ҺЫПЫРЫУ
6. кусм. һөйл. Ҡабаланып, күп итеп ашау.
□ Уплетать. Бутҡаны һыпыртыу. Итте һыпыртыу. ■ Һәр ҡайһыһы .. өҫтәлдәге бай ашамлыҡты һыпыртырға тотондо. Я. Хамматов. Сәғит, өйҙән алып килгән ике тоҙло ҡыяр менән бер ҡыйырсыҡ икмәкте һыпыртып бөткәс, уны шешәләге сәй менән баҫтырып ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин.
7. һөйл. Урлау. □ Стащить, красть. ■ Яша ул компасты беҙҙең менән дуҫ булған ҡарт генерал булмәһенән һыпыртҡан булып сыҡты. Ә. Бикчәнтәев.
ҺЫПЫРЫЛЫУ (һыпырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. һыпырыу 1-5. страд, от һыпырыу 1-5. ■ Тубән һыпырылған йылтыр итек кейгән .. ине был кеше. Ф. Иҫәнғолов.
2. Ябылған, кейелгән ерҙән аҫҡа шылыу, сиселеү. □ Сместиться, съехать, сползти. Шәл елкәгә һыпырылып төштө. Юрған иҙәнгә һыпырылып төштө. ■ Ул [Фатима] башынан һыпырылып төшкән йоҡа шәлен һыңар ҡулы менән.. бөрөп тотҡан. Б. Бикбай. Маһираның косынкаһы артҡа һыпырылып төштө. X. Ғиләжев. Егеттең йылан тиреһе шауҙырлап көлдөксәгә һыпырыла ла төшә. Әкиәттән.
3. Тотош бер юлы ҡубып йәки һурылып, түбәнгә шылыу. □ Отставать, отделяться, отваливаться, отпадать. Һылаған балсыҡ һыпырылып төшкән. ■ Шәмсеҡәмәр апайҙың ҡулындағы бала .. ҡулынан һыпырылып төшөп китә яҙҙы. К. Кинйәбулатова. Ғәлиәхмәт һуңғы ваҡытта уҙ-уҙен аңламай, юҡҡа-барға ярһып-туҙынып бара, бөтә эш ҡулынан һыпырылып төшөп тик тора. Р. Байымов. Соҡоруйға еткәс, туры айғыр, ниҙәндер һиҫкәнеп, ситкә ташлана, ҡамыт бауы өҙөлөп, айғыр тәртәнән һыпырыла ла ауылға ҡарай саба. 3. Ураҡсин.
4. кусм. Күмәкләп тотош бер юлы ҡуҙғалыу. □ Одновременно тронуться с места. Һыпырылып сығып китеу. Ирҙәр, егеттәр бер нисә көндә һыпырылып сығып китте. ■ Өйҙәге ир-ат һыпырылып сығып та китте. Ғ. Хисамов.
ҺЫПЫРЫУ (һыпыр-) (Р.: гладить; И.: stroke over; T: okşamak) ҡ.
1. Ҡул менән нимәнеңдер өҫтөнән үткәреү; һыйпау. □ Гладить кого, что. Арҡанан һыпырыу. Сәсте артҡа һыпырыу. ■ Кепкаһын һалып, Сергей сәсен ургә һыпырҙы һәм Йәғҙәнең алһыуланған йөҙөнә куҙ төшөрҙө. А. Абдуллин. Ғәйнулла ҡарт тағы ла һаҡалын һыпырҙы. С. Агиш. Йоҡларға йыйынған малай, туҙған сәсен һыпырып, өтәләнә-өтәләнә кейенә башланы. Р. Байбулатов.
2. Нимә менәндер өҫтән үткәреп, ышырыу. □ Сдвигать, подвигать. Кәрәк менән һыпырыу. ■ [Ертахов] таяғының ырғаҡлы башы менән япманы һыпырып төшөрә. И. Ғиззәтуллин.
3. Нимә менәндер өҫтән үткәреп, таҙартыу; һөртөү. □ Сметать, смахивать (рукой). Өҫтәлдәге икмәк вағын һыпырыу. Я Гөлйөҙөм сәселгән ондо усы менән ҡоштабаҡҡа һыпырып, әсәһенә бирҙе. Һ. Дәүләтшина. Ленин скверына килеп ингәс, Мәҙинә эскәмйәгә һырыған көрттө һыпырҙы. Т. Ғарипова. Танкист, шлемын бер аҙ кутәрә төшөп, ҡулы менән маңлай тирен һыпырҙы. Ғ. Аллаяров.
4. Ябылған, кейелгән нәмәне бер юлы систереү, алыу. □ Сорвать (рывком, резким движением). Аттың йугәнен һыпырыу. Баштан буректе һыпырып алыу. Өҫтән юрғанды һыпырып ташлау. М Рамаҙан ағай сал төшкән сикәләренә саҡ-саҡ эләгеп торған куҙлеген ҡапыл һыпырып алды ла аш-һыу булмәһенә йунәлде. Р. Байбулатов.
5. Иңләп, бөтәһен бергә күп итеп тиреү.
□ Срывать (охапками, горстями). Еләкте һыпырып тиреу. ■ Сәскәләрен һыпырып сәйгә һалам, шау бал булып аңҡый сәйҙәрем. Р. Бикбаев.
6. кусм. һөйл. Тотош бер ыңғайҙан, бөтәһен бер юлы ҡырҡыу йәки сабыу. □ Сметать, сгребать. Урманды һыпырыу. Механизаторҙар баҫыу артынан баҫыуҙы һыпыра.
7. кусм. Бер нәмә ҡалдырмай тотош эләктереү. □ Сметать, сдирать. ■ Шәмсун бөтә аҡсаны һыпырып алып сығып китте. Н. Мусин. Оңҡот армия юлда осраған һирәк-мирәк ауылдарҙан куҙгә куренгән, эшкә яраған һәр нәмәне һыпырып ала ла китә: малдарын, барлы-юҡлы аҙыҡтарын. Р. Байымов.
8. кусм. Бик йәһәтләп, ашығып юл алыу.
□ Мчаться, нестись. Өйгә һыпырыу. ■ Һуңғы
679