ҺЫПЫРЫШТЫРҒЫЛАУ
дәрес тамамланыу менән малайҙар ауылға ҡарай һыпырҙы. Р. Низамов. Исмәғил ялт иттереп саңғыларын борҙо ла, һәйбәт китапты ла онотоп, Аҡбейеккә ҡарай һыпырҙы. Яр. Вәлиев.
9. кусм. Ҡабаланып, ҡалдырмай ашау. □ Уплетать. Итте һыпырыу. Бутҡаны һыпырып ҡуйыу. ■ Улар [комбинатта эшләусе егеттәр] колбаса менән аҡ ҡаласты .. һыпырып ултыралар. Ә. Бикчәнтәев. Ә ҡарт оттора торған кешеләрҙән тугел: башҡаларҙы һуҙе менән ауыҙына ҡаратып ҡуя ла уҙе табынға килтерелгән ашамлыҡтарҙы һыпыра биреуен белә. Б. Бикбай.
♦ Тир һыпырып эшләү бик тырышып, ихлас эшләү. □ Стараться. ■ Иртәгеһен көн шундай аяҙ булып тыуҙы, тир һыпырып бесән йыйыр ваҡыт. Т. Сәғитов. Ыңғайға һыпырыу кешегә ҡаршы өндәшмәй, ыңғайына, яйына тороу. □ соотв. Гладить по шерсти. М Шәйхи ҡарт Мусаға ҡаршы бер һуҙ ҙә әйтә алмай, ыңғайға һыпырып ҡына тора. Ш. Насыров. Һуҙем юҡ, һеҙ хаҡлы, Әкрәм Хәмитович, - тип, Ғәлиәкбәров уның ыңғайына һыпырып алып китте. X. Зарипов, һыпыра һуғып 1) етеҙ, тәүәккәл рәүештә эш итеү. □ Действовать решительно, стремительно, быстро, һыпыра һуғып сығып китеу; 2) ҡыйрата, емерә һуғыу. □ соотв. Разгромить, разнести в пух и прах. М Ваҡытлы хөкумәттең уҙен дә һыпыра һуғып төшөрөп ырғыттылар. Һ. Дәүләтшина, һыпырып алғандай булыу бер эҙһеҙ, бөтөнләй бөтөү (куберәк ауырыуға, арыуға ҡарата). □ соотв. Как рукой сняло (о боли, усталости). Башым ауыртыуы һыпырып алғандай булды.
ҺЫПЫРЫШТЫРҒЫЛАУ (һыпырыштырғыла-) (Р: поглаживать; И.: stroke; Т.: sıvazlamak) ҡ.
Бер аҙ һыпырыу. □ Поглаживать, потереть. S Сәхипьямал .. өҫтәлдәге ашъяулыҡты, һандыҡ өҫтөндәге балаҫты устары менән ашыҡ-бошоҡ һыпырыштырғыланы. X. Ғиләжев.
ҺЫПЫШ с. диал. ҡар. шамтыр. Һыпыш ҡатын. Һыпыш хужабикә. Һыпыш булыу.
ҺЫР I (Р: резьба; И.: carving; T.: oyma) и.
1. Ағас һ. б. ҡаты нәмәләргә уйып, соҡоп яһалған биҙәк. □ Резьба, резной узор, һыр
һалыу. Һыр яһау. М Йорттоң матур һырҙар менән эшләгән балкондарын урмәле гөлдәр сорнаған. Ф. Иҫәнғолов. Беҙ төрлө һырҙар яһап эшләнгән тимер баҫҡыстан өҫкә менеп киттек. С. Агиш. Тәҙрә ҡапҡастары иҫ китмәле һырҙар менән һырылған, ҡарап торһаң, быны эшләгән оҫталарҙың туҙеменә, маһирлығына иҫең китә. Т. Ғарипова.
2. Буяп йәки сигеп төшөргән биҙәк. □ Узор, рисунок. Һыр һалыу, һырҙар төшөрөп эшләнгән һауыт. ■ Ҡалпаҡҡайымдың, ай, һырҙары, ваҡ һыр менән уны һырлайҙар. Халыҡ йырынан.
3. Бер буйы соҡорланып, бер буйы һырланып торған буй-буй һыҙат. □ Кольцо. Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билдәле.
4. Кешенең битендәге буй-буй һыҙыҡ; йыйырсыҡ. □ Морщина. Маңлай һырҙары. М Кукрәп уҙған йылдар эҙе булып, маңлайҙарҙа һыҙылып һыр ҡала. А. Игебаев. Киң ерән һаҡаллы, һырҙары шаҡтай тәрән булып һыҙылған Пётр Ивановичтың киң кукрәге хәҙер Бикбулатты ҡосағына алырға теләгән кеуек. С. Агиш. Шымбай ҡарттың тәрән һырҙар менән ҡапланған ҡотһоҙ йөҙөндәге иблис йылмайыуы ҡапыл ҡот осорғос зәһәрле асыу менән алмашынды. 3. Биишева.
ҺЫР II (Р: ртутные соединения; И.: mercury compound; T.: cıvalı) и. хим. иҫк.
1. Терегөмөш әсемәһе. □ Ртутные соединения. Ш [Сейәбикә:] Теше тәҡәт таптырмай һыҙлай, шуға ҡара ҡытат яһатып, һыр төтөнөнә тотайым тигәйнем. Т. Хәйбуллин.
2. Көҙгө яһай торған йылтыр буяу. □ Блестящая краска, применяемая при изготовлении зеркал, һырҙан көҙгө яһау.
ҺЫР III и. диал. ҡар. һырҡыуат 1. Һыр сыҡҡан. Тәнен һыр баҫҡан, һырҙы дауалау.
ҺЫР IV (Р: секрет; И.: secret; T.: sır) и. диал. ҡар. сер.
Башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғлүмәт. □ Секрет. • Һыр белмәгән халыҡҡа һыр сискәнсе, һыҡырап йөрөһәң, шул артыҡ. Әйтем. Дуҫым бар тип һыр сисмә, дуҫтың яҡшы дуҫы бар. Әйтем.
♦ һыр бирмәү 1) кемдер алдында үҙеңдең кире йәки йомшаҡ яғыңды күрһәтмәү;
680