ҺЫРҒЫЙ
ҺЫРҒЫЙ I (Р.: высокоствольный; И.: long-boled; T.: dalsız) с.
1. Оҙон, төҙ, ботаҡһыҙ. □ Высокоствольный. Һырғый ағас. Һырғый ҡарағай. ■ Беҙ һырғый ҡарағайҙар араһындағы бурәнә өҫтөндә ултырабыҙ. Ш. Бикҡол. Алҡын ағым ыңғайына йөҙөп, һырғый ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған ярға тамам яҡынлашҡас, Сергей тубәндәрәк һөҙәк кенә йәтеш урынды шәйләне лә шул тәңгәлдән сығырға самаланы. А. Абдуллин. Беҙҙең Атамай ауылы шулай яҙын-йәйен һырғый ҡарағайҙар, ҡупшы тирәктәр ышығында сәскәләргә кумелеп ултыра. Яр. Вәлиев. • Һырғый ағасҡа ҡош ҡунмаҫ. Әйтем.
2. кусм. Нәҙек, оҙон буйлы (кешегә ҡарата). □ Высокий (о человеке). Һырғый оҙон булыу. Һырғый оҙон егет. һырғый оҙон ине киленебеҙ.
ҺЫРҒЫЙ II и. диал.
1. ҡар. һырғауыл 2. Бейек һырғый. Һырғыйға урмәләу. Һырғыйҙан төшөу.
2. Ҡармаҡ һуйылы. □ Удилище. Һырғый әрсеу. Һырғыйҙан ҡармаҡ эшләу. Һырғыйы бигерәк оҙон.
ҺЫРҒЫН (Р.: наметённый ветром и плотно слежавшийся снег; И.: bank of snow; T.: kürtün) и.
Һырыған ҡар; һырынды. □ Наметённый ветром и плотно слежавшийся снег; сугроб. Һырғын баҫыу. Тал сыбыҡтарындағы ҡар һырғыны.
ҺЫРҘАЙ ҠАН (Р.: весь в крови; И.: bloody all over; T.: kanla dolu)
Тотош ҡанға буялып. □ Весь в крови. Аяғы һырҙай ҡан. Башы һырҙай ҡанға туҙған. ■ Икенсе ҡулым да яраланды .. ҡулбаштарым өҙөлөп килә, ҡулдарым һырҙай ҡан, тартҡан йөгөм көс еткеһеҙ ауыр. К. Кинйәбулатова. Төн урталарында һалдаттарҙың береһе һырҙай ҡанға туҙған килеш ҡайтып йығылды. Б. Рафиҡов. [Георгийҙың] инде өҫтөндәге кейеме генә тугел, ялҡын бөркөп ҡыҙған зениткаһының тирә-яғы һырҙай ҡан булды. Ш. Янбаев. Үгеҙҙең бер тояғы урталайға ярылып, араһына ҡом тулып, һырҙай ҡанға туҙған, ти. «Урал батыр».
ҺЫРҠАТ (Р: пронзительный; И.: bitter; T: keskin) с. диал.
Ыҙғыр, үҙәккә үтерлек әсе (елгә ҡарата).
□ Пронзительный (о ветре и т. д.). Һырҡат ел иҫә. Әсе һырҡат ел. Төнгө һырҡат ел. Һырҡат буран.
ҺЫРҠАУ (Р: болезнь; И.: sickness; Т.: hastalık) и. иҫк.
Ауырыу, сир; сырхау. □ Болезнь, хворь. Йоғошло һырҡау. Ҡара һырҡау. Яман һырҡау. Һырҡауҙы дауалау.
ҺЫРҠАУЛАУ (һырҡаула-) (Р: болеть; И.: be sick; T: hastalanmak) ҡ. иҫк.
Ауырыу, сирләү, сырхаулау. □ Болеть. Һырҡаулап торам. Һырҡаулап китеу. Һырҡаулап алыу.
ҺЫРҠАУЫТ (Р.: чирей; И.: boil; anbury; T: çıban) и. диал. ҡар. сиҡан.
Һыҙлауыҡ. □ Чирей. Һырҡауыт сығыу, һырҡауыт эрене, һырҡауытҡа май һөртөу.
ҺЫРҠЫРАТЫУ (һырҡырат ) йөкм. ҡар. һырҡырау, понуд. от һырҡырау. Ҡан һырҡыратыу. Йәш һырҡыратыу. Бал һырҡыратыу. Йөрәкте һырҡыратыу. Ҡайғы һырҡыратыу.
ҺЫРҠЫРАУ (һырҡыра-) (Р: течь; И.: drip; T: sarkmak) ҡ.
1. Әҙләп кенә тамсылап һығылып ағыу; һарҡыу. □ Течь, вытекать (по капле или тонкой струйкой), сочиться. Йәш һырҡырап ағыу. ■ Һыу тамсылары бейектән япраҡтарға туптырлап төшә лә һабаҡ буйлап аҫҡа һырҡырай. Ш. Янбаев. Ишбулдының бер аҙ ургә кутәрелеуе булды, юғарынан атып та ебәрҙеләр, һул беләгенән йылы ҡан һырҡыраны. Ғ. Аллаяров.
2. кусм. Ныҡ әрнеү, өҙөлөү; йөрәк яныу.
□ Ныть, болеть, щемить (о сердце). Йөрәк һырҡырау. Һырҡырап ултырыу. М Ҡапыл төптән, Шәһиҙә ҡарсыҡтың йоҡо булмәһе-нән, көсәнеп һырҡырағандай ауаз ишетелде. С. Ильясов.
ҺЫРҠЫУАТ (Р: сыпь; И.: rash; hives; T: döküntü) и.
1. Тәнгә ҡыҙыл булып сабыртып сыҡҡан йоғошло сир; һыр, сырхыуат. □ Сыпь. Һырҡыуат сығыу, һырҡыуат баҫыу. Һырҡыуатты дауалау.
2. диал. Һыҙлауыҡ, сиҡан. □ Чирей. Һырҡыуат шешеге, һырҡыуат имләу.
684