Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 675


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҢАР МӨГӨҘ
6. физ. Тулҡындарҙың, нурҙарҙың йүнәлешен үҙгәртеүе. □ Преломиться. Нурҙар һына. Радио тулҡындарының һыныуы.
♦ Ҡанат һыныу көс, ҡеүәт бөтөп, сараһыҙ булыу. □ соотв. Подрезать крылья. ■ Ҡалғандыр сит илдә ятып, бәлки, ҡанаттары һынған дуҫтары. М. Кәрим. Гәүһәрҙең дә сабыр ҡанаты һынды. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫНЫУСАН (Р.: ломкий; И.: brittle; Т: gevrek) с.
Тиҙ һыныу һәләтенә эйә. □ Ломкий, хрупкий. Ҡоро сәс һыныусан була. ■ Әгәр үҫентеләрҙең шытымдары һыныусан икән, ботаҡтарҙы вертикаль рәүештә шпагат менән тарттырып бәйләргә лә мөмкин. «Башҡортостан», 9 октябрь 2015.
ҺЫНЫУСАНЛЫҠ (һыныусанлығы) (Р: ломкость; И.: embrittlement; T: gevreklik) и.
1. Тиҙ һыныу һәләте. □ Ломкость, хрупкость. Тырнаҡтарҙың һыныусанлығы тимер, кальций кеүек минераль матдәләрҙең, В һәм D витаминдарының етешмәүенән килә.
2. физ. Тулҡындарҙың, нурҙарҙың һыныу һәләте. □ Преломляемость. Нурҙарҙың һыныусанлығы. Радиотулҡындарҙың һыныусанлығы.
ҺЫҢАР (Р: один; И.: single; bigeminum; T.: tek) и.
1. Ишле, ҡуш нәмәнең береһе. □ Один (из парных предметов, из пары). Бейәләйҙең һыңары. Игеҙҙең һыңары. Һыңар балаҡ. Һыңар күҙ. Һыңар тәртә. Һыңар ҡул. ■ Ата ҡаҙҙар, тап шул саҡтағыса, һыңар аяҡтарына баҫып, һаҡта тора. 3. Биишева. Һыу өҫтөндәге түңәрәк тулҡындар таралып бөттө, ә Надир һыңар ҡулы менән ботаҡҡа йәбешкән дә һаман ҡыҙыҡайға ҡарап һоҡланып тора. Р Байбулатов. Мәҙинә сар-сор итеп ҡысҡырыуға, һыңар ишкәккә таянып йылға уртаһында баҫып торған Рәмзил әллә күпмегә алыҫлашып өлгөргәйне инде. Д. Бүләков.
2. мыҫҡ. Ҡылығы менән оҡшаш кем йәки нәмә; иш, иптәш. □ Пара (похожий на кого-л. по характеру, поведению). К Исмәғиле шул уҡ Әхмәди һыңары инде уның, ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмай торған бай. Ж. Кейекбаев.
3. Бер генә бөртөк. □ Единственный. Һыңар бала. Һыңар кеше генә килде. Һыңар кәзәләренән башҡа бер нәмәләре лә юҡ.
k. миф. Ишле нәмәләрҙең береһе, кире семантикаға эйә. □ Один из парных предметов, имеет отрицательную семантику. ■ Утын алып ингәндә, бер утынды һыңар ҡулға тоторға ярамай, яңғыҙлыҡ теләйһең. «Башҡорт мифологияһы»нан. Аяҡ кейемен һыңар аяҡҡа ғына кейгән килеш ашарға ярамай, шайтан һинең менән ашай, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
5. миф. Ҡара көстәрҙе һүрәтләү өсөн эпитет. □ Эпитет нечистой силы. М Ҡойон ене һыңар күҙ, һыңар аяҡ, һыңар ҡул була икән. «Башҡорт мифологияһы» нан.
ҺЫҢАРАЯҠ I (һыңараяғы) и. диал. ҡар. мүк еләге 1. Һыңараяҡ йыйыу, һыңараяҡ еләге. Һыңараяҡ үҫкән урын.
ҺЫҢАРАЯҠ II (һыңараяғы) и. миф. ҡар. бапаҡ I, 1. ■ Балаларҙы һыңараяҡ менән ҡурҡыталар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫҢАР КҮҘ I (Р: циклоп; И.: Cyclops; T: Tepegöz) и. миф.
Маңлайында бер күҙе булған яуыз мифик зат; түпәгүҙ. □ Циклоп (персонаж в башкирской мифологии, злой дух с единственным глазом на лбу). ■ Боронғо башҡорт мифологияһында һыңар күҙ тигән персонаж булған. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫҢАР КҮҘ II (Р: вихрь; И.: whirlwind; T: kasırga) и. диал. ҡар. ҡойон 1,1.
Өйөрөлөп юғары күтәрелгән көслө саң бураны; өйөрмә. □ Вихрь, смерч, ливень. / Вихревой, смерчевой, ливневый, һыңар күҙ уйнай.
ҺЫҢАРЛАП (Р: по одному; И.: one each; T: yalnız) р.
Берәмләп, яңғыҙ. □ По одному, һыцарлап йөрөү. Һыңарлап барыу. ■ Ағиҙелгә мин төшәмен һыңарлап һыу алырға. Таҡмаҡтан.
ҺЫҢАР МӨГӨҘ (Р: нарвал; И.: narwhal; T: denizgergedanı) и.
l. зоол. Дельфиндар ғаиләһенә ҡараған диңгеҙ йәнлеге. □ Нарвал (лат. Monodon monoceros). Һыңар мөгөҙ - һирәк осрай торған диңгеҙ хайуаны, һыңар мөгөҙҙәр һалҡын һыулы океандарҙа йәшәй. Һыңар мөгөҙҙәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
2. миф. Бер мөгөҙлө мифик персонаж. □ Единорог. «һыңар мөгөҙ килә, ят йоҡла», -тип ҡурҡыта торғайнылар беҙҙе бәләкәй саҡта. «Башҡорт мифологияһы»нан.
675