ҺЫПТЫРЫУ
ҺЫПАҒАЙ и. диал. ҡар. һыпайта күлдәк. Һыпағай тегеу. һыпағай кейеу. Һыпағай бесеу.
ҺЫПАЙҠАН и. диал. ҡар. һыпайта күлдәк. һыпайҡан кейгән ҡыҙ. һыпайҡаны килешеп тора. һыпайҡан тегеп биреу.
ҺЫПАЙТА КҮЛДӘК (күлдәге) (Р.: платье простого прямого покроя; И.: slip-on; T.: belsiz elbise) и.
Тотош итеп тегелгән билһеҙ күлдәк. □ Платье простого прямого покроя. ■ [Ҡәмәр] тубыҡтан бер ҡарыш юғары, ирҙәр кулдәгенән саҡ ҡына оҙонораҡ барсалы аҡ һыпайта кулдәген һыпырғыланы. Ә. Хәкимов.
ҺЫПАИТАН и. диал. ҡар. һыпайта күлдәк. Һыпайтан кейеу. Һыпайтан тегеу. Һыпайтан кейгән ҡыҙ бала.
ҺЫПАЛЫ (Р.: дурной по нраву; И.: bad-tempered; T.: kötü huylu) с. диал. ҡар. ҡылыҡһыҙ.
Ҡылығы, холҡо насар. □ Дурной по нраву, с плохим характером. Һыпалы, ҡыҙ. Һыпалы егет. Һыпалы ҡатын. Һыпалы ир. Һыпалы булыу.
ҺЫПАТ (Р: внешний вид; И.: looks; T.: dış görünüş) и.
1. Кешенең тышҡы күренеше, килеш-килбәте; ҡиәфәт, төҫ-сырай. □ Внешний вид, облик, внешность, наружность; выражение лица. Асыулы һыпат. М Ә, бәлки, бәйләнмәҫтәр ҙә: кеше һыпаты ҡалмаған был ғәриптең тормошон төпсөнөуҙең кемгә кәрәге булыр икән? Т. Ғарипова.
2. диал. Яртаҡыл, ахмаҡ. □ Полоумный, ненормальный, һыпат булыу, һыпат булып йөрөу.
ҺЫПАТЛЫ (Р: красивый; И.: beautiful, fine; T.: güzel) с.
Матур төҫ-ҡиәфәтле. □ Красивый, хорошо сложенный, һыпатлы егет. Һыпатлы ҡыҙ. Һыпатлы кеше. һыпатлы булыу.
ҺЫПАТҺЫҘ (Р.: неуклюжий; И.: clumsy; T.: biçimsiz) с.
Йәмһеҙ төҫ-ҡиәфәтле, төҫкә-буйға килбәтһеҙ. □ Неуклюжий, нескладный, некрасивый. һыпатһыҙ әҙәм. М Бигерәк тә һыпатһыҙ бит әле ул маймыл тигәндәре.
3. Биишева. [Вилис] һыпатһыҙ оҙон кәуҙәһен эйеп, приставты ла, ҡатынын да байрам менән ҡотланы. Ж. Кейекбаев.
ҺЫПРАН I (Р: аккуратный; И.: tight; neat; T.: özenli) с. диал. ҡар. бөхтә 2.
Тышҡы күренеше, ҡиәфәте матур; йыйнаҡ, ыҫпай, ыҡсым. □ Аккуратный, опрятный. Һыпран кейем, һыпран кулдәк. Һыпран итеп текһәң, тауарҙың дурт метры ла етә.
ҺЫПРАН II (Р: заодно; И.: conjointly; Т: birlikte) р. диал.
Бер ыңғайҙа, бер юлы. □ Заодно, һыпран эшләу. Һыпран йыуып алыу. Эште бер һыпран эшләгәндән һәйбәте юҡ.
ҺЫПТАҒАЙ I (Р: высокоствольный; И.: long-boled; T: dalsız budaksız uzun) с.
1. Ботаҡһыҙ нәҙек оҙон (ағасҡа ҡарата); һырғый. □ Высокоствольный (о дереве). Һыптағай ағас. Һыптағай ҡарағай, һыптағай имән.
2. кусм. һөйл. Тотош итеп тегелгән, билһеҙ (кулдәккә ҡарата). □ Свободного покроя (о платье). Һыптағай кулдәк. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ һыптағай кулдәк кейә.
ҺЫПТАҒАЙ II (Р: без дела; И.: at a loose end; T: işsiz) p.
1. Эшһеҙ, буштан-буш. □ Без дела. Һыптағай йөрөу. Һыптағай ултырыу. Һыптағай өйҙә ятыу.
2. Бер нәмәһеҙ, буш. □ Впустую. ■ Йәштән кукрәгемә һеңешкән асыуым, тик шул байҙарға сапҡан намыҫым - ул бәрелешһеҙ, һыптағай ғына ҡалмаҫ. Т. Хәйбуллин.
ҺЫПТАҒАЙ III (Р: бездельник; И.: idler; T.: avare) и. диал.
Эшһеҙ йөрөүсе. □ Бездельник, һыптағай булыу, һыптағай, урамда тик йөрөй, һыптағай булып йөрөу.
ҺЫПТЫРТЫУ (һыптырт-) ҡ. диал. ҡар. һыпыртыу 4, 5. һыптыртып барыу. Һыптыртып ҡасыу. Һыптыртып китеу.
ҺЫПТЫРЫҢҠЫ и. диал. ҡар. һыпайта күлдәк. Һыптырыңҡы тегеу. һыптырыңҡы кейеу. Һыптырыңҡыға тауар алып ҡайтыу.
ҺЫПТЫРЫУ (һыптыр ) (Р: стегать; И.: quilt; T.: kamçılamak) ҡ.
Һығылмалы йоҡа нәмә менән һуғыу. □ Стегать, хлестать (чем-л. гнущимся, тонким). Ҡайыш менән һыптырыу. Сыбыртҡы менән һыптырыу. ■ Ауыл осона еткәс, Ғәли, ни өсөндөр, һул яҡҡа егелгән ҡашҡаға ҡамсыһы менән һыптыра һуҡты. Р. Ханнанов.
677