Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 681


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫРҒА
һынатмау. □ Не показывать виду, не поддаваться. Кеше алдында һыр бирмә. ■ һыр бирмәгән булып ҡылана инде, Ҡотҡармаҫ Ҡорбанбикә килене бит. Т. Ғарипова. Ҡеше алдында уҙең дә һыр бирмә, мине лә оятҡа ҡалдырма. Н. Мусин. Камалетдинов бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, ләкин әле һыр бирергә теләмәне. X. Зарипов. • һере кеше һыр бирмәҫ. Әйтем. Һының китһә лә һыр бирмә. Әйтем. Һыр биргәнсе һыртыңды бир. Мәҡәл; 2) ҡалышмау. □ Не отставать. ■ Башҡа уйындарҙа ла Арыҫлан һыр бирмәне. Ғ Ибраһимов.
ҺЫРА (Р.: пиво; И.: beer; T.: bira) и.
Арпа ҡуры менән әсетеп яһалған эсемлек. □ Пиво. / Пивной. Кубекле һыра. Һыра көрөшкәһе. Һыра заводы. Һыра ҡайнатыу, һыра эсеу. ■ Богданов һыйланып туйғас та китергә ашыҡманы, сит-ят куҙҙәрҙе ылыҡтырмау өсөн генә тағы ике шешә һыра һорап алды ла аҫтыртын ғына әлеге ҡыҙҙы куҙәтте. Д. Исламов. Вагонда халыҡ көлә-шаяра, ҡайһыһы кәрт уйнай, ҡайһыһы һыра һемерә. Н. Ҡотдосов.
ҺЫРАСЫ (Р.: пивовар; И.: brewer; Т.: biracı) и.
1. Һыра ҡайнатыусы. □ Пивовар, һырасы булыу. Һырасы оҫталығы. Һырасы һәнәрен уҙләштереу.
2. Һыра һатыусы. □ Продавец пива. Һырасыға килеу. Һырасынан һыра алыу. Һырасы булып эшләу.
ҺЫРАХАНА [һыра + фарс. £М-] (Р.: пивная; И.: alehouse; T.: birahane) и.
һыра эсә торған бина. □ Пивная. ■ Әлфиә-Жужа һырахананы абайлап ҡарарға ла өлгөрмәне, Гобар, бер ҡулына - шәм, икенсеһенә рациялы тоҡто тотоп, подвалға төшә торған баҫҡысҡа ыңғайланы. И. Абдуллин. Һырахана ҙур йорттоң аҫҡы ҡатында ине. Ғ. Хәйри. Һатыусы малайҙарын ул [Алдар] һыраханаға алып инә. .. Шунда уҡ бик куп һыра килтерәләр. Әкиәттән.
ҺЫРБАБА (Р: глисты; И.: whipworm; Т.: kırbaç kurdu) и. диал. ҡар. бабасыр.
Тура эсәктәге ваҡ ҡына паразит ҡорт. □ Власоглав, глисты, һырбаба йомортҡалары. Һырбабаға анализ биреу. Һырбабаны дауалау.
ҺЫРГҮҘ (Р: белоглазый нырок; И.: ferruginous duck; T: pasbaş patka) и. зоол.
Һырты ҡара көрәнһыу, башы ҡыҙыл көрән, күҙе һарғылт аҡ төҫтәге ваҡ өйрәк; мәрйенгүҙ. □ Белоглазый нырок (лат. Aythya nyrocd). Инә һыргуҙ. Ama һыргуҙ. һыргуҙ йомортҡаһы. Һыргуҙгә һунар итеу.
ҺЫРҒА (Р: серёжка; И.: earrings; T: küpe) и.
1. Ҡолаҡ йомшағына таға торған биҙәнеү нәмәһе; алҡа. □ Серёжка, серьга. Алтын һырға. Көмөш һырға. Ҡашлы һырға, һырға тағыу. ■ [Әминә:] Ҡолаҡтарыма һырғалар таға инем, башымда ап-аҡ батист яулыҡ була торғайны. Н. Асанбаев. Үҙән урындарға иртәнге шыйыҡ ҡына томан төшкәйне, ағас япраҡтарында ысыҡ бөртөктәре һырға һымаҡ йылтырашып куренә. Ғ. Аллаяров. Бына Мәликәне, ҡулдарына алтын да көмөш ҡушбеләҙектәр кейҙереп, муйынына зөбәржәт муйынса, ҡолаҡтарына яҡут һырғалар тағып, иҙәндән тушәмгә еткән ҙур көҙгө ҡаршыһына баҫтырып ҡуйҙылар. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Ҡайһы бер кәзәнең ҡолағында йәки тамағы аҫтында һалбырап торған үҫентеһе. □ Отростки у козы на ушах или под нижней челюстью. Я Байгилде уның [up кешенең] эйәк аҫтында кәзә һырғаһы шикелле һалынып торған ҡыҙыл сөйәленә, кеселекле мөләйем йөҙөнә оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы.
3. Биишева.
3. кусм. Ҡайһы бер ағастың һалынып торған сәскә бөрөһө. □ Серёжки (деревьев). Ерек һырғаһы. Ҡайын һырғаһы. Тал һырғаһы. ■ Ҡайындарҙың ялбыр һырғалары беленә һәм унда-һанда асыҡ аҡ олондары куренә. Ә. Вәли. Алмағастарҙан курә сейә ҡыуаҡтары аҡһыл һырғаларын тағып ала. Яр. Вәлиев.
4. этн. Тәңкә теҙелгән суҡлы муйынсаҡ. □ Ожерелье (из монет и блях). Һырға тағыу, һырға эшләу. Матур муйын һырғаһы.
5. этн. Аҡыҡты тамсылатып ҡуйып эшләнгән мунсаҡ. □ Женское шейное украшение из сердолика. Аҡыҡлы һырға, һырғаға ҡаш ҡуйыу. Аҡыҡ һырға буләк итеу.
6. этн. Көмөш тәңкәләрҙән һәм ҡыҙыл мәрйендәрҙән эшләнгән ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе; селтәр. □ Нагрудник (женское украшение, сделанное из серебряных монет и красных кораллов). Тик мәрйен һырға.
681