ҺЫП-ҺЫУЫҠ
ҺЫП-ҺЫУЫҠ (Р.: холодный; И.: very cold; T.: çok soğuk) с. артыҡл. ҡар. һыуыҡ I. превосх. степ, от һыуыҡ I.
Бик һыуыҡ, үтә һыуыҡ. □ Очень холодный. ■ Курәһегеҙме, мәктәпте пар менән йылытыу өсөн торбалар уткәрелгән, ә улар һып-һыуыҡ, - тип директор тәҙрә аҫтындағы батареяларға ымланы. Й. Мостафин.
ҺЫПЫ I (Р.: суфий; И.: Sufi; T.: mutasavvıf) и. этн.
1. Донъяуи эштәрҙән ваз кисеп, Аллаға, дингә мөкиббән киткән кеше; суфый. □ Суфий, отшельник; набожный человек. Һыпы булыу, һыпы шағир, һыпы кеше.
2. кусм. Эсмәй торған кеше. □ Непьющий человек. Һыпы булыу, һыпы егет. Бигерәк тыйнаҡ, һыпы икән.
♦ Һыпы һуған еймәҫ, күрһә, тамырын да ҡуймаҫ суфый булып ҡыланған кешегә мыҫҡыллап әйтелә. □ Говорится о человеке, притворяющемся суфием.
ҺЫПЫ II (Р: свадебный чай; И.: wedding tea; T.: düğün çayı) и. диал.
Туй сәйе. □ Свадебный чай. Һыпыға саҡырыу. Һыпы эсеу. һыпы ҡунағы.
ҺЫПЫ БУЛЫУ (һыпы бул-) ҡ. ҡар. ҡунаҡ булыу. Һыпы булып ятыу. һыпы булырға саҡырыу. Һыпы булып ҡайтыу.
ҺЫПЫЛЫУ (һыпыл-) ҡ. диал. ҡар. һүтелеү. Еңе һыпылып сыҡты. Ебәк яулыҡтың сите тиҙ һыпыла, һыпылған кулдәк итәге.
ҺЫПЫРА I и. диал. ҡар. һыпайта күлдәк.
Һыпыра кейеу. һыпыра тегеу.
ҺЫПЫРА II с. диал. ҡар. шыма I, 1-3.
Һыпыра өҫтәл. Һыпыра туҡыма.
ҺЫПЫРҒЫЛАУ (һыпырғыла-) (Р: поглаживать; И.: pat; T.: sıvazlamak) ҡ.
Бер аҙ һыпырыу, һирәк-һаяҡ һыпырыу. □ Поглаживать. ■ Кәуҙәгә Ринаттан йыуаныраҡ куренгән Наил, оҙон һары шыма сәсен ҡулы менән һыпырғылап, Әлмира янына барып баҫты. Р. Байбулатов. Емеш өшөп, ҡош тәне ҡалҡҡан ҡабарынҡы беләктәрен һыпырғылап, тағы бер аҙ тупһала тапанып торҙо. 3. Биишева.
ҺЫПЫРТМА с. диал. ҡар. һепертмә. ■ Өйкөм ҡайынлыҡтар араһындағы юлға һыпыртма буран ҡарҙы тыңҡыслаған да тултырған. Р. Байбулатов. Киҫкен һыпыртма ел, ҡар өҫтөндә һерәйешеп торған ҡыу улән
баштарын һелкетеп, ҡайҙалыр алыҫтағы тауҙар теҙмәһенә ҡарай елдерә. Я. Хамматов. Көндөҙ тымып тороп, кискә табан ҡабат шәбәйеп киткән һыпыртма буран разведчиктар файҙаһына ине. Ә. Хәкимов.
ҺЫПЫРТМАҠ (һыпыртмағы) (Р: лассо;
И.: lariat; T: laso) и.
һыпырылып торған тоҡанлы бау. □ Лассо, аркан. Атты һыпыртмаҡ һалып тотоу.
■ [Нәфисә - әсәһенә:] Үлтерегеҙ, уңәсемә һыпыртмаҡ һалып быуығыҙ! Уға [Хажи-солтанға ] кейәугә бармайым! Я. Хамматов.
ҺЫПЫРТМАҠЛАУ (һыпыртмаҡла-) (Р: завязывать петлёй; И.: tie a noose; T: kementlemek) ҡ.
һыпырылып тормалы итеү. □ Завязывать петлёй, һыпыртмаҡлап бәйләу. һыпыртмаҡлап ҡуйыу. Һыпыртмаҡлап тегеу.
ҺЫПЫРТЫУ (һыпырт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һыпырыу, понуд. от һыпырыу. Арҡаны һыпыртыу. Тирене һыпыртыу. Һыпыртып алыу.
2. Ныҡ итеп һыпырыу, тейҙереү. □ Сметать, смахивать. ■ Ысыҡлы улән өҫтөнән итек менән һыпыртып атлауға Сөнәғәттең аяҡ юлы ярылып ҡала барҙы. Ж. Кейекбаев.
3. кусм. Көслө итеп өрөп туҙҙырыу; ойоҡһотоу (ел-дауылға ҡарата). □ Кружить, мести (о метели, вьюге). ■ [Бабай:] Тышта буран сыҡҡан, иллә һыпырта. Әкиәттән.
4. кусм. Бик йәһәтләп, ашығып юл алыу; елдереү. □ Мчать, мчаться, нестись. Өйгә һыпыртыу. Йәйәу һыпыртыу. Һыпырта атлау. ■ Егет куп уйлап торманы, .. Алманың юлын арҡыры сыҡмаҡсы булып, тураға һыпыртты. Ҡ. Ибәтуллин. Тик Үгәк, сиреуен ташлап, Әмәшә янына һыпыртыуҙы артыҡ курҙе. Б. Рафиҡов.
5. Бик йәһәтләп ҡасыу. □ Удирать, улепётывать. Өйгә һыпыртыу. Ситкә һыпыртыу.
■ Ракеталар һунеу менән, Камалова һикереп торҙо ла бесән сумәләһенә ҡарай йән-фарман һыпыртты. И. Абдуллин. Ҡото алынған Айыуханов артына бер тапҡыр боролоп ҡараны ла һыпырта башланы. Ғ. Аллаяров. Айыу, артына ла боролоп ҡарамай, урманға һыпыртҡан. Әкиәттән.
678