ҺЫНЫҠ-МЫНЫҠ
тикшерҙе, ләкин .. бер тимер һынығы ла таба алманы. И. Насыри. Килә торғас, өсмөйөшләнеп торған ике иле киңлеге таш һынығы табып алды: бер мөйөшөндә тишеге лә бар, йөҙ яғында ҡусҡарға тартым һыры куренеп тора. 3. Ураҡсин. Бер көн Миңлеғол хәнйәр һынығы менән таяҡ юнып ултырған еренән, башын кутәреп, әсәһенән көтмәгәндә, ниңә миңә ошо исемде ҡуштығыҙ, тип һораны. Б. Рафиҡов.
2. Икмәктең бүлеп алған бер киҫәге. □ Кусок (хлеба). Икмәк һынығы. Бер һыныҡ икмәк. Я Хәлһеҙләнгән йөрәк дауа һорай. Ҡайҙа һыныҡ, ҡайҙа йотом һыу?! Ғ. Амантай. Гөлйөҙөм ҡалған икмәк һыныҡтарын, ашъяулыҡҡа урап, ҡыуыш төбөнә һалды. Һ. Дәүләтшина.
♦ һыныҡҡа һылтау сәбәп юҡтан сәбәп табылыу, юҡты сәбәп итеү. □ Отговариваться, ссылаясь на несущественные мелочи. Я Һыныҡҡа һылтау тигәндәй, ошо хәл тулышҡан шештең һытылыуына сәбәп булды. «Ағиҙел», № 1, 2010.
ҺЫНЫҠ-МЫНЫҠ I (Р.: сломанный; И.: broken; bust; T.: kırık) с. йыйн.
Һынып, ватылып бөткән. □ Сломанный, треснувший. Һыныҡ-мыныҡ көрәктәр, һыныҡ-мыныҡ таяҡтар, һыныҡ-мыныҡ тырмалар.
ҺЫНЫҠ-МЫНЫҠ II (һыныҡ-мынығы) (Р: объедки; И.: leavings; T.: yemek artıkları)
и. йыйн.
Ҡалдыҡ-боҫтоҡ икмәк. □ Объедки, куски (хлеба). Һыныҡ-мыныҡ ашау. һыныҡ-мыныҡ менән туҡланыу. Һыныҡ-мыныҡты йыйып барыу.
ҺЫНЫҠ ҺЫҘЫҠ (һыҙығы) (Р.: ломаная линия; И.: zigzag; T.: zikzak) и. мат.
Бер нисә быуындан торған һыҙыҡ. □ Ломаная линия, һыныҡ һыҙыҡ һыҙыу, һыныҡ һыҙыҡтың быуындары. Һыныҡ һыҙыҡтарҙы тоташтырыу.
ҺЫНЫЛЫУ (һыныл-) (Р: изогнуться; И.: bend; T.: eğrilmek) ҡ.
Дуға булып бөгөлөү. □ Изогнуться. ■ Тар, ҡуйы ҡаштары, ҡарлуғас ҡанаттары кеуек, һынылып йыйырылдылар, тауышы ҡырҡыулаша барҙы [Катюшаның]. Д. Исламов.
ҺЫНЫЛЫШ (Р: поворот; И.: turnaround; T.: dönüş) и.
Йәмғиәттә, тормошта булған киҫкен үҙгәреш. □ Поворот, перелом. / Поворотный, переломный. Тарихи һынылыш, һынылыш яһау. Һынылыш осоро. Я Завод кешеләре был көндәрҙә фронтта ниндәйҙер ҙур һынылыш булырын бөтә йөрәктәре менән тоя ине. Ә. Байрамов. Һабрауҙың икеләнеуен ҡаҡшатып, куңелендә һынылыш бөрөләнгән кеуек ине. Ә. Хәкимов.
ҺЫНЫУ (һын-) (Р: ломаться; И.: break; T.: kırılmak) ҡ.
1. Бөгөлөү, шаҡарылыу, һуғылыу арҡаһында өлөшкә айырылыу (ҡаты нәмәгә ҡарата).
□ Ломаться, переламываться. // Поломка, перелом. Һынған кәрәк. Теше һынған һәнәк, һынып төшөу. Я Шул ваҡыт өҫтә шытырлап ағас ботағы һынды. В. Исхаҡов. Командирҙың уң ҡулы тартышҡандай итте, тотҡан ҡәләме шартлап һынды. А. Мағазов. Тәфтиләуҙең алтын ҡылысы һынды ил талаған ҡанлы яуҙарҙа. Халыҡ йырынан. Ҡулыңдағы ҡылысың, ай, һынмаһын, алдарыңдан дошман уҙмаһын. Халыҡ йырынан.
2. Сатнау, биртенеү (һөйәккә ҡарата).
□ Ломаться. Канаты һынған ҡош. Һөйәге һынған. ■ Кисәгенәк ҡабырғаларым һына яҙған, бөгөн дә һыҙлап торалар, - тине бер ҡарт. И. Ғиззәтуллин. Кул һынһа - ең эсендә, аяҡ һынһа - балаҡ эсендә ҡалһын, тип бала саҡтан уҡ өйрәткәнгә, Зарифа уҙенең хәлен һис кемгә белгертмәне. Ғ. Ибраһимов. Быса-быса ҡул ҡабарып бөттө, бил һына яҙҙы. Әкиәттән.
3. кусм. Ҡыҫымға түҙмәй еңелеү. □ Ломаться. Я Егеттең ҡыйыулығы ошо тәңгәлдә ҡапыл һынды. Д. Исламов. Ямниханың сабырлығы һынды, ул, ҡағыҙҙарын йыйып алып, ундағы теуәл иҫәпләуҙәргә таянып, уҙенең фекерҙәрен һөйләргә кереште. Н. Мусин.
4. кусм. Рухи йәһәттән ҡаҡшау, имгәнеү.
□ Ломаться, һынған кеше. Я Үҙемдең һынды куңелем, ыуалды селпәрәмә. С. Ҡудаш.
5. кусм. Ныҡ ҡаты һыуыҡ йомшарыу.
□ Резко пойти на убыль, переломиться (о морозах). // Ослабление, перелом. Ғинуар һыуығы һынды. Я Һынды һыуыҡ. Яҙ һулышы ергә нисек бөркөлә! Ғ. Дәүләтов.
674