ҺЫРҒЫ
ҺЫРҒАЛЫ (Р.: с отростками на ушах; И.: with a tuft on the ears; T.: küpeli) с.
Ҡолағында йәки тамаҡ аҫтында һалбырып торған үҫентеһе булған (кәзәгә йәки һарыҡҡа ҡарата). □ С отростками на ушах или под нижней челюстью (о козе или овце), һырғалы кәзә. Һырғалы һарыҡ. Һырғалы тәкә.
ҺЫРҒАНАҠ I (һырғанағы) (Р: облепиха; И.: sandthorn; T.: yalancı iğde) и. бот.
1. Иртә яҙын сәскә ата торған ваҡ сәскәле, һарғылт емешле дарыу үҫемлеге. □ Облепиха (лат. Hippophae). ■ Тағы ла ситтәрәк инде сәскәләрен ҡойоп емешкә тумала башлаған сейә, һырғанаҡ, слива, балан кеуек ағастар теҙелеп киткән. Д. Бүләков. Ҡалдауға әйләнгән тутәлендә баянан бирле ике бесәй ялҡау ғына уйнаҡлай ине, әле берәуһе уғата эҫенән ҡасып, һырғанаҡ сатырына уҡ менеп боҫҡан. С. Шәрипов. Берәуҙәре төҫөн, нәҫелен ерҙә ҡалдырыу өсөн, орлоҡтарына көмөш елбәгәйҙәр ҡуйып, елгә осорҙо, икенселәре бөргәнәктәр, һырғанаҡтар булып, уткән-һуткән йән эйәһенә йәбешеп булһа ла, ситкә таралыу, һибелеу әмәлен тапты. Ш. Янбаев.
2. ҡар. һырғаҡ I. Кук һырғанаҡ. Һырғанаҡ һырыу. Кейемгә һырғанаҡ һырыған.
ҺЫРҒАНАҠ II (һырғанағы) и. диал. ҡар. һырғалаҡ I, 1. Һырғанаҡҡа менеу. Һырғанаҡтан шыуыу. Көнө буйы һырғанаҡ эйҙек.
ҺЫРҒАТУЙ (Р: обряд, посвящённый инициации подростков 12-13 лет; И.: kind of ethnographic ceremony; T.: erkeğe ayırma töreni) и. этн.
12-13 йәшлек балаларҙы үҫмерлек осорона ҡабул итеү йолаһы. □ Обряд, посвящённый инициации подростков 12-13 лет. ■ Ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә кутәрерлек булғас, һырғатуй уткәрелә. Халыҡ ижадынан.
ҺЫРҒА ТУЙЫ (Р: обрядовое пиршество в честь помолвки детей в подростковом возрасте; И.: kind of ethnographic ceremony; T.: küpe düğünü) и. этн.
Үҫмер балаларҙы йәрәштереү йолаһы. □ Обрядовое пиршество в честь помолвки детей в подростковом возрасте. Я Һырға туйында егет, ҡыҙҙың ҡолағын тешләп, ҡолағына һырға кейҙерә. М. Буранғолов. Ыҙан-йолаһына килтереп, ике көн һырға
туйын туйланылар ҙа ҡоҙа-ҡунаҡтар ҡайтырға таярланды. Ғ. Хөсәйенов.
ҺЫРҒАУЫЛ (Р: шест; И.: long supple pole; T.: uzun sırık) u.
1. Байраҡ һ. б. эл еү өсөн ултыртылған нәҙек оҙон бағана. □ Шест. Я Йыйылғанһебәне һырғауылға бәйләп ҡуйҙылар. Ж. Кейекбаев. Мәрмәр кутәрмә өҫтөнән ултыртылған ҡорос һырғауыл куккә олғашып тора. А. Мағазов.
2. Ярыштарҙа үрмәләп менеү өсөн ултыртылған оҙон шыма бағана; баҡан, ҡыуал. □ Столб (на который взбираются на состязаниях). ■ Оҙон һырғауылдың башына менеп, таҫтамалын алып төшөуселәр ҙә табылды. К. Мәргән. Майҙандың иң уртаһында батырҙар көс һынаша, шунда уҡ йугереу, һикереу, һырғауылға урмәләу буйынса ярыштар бара. Ф. Әсәнов.
3. Донъя ағасы символы. □ Символ мирового дерева. Һабантуйҙағы һырғауыл -донъя ағасының символы.
ҺЫРҒА ҺАБАҒЫ (Р: подарок по случаю сговора детей; И.: sort of ancient Bashkir rite; T.: söz kesiminde verilen hediye) и. этн.
1. Йола буйынса, борон бәләкәй ҡыҙҙың ҡолағын тешләтеп, ҡоҙа булышҡанда малай яғынан бирелгән бүләк. □ Подарок по случаю сговора детей. Һырға һабағы бирешеу. ■ [Таһыл:] Коҙалашыу йолаһы буйынса, ҡыҙ атаһы булған бей атама бирерһегеҙ һырға һабағы. X. Ғәбитов. Бәләкәй саҡтарында, йәнәһе, ҡолаҡ тешләткәндәр, уҫә төшкәс һырға һабағы бирешкәндәр ике дуҫ. «Ағиҙел», № 6, 2015.
2. Кейәү яғынан һалына торған һабаҡлы тәңкә. □ Монета с подвеской, преподнесённая женихом во время никах, һырға һабағы һалыу. Кейәу яғынан һырға һабағы һалыу. Я Хәҙер бында һырға һабағы алып, килен булырға әҙерләнеп йөрөр сағы ла бит, ул рәхәтләнеп уҡып тик йөрөй. һ. Дәүләтшина.
ҺЫРҒЫ и. диал. ҡар. һырғауыл 2. һыр-ғыға урмәләу. Я [Батша:] Беренсе шарт: кейәу булырға теләгән кеше тубәһенә тулы стакан бал ултыртып, шуны бер тамсы ла тукмәй, һырғы башына менеп төшөргә тейеш. Әкиәттән.
683