Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 685


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫРЛАУ
ҺЫРЛАҒАС (Р.: колотушка для белья; И.: beetle; T.: tokmak) и. диал.
Kep тәгәрләткес. □ Колотушка для белья. Ағас һырлағас. Һырлағас менән йыуыу.
ҺЫРЛАМА (Р.: мелкие блины у самарских и саратовских башкир; И.: little crepes; T.: küçük krep) и. диал. ҡар. ҡоймак.
Һамар, Һарытау башҡорттарында ваҡ итеп бешерелгән ҡоймаҡ. □ Мелкие блины у самарских и саратовских башкир. Һырлама бешереү. Тәмле һырлама. Майлы һырлама.
ҺЫРЛАН (Р.: липучка; И.: blue bur; T.: sülün gürke) и. бот.
1. Тотош һабағы менән йәбешеп һырый торған ваҡ сәнскеле үлән. □ Липучка (лат. Lappula squarrosa). Һырлан йәбешеү, һырлан һабағы, һырлан япрағы.
2. диал. ҡар. һырғаҡ I. Н Биш-алты аҙымда ғына, сит кешенән ятһынып, йөнөнә дегәнәк, һырлан уҡмашып бөткән күк кәзә томһайып тора. Ә. Хәкимов. • Һырлан һырып алыр, бөрлән бөрөп алыр. Әйтем.
ҺЫРЛАНДЫРЫУ (һырландыр-) (Р: делать резьбу; И.: carve; T.: oyma yapmak) ҡ.
1. Һыр төшөрөү, һырлы итеү. □ Делать резьбу, сделать резной узор. Тәҙрә яңағын һырландырыу. Һырландырып биҙәк төшөрөү. Ишекте һырландырыу.
2. Һырлы итеү. □ Делать морщинистым, морщить. ■ Әнүәр аяғындағы итектәрен ялтыратты, уларҙың ҡуныстарын һырландыра төштө. Ғ. Лоҡманов. Рәиф маңлайын һырландырып, онотолоп сөгөлдөр таҙартып ултырған Фәһилгә күҙ һалды. Р. Ғабдрахманов.
ҺЫРЛАНЫУ (һырлан ) ҡ.
1. төш. ҡар. һырлау 1. страд, от һырлау
1. Һырланған ишек. ■ Бындай саҡтарҙа Ғәфифә әбейҙең төрлө төҫтәге ҡалай менән биҙәкләнеп, һырланып яһалған һандығы асыҡ булыр. Ғ. Аллаяров.
2. Һырлыға әйләнеү, һырлы булыу. □ Покрываться морщинами, һырланған йөҙ. ■ Салихтың аҡ йөҙө аяуһыҙ ҡояш аҫтында, ҡыуан елдә ҡарайып китте, ҡырлас танауы йәнә нығыраҡ һырланды, ҡара сәстәре, эҫелә көйрәп, көлһыу төҫкә инде. Ғ. Хисамов. Әбекәйҙең йыйырсыҡтан ғына торған киң маңлайы тағы ла һырлана төшкән кеүек булды. Р. Ғабдрахманов.
3. Һырлы булыу. □ Рябить, рябиться, покрываться рябью. Һырланған һуҡмаҡ. ■ Ике яҡҡа айырылып, һырланып барған тулҡындар ҙа күренмәй, киске ҡояш шәүләһе лә оҙатып, уйнап бармай. М. Ғиләжев. Машина тәгәрмәстәре менән һырланып бөткән урман юлы тиҙҙән Соңғортауҙың түбәһенә күтәреләсәк. Р. Байбулатов.
4. күсм. һайланып, наҙланып ҡыланыу. □ Вести себя жеманно, манерничать, ломаться, жеманиться. ■ Мин нисек шул тиклем зиннәтле бүләктәрҙән баш тарта алайым, ти, һырланып торманым. X. Зарипов. • Бесәй асҡа һыҙланыр, аш һалдыңмы - һырланыр. Мәҡәл.
5. диал. Биҙәнеү. □ Краситься. Матур итеп һырланыу. Уның һырланыуын көтһәң, концерт бөтөр.
ҺЫРЛАТЫУ (һырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. һырлау 2. понуд. от һырлау 2. ■ Беҙҙең, иптәш, баҡсабыҙ бар, иллә һәйбәт, шәп тә һуң, төрлө буяу менән һырлаттыҡ матур рәшәткәһен. Ш. Бабич.
ҺЫРЛАУ (һырла-) (Р: делать резьбу; И.: carve; T: oyma yapmak) ҡ.
1. Уйып, соҡоп һыр яһау, һырлы итеү. □ Делать резьбу, вырезать. // Резьба. Ағасты һырлау. Һөйәкте һырлау. ■ һырлап, матурлап эшләгән өй емеш баҡсаһы менән уратып алынған. Б. Хәсән. Сафуан, уның янынан китеп, боронғо, ситтәре һырлап эшләнгән күпкән «ҡорһаҡлы» комодтың уң яҡтағы өҫкө тартмаһын тартты һәм унан шырпы ҡабы алды. И. Абдуллин. Закир ағайҙан иҫтәлек булып ҡалған, аяҡтарын һырлап, суҡлап яһаған шыма таҡталы өҫтәл өҫтөндә ризыҡ килеп өйөлгәс, өй эсенә йәм инеп киткәндәй булды. Ф. Әсәнов.
2. Буяп йәки сигеп биҙәк төшөрөү; биҙәкләү. □ Делать узоры. М Өмөгөлсөм хаттың сит-ситен сәскәләр менән һырлаған. Ғ. Лоҡманов. Иртүк тороп ҡыр эшенә йүгергән Зәйни көнө буйына сәскесе өҫтөндә хыялланып, ултырғысҡа һырлап төшөрәсәк гөл-сәскәле биҙәктәр уйлап йөрөнө. Й. Солтанов.
3. Буй-буй һырлы, һыҙатлы итеү. □ Вязать резинкой; украшать узором из продольных линий. Һырлап бәйләнгән ойоҡ. Һырлап бәйләнгән бейәләй. Итәген һырлап теккән күлдәк.
685