: aksamak) ҡ. диал. ҡар. аҡһау.
Аяҡ ауыртып тигеҙ баҫа алмау; сатанлау. □ Хромать, һынтып атлау, һынтып йугереу. Турысай ниңәлер һынтып атлай башланы.
ҺЫНҺЫҘ (Р: неуклюжий; И.: clumsy; Т.: suratsız) с.
1. Буй-Һыны килбәтһеҙ, төҫ-башы ныҡ йәмһеҙ. □ Неуклюжий, некрасивый, безобразный. һынһыҙ кеше. һынһыҙ айыу. М Кәмә башында бөршәйеп ултырған һынһыҙ әҙәм, маймылдай оҙон, яшыҡ ҡулын һуҙып, ҡая аҫтындағы һыуға курһәтте. Р. Вәлиев.
2. диал. Күңелгә ятышһыҙ, мөхәббәтһеҙ, һөйкөмһөҙ. □ Несимпатичный, һынһыҙ егет. һынһыҙ ир. Шул һынһыҙға ла кәләш сығыр икән.
3. Әрләгәндә әйтелә. □ Бранное слово. ■ [Ғәҙелниса:] Кит, һынһыҙ, мин һиңә ниндәй Галя булайым да, ҡайҙан еңгә тағы? Н. Мусин.
4. Иҫһеҙ, аңһыҙ, һушһыҙ. □ Без сознания.
■ Тәлғәттең һуңғы һуҙҙәренән һалдаттар һынһыҙ булып, эҫтәре ҡатҡансы бер шаулатып көлөп алдылар. С. Поварисов. Ошо килеш, тораташтай, ҡарт игенсе һынһыҙ ултырҙы. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫН-ҺЫПАТ (Р: внешний вид; И.: looks; T.: dış görünüş) и. йыйн.
Кешенең тышҡы ҡиәфәте, буй-һыны, төҫ-башы. □ Внешний вид, внешний облик. Һын-Һыпаты йәмһеҙ бер бәндә. ■ [Таймаҫ -Юлдыбайға:] Нишләп һин шул ҡатынды алдың, әйт әле? Ул һыны-һыпаты менән һиңә ҡул кеше тугел. Һ. Дәүләтшина.
ҺЫНЫҒЫУ (һыныҡ ) (Р: ломить; И.: ache; T.: sancımak) ҡ.
1. Эшләмәй йөрөп эшләгәндән һуң тәндең ныҡ ауыртыуы. □ Ломить, чувствовать крайнюю усталость. Тән һынығыу. S Өмәнән һуң тән һынығып тора. С. Кулибай. Оҙон юлда йөк машинаһында тау-таш араһынан һелкенә-һикерә килеп һыныҡҡан тәне, яҙылып, хәл кереп киткәндәй булды [Зәки Вәлидиҙең]. Р. Байымов.
2. Ауырлыҡ төшөп, һуҙылып, шаҡарылып имгәнеү; биртенеү. □ Надорваться. Ауыр кутәрмә, һынығырһың.
ҺЫНЫҠ I (Р: сломанный; И.: bust; Т.: kırık) с.
1. һынып боҙолған; сатнаған, кителгән; бөтөн түгел. □ Сломанный, поломанный. һыныҡ бысаҡ, һыныҡ салғы. ■ Илдар, әкиәттәге ярыҡ ялғаш янындағы әбей төҫлө, ни иларға, ни көлөргә белмәй, һыныҡ саңғыһын тотоп, ҡар өҫтөндә бата-сума, ауылға ҡарай тәнтерәкләне. Р. Байбулатов. Ергә башта һыныҡ ҡылыс төштө, артынса есаул уҙе ҡоланы. Р. Солтангәрәев.
2. Бөгөлгән, бөгөлөп торған. □ Изогнутый, согнутый. ■ Рәсулдең дә һыныҡ ҡаштары киренән ҡыйғасланды, эргәһенә атаһы килеп ултырғас та, зарланыуын, упкәләуен онотто. Ш. Янбаев.
ҺЫНЫҠ II (һынығы) (Р: обломок; И.: fragment; T.: kırık) и.
1. Һынған киҫәк, һынған бер өлөш. □ Обломок, кусок, ломоть. Таҡта һынығы. Металл һыныҡтары йыйыу. ■ Шәрәфи казематтың һәр булкәһен, һәр мөйөшөн
673