ҺЫРҒА АУЫРЫУЫ
Т.диал. һырғауыл, ҡыуал. □ Шест, столб (на который взбираются при состязаниях на сабантуе), һырғаға менеу. һырғаға менеу буйынса ярыш.
8. миф. Һаҡлау көсөнә эйә булған предмет. □ Серьга, серьги (предмет-оберег). М Ир балаһы улеп торған кешеләр малай тыуһа, уға өс йәшкә тиклем һырға тағып, ҡыҙҙар кулдәге кейҙереп ҡуйғандар, яман заттар малайға теймәһен, тип. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺЫРҒА АУЫРЫУЫ (Р.: воспаление околоушной железы; И.: kind of inflammation; T.: kulak altı tükürük bezi iltihabı) и. диал.
Ҡолаҡ артына иҙелеп, сейләнеп сыҡҡан сир. □ Воспаление околоушной железы. ■ Балаң һырға ауырыуы менән ауырый, мал инселәргә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ҺЫРҒАЙ с. диал. ҡар. һырғый I, 1. ■ Һаҡта торам һаҡлап ил сиген, .. һырғай аҡ ҡайындар, ҡарағайҙар сайҡалалар тирә-яғымда. Б. Вәлит.
ҺЫРҒАҠ I (һырғағы) (Р.: подмаренник настоящий; И.: yellow bedstraw; T: yoğurtotu) и. бот.
Тотош һабағы менән бергә йәбешеп һырый торған оҙонса ваҡ ялпаҡ орлоҡло үлән; һырлан. □ Подмаренник настоящий (лат. Galium verum). Кук һырғаҡ. Һырғаҡ һырыу. Кейемгә һырғаҡ һырыған.
ҺЫРҒАҠ II (Р: прилипающий; И.: agglutinative; T.: sıvışık) с.
1. Һырып, йәбешеп тороусан. □ Прилипающий, липкий, һырғаҡ ҡар. ■ Уйнай-уйнай килеп һырғаҡ буран өй туренә килеп һырлыға. Т. Йәнәби.
2. Тәнгә үтерлек көслө, әсе (елгә ҡарата). □ Пронизывающий (о ветре), һырғаҡ ел. ■ Яланда һырғаҡ ел тәнде утәнән-утә һуҡты. М. Тажи. Әсе генә буран, ай, һырғаҡ ел, әйләндереп булмай йылҡымды. Халыҡ йырынан.
ҺЫРҒАҠ III (һырғағы) (Р: пронизывающий ветер; И.: blistering wind; T: keskinyel) u.
Әсе ел. □ Пронизывающий ветер. М Ул да булманы, аяҙытып, туңдырғыс һырғаҡ өргәс, епшеп ҡалған ерҙәр йәнә таҡырайып ҡаттылар, - яҙ оҙаҡҡа һуҙылды. Ә. Байрамов.
ҺЫРҒАЛАҠ I (һырғалағы) (Р: ледяная горка; И.: hillock; slope; T: küçük dağ) и.
1. Сана шыуып уйнай торған ҡалҡыу урын. □ Ледяная горка, һырғалаҡ яһау. һырғалаҡ эйеу. ■ Гөлгөнә уҙҙәренең ишек алдындағы һырғалаҡтан шыуып йөрөгәндә, ҡаршыһына куршеләрҙең ҡап-ҡара ҙур һөҙгәк кәзәһе килде лә сыҡты. Р. Байбулатов.
2. Конькиҙа шыуыу өсөн һыу һибеп туңдырылған урын. □ Каток. ■ Эйектең кугәреп, шып-шыма булып туңған боҙо өҫтөндә итек менән шыуып һырғалаҡ эйеп уйнау бында ҡыҙҙарҙың яратҡан уйыны ла бит. 3. Биишева.
3. диал. Сананы кәйелдерә торған ҡырын ер; кәйелтмәк. □ Раскат (на зимней дороге), һырғалаҡта сана ауған. Һырғалаҡтан барған сана кәйелеп китә.
ҺЫРҒАЛАҠ II с. диал. ҡар. һырғаҡ II, 2. Һырғалаҡ ел сыҡты, һырғалаҡ елдә өшөу. һырғалаҡ ел уҙәккә утә.
ҺЫРҒАЛАҠЛАУ (һырғалаҡла-) (Р.: кататься на санках; И.: sledge; T: kızakla kaymak) ҡ. диал.
Сана шыуыу. □ Кататься на санках. Һырғалаҡлап йөрөу. Тауҙа һырғалаҡлау. Балалар тауҙа һырғалаҡлай.
ҺЫРҒАЛАНЫУ (һырғалан-) (Р.: крутиться; И.: spin; T: yanından ayrılmamak) ҡ.
Кемдеңдер эргәһендә уралыу, уның янынан китмәү. □ Крутиться, вертеться возле кого; увиваться. Әсә янында һырғаланыу. Ололар тирәһендә һырғаланыу. ■ Бикморатты был һорау ҡаушатманы ла, уңайһыҙландырманы ла, сөнки борғаланып, һырғаланып тороуҙың кәрәге юҡ ине. Н. Мусин.
ҺЫРҒАЛАУ I (һырғала-) (Р: скользить по склону; И.: slip; T: kaymak) ҡ.
Шыуып, ситкә тайыу; кәйелеү. □ Скользить по склону, һырғалап китеу. һырғалап барыу. Сана һырғалай.
ҺЫРҒАЛАУ II (һырғала ) (Р: течь; И.: trickle; stream; T.: akmak) ҡ.
Нимәнеңдер өҫтөнән буйлап, түбәнгә һырҡырау. □ Течь, струиться (по поверхности). ■ Меҫкен торнаның аҡһыл тушенән һырғалап ҡан аға. М. Сәғитов. Палатканы тарттырып бәйләгән бау буйлап эре тамсылар, бер-береһен ҡыуышҡан шикелле, тубән һырғалай. Ш. Янбаев. Ишбулдының бите буйлап йәш һырғаланы. Ғ. Аллаяров.
682