Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 676


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫҢАРСАЙ
ҺЫҢАРСАЙ (Р.: мизинец; И.: little finger; T.: serçeparmak) и. диал. ҡар. сәтәкәй.
Ҡулдың иң бәләкәй бармағы. □ Мизинец. һыңарсайымды ауырттырҙым, һыңарсай бармағым һыҙлап тора.
ҺЫҢАР САУЫЛ (Р.: одинокая берёза; И.: lonely birch; T.: yalnız huş ağacı) и.
1. диал. Яңғыҙ ҡайын. □ Одинокая берёза. Яҙ етһә, ҡыҙҙар һыңар сауыл янына уйынға сығалар.
2. миф. Яңғыҙ ағас. □ Одинокое дерево, дерево с духом. Һыңар сауыл эйәле була.
ҺЫҢАР ТОЯҠЛЫЛАР (Р: непарно копытные; И.: solid-hoofed animal; T.: tek toynaklılar) и. зоол.
Ат, тапир, носорогтарҙы үҙ эсенә алған һөтимәр хайуандар отряды; йомро тояҡлылар.
□ Непарнокопытные (лат. Perissodactyla). Һыңар тояҡлылар отряды. Һыңар тояҡлыларҙың төрҙәре. Һыңар тояҡлылар төркөмө хайуандарының үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
ҺЫҢАР ЯУЛЫҠ (яулығы) (Р: платок;
И.: kerchief; T.: başörtü) и. этн.
Ҡуш яулыҡтың бер өлгөһө. □ Платок (один из парных платков). Һыңар яулыҡ ябыныу. Һыңар яулыҡ бүләк итеү. Һыңар яулыҡ ябынған ҡатын.
ҺЫҢҒАҘАУ (һыңғаҙа-) ҡ. ҡар. һеңгәҙәү.
ҺЫҢҒЫРЛАҠ (Р.: гнусавый; И.: nasal; T.: hımhım) с.
1. Танау аша һөйләшкән; һиңрәү, тыңҡыш.
□ Гнусавый, һыңғырлаҡ тауыш, һыңғырлаҡ кеше. Һыңғырлаҡ булыу.
2. күсм. Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнергә яратҡан. □ Ворчливый. Һыңғырлаҡ кеше. һыңғырлаҡ ҡарт. Һыңғырлаҡ ҡарсыҡ.
ҺЫҢҒЫРЛАУ (һыңғырла-) (Р: гнусавить; И.: snuffle; T.: hımhım etmek) ҡ.
1. Тауышты танауҙан сығарған һымаҡ һөйләү. □ Гнусавить, һыңғырлап һөйләү. ■ Басариев башын күтәрмәйенсә генә һыңғырланы, ошоноң менән ул, бөтә власть минең ҡулда, тип әйтергә теләне, күрәһең. Р. Солтангәрәев.
2. күсм. Ризаһыҙлыҡ менән ауыҙ эсенән һөйләнеү. □ Сердито бормотать, брюзжать, ворчать. Һыңғырлап маҙаға тейеү. ■ Ә [Яҡуптың] ҡатыны Бәҙиғә: «Төнгә ҡаршы ҡайҙа
бармаҡ булаһығыҙ?» - тип һыңғырланы. Б. Бикбай.
ҺЫҢҠ (Р: подражание отрывистому глухому грудному звуку; И.: sound imitative word; T.: pat) оҡш.
Күкрәк төбөнән ҡалтыранып, бүленеп-бүленеп сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание отрывистому глухому грудному звуку, һыңҡ итеп ҡалыу. Һыңҡ итеп килеп төшөү. Һыңҡ итеп йығылыу. Һыңҡ итеп барып бәрелеү. ■ Бикмырҙаның үҙен һыңҡ итеп санаға ташлауы булды, саҡ тыйылып торған аттар ялдарын туҙғытып дәррәү ҡуҙғалып та китте. Ә. Хәкимов. Кәмәбеҙҙең мороно яр ситенә туҡтатып ҡуйылған һал ҡабырғаһына һыңҡ итеп барып бәрелде. Т. Йәнәби.
ҺЫҢҠ-ҺЫҢҠ (Р: подражание многократному отрывистому глухому грудному звуку; И.: onomatopoeic word; T.: pat pat) оҡш.
Ҡабат-ҡабат һыңҡ иткән тауыш. □ Подражание многократному отрывистому глухому грудному звуку. Һыңҡ-Һыңҡ итеү. Һыңҡ-Һыңҡ итеп илау. ■ Альберт һаман һыңҡ-һыңҡ килеп илай ине. Ф. Иҫәнғолов. Мөбин һыңҡ-һыңҡ килеп илап та ебәрҙе. Т. Сәғитов.
ҺЫҢҠЫЛДАТЫУ (һыңҡылдат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыңҡылдау, понуд. от һыңҡылдау. Ниңә һеңлеңде һыңҡылдатаһың?
2. Һыңҡ итеп һуғыу. □ Сильно, глухо ударить. М Өлҡаман Ялайҙың яурынына һыңҡылдата һуҡты. Ш. Насыров. Бер көндө шулай үҙенә ашарға һалырға килгән Кәбирҙе иҫләмәҫтән мөгөҙҙәре араһына эләктереп алды ла һыңҡылдатып туң ҡарға ырғытты [үгеҙ]. Р. Кинйәбаев.
ҺЫҢҠЫЛДАУ (һыңҡылда-) (Р: всхлипывать; И.: sob; T.: hıçkırmak) ҡ.
һыңҡ тигән тауыш сығарып илау. □ Всхлипывать. Һыңҡылдап илау. М Ямал һыңҡылдап илап ебәрҙе. М. Тажи. Дәрес башланғандан һуң биш минут та үтмәне, Усман менән бер партала ултырған малай, ҡара һауытым юғалды, тип һыңҡылдарға кереште. X. Мохтар. Анастасия Петровна һыңҡылдап иланы-иланы ла, йоҡо бүлмәһенә инеп, карауатына ауҙы. Р. Өмөтбаев.
676