Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 707


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫУ ЮЛ ЯПРАҒЫ
һыуыта торған. □ Холодильный, охладительный. һыуытҡыс ҡоролмалар, һыуытҡыс ҡорамалдар, һыуытҡыс механизм, һыуытҡыс сумка.
ҺЫУЫТЫЛЫУ (һыуытыл-) ҡ. төш. ҡар. һыуытыу 1. страд, от һыуытыу 1. Һыуытылған сәй. ■ Бөтә эштәрҙе механизмдар эшләй, һарай, кәрәк икән, йылытыла, кәрәк икән, һыуытыла; вентиляторҙар туҡтауһыҙ ел ҡыуа. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫУЫТЫУ (һыуыт-) (Р.: охлаждать; И.: cool; T.: soğutmak) ҡ.
1. Һыуыҡ хәлгә килтереү, йылылығын бөтөрөү. □ Охлаждать, остужать. Сәйҙе һыуытыу. ■ Йәлил эсмәй һыуытҡан сәйен һемерҙе лә, бер һуҙ ҙә өндәшмәй, табындан тороп өйгә инеп китте. Ш. Янбаев. Төнө буйы инеп-сығып йөрөуселәр өйҙө һыуытып бөтөрә. М. Ғиләжев. Эсер сәйен һыуытып, бар донъяһын онотоп, йыйылып ултырыр ҡарттар бар. Ҡобайырҙан.
2. эйһ. ф. ҡар. һыуыу. безл. от һыуыу. Быйыл иртә һыуыта. ■ Йонсотҡос көҙгө ямғырҙарҙан һуң, ҡар төшөп, бер аҙ ваҡыт уткәс, тотоштан иретте лә, бер көндә, ҡаты һыуытып, куҙ асҡыһыҙ бурандар башланды. А. Абдуллин. Иртәләрен ҡара ҡырау төшөп, берсә һыуытып ала, берсә йылыта. Ә. Байрамов.
♦ Нигеҙ һыуытыу тыуған йортто ташлау, уны ҡалдырып китеү. □ Оставить отцовский дом. ■ Яҡшыбаевтар ата-әсә нигеҙен һыуытмай. «Атайсал», 16 апрель 2012. Филуз атай нигеҙен һыуытмай, ауылда төпләнә. «Йәшлек», 31 ғинуар 2014. Тауыҡ һыуытыу баҫырға йөрөгән тауыҡты һыуыҡ һыуға тығып, баҫырға булған теләген бөтөрөү. □ Охладить несушку, чтобы отвадить её от насиживания. ■ Юлай Әпрәйҙе куперҙән аҫҡа һөйрәп төшөрҙө лә, баҫып ятҡан тауыҡты һыуытҡан кеуек, бер-ике тапҡыр һыуға батырып алды. И. Ғиззәтуллин. Тир һыуытыу тирләгән тәнде елләтеү; һыуыныу. □ Охлаждаться. ■ Бай йорт уртаһында кулдәгенең кукрәк тураһынан тотоп, елләтеп, тир һыуыта ине. И. Көҫәпҡол.
ҺЫУЫУ (һыуы-) (Р.: охладиться; И.: cool off; T.: soğumak) ҡ.
1. Йылылыҡ кимәле ныҡ төшөү; эҫелеге, йылылығы кәмеү; һыуыҡҡа әйләнеү, һыуыҡ булыу. □ Охладиться, остыть. Аш һыуый. Өй һыуый. ■ Малайҙар ике тапҡыр ашап алдылар, һыуыған сәйҙәрен эстеләр. Н. Ғәйет-баев.
2. Эҫелеге, йылылығы кәмеү (көнгә ҡарата ). □ Холодать. Көн һыуый.
ҺЫУ ЭЙӘҺЕ (Р: водяной; И.: river-horse; T.: Su İyesi) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, һыуға хужа булып, шул һыуҙы һаҡлап йәшәгән мифик зат. □ Водяной. ■ Һыу эйәһе ҡысҡырһа, кеше ала, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺЫУ ЭСӘГЕ (Р: тонкая кишка; И.: little guts; jejunum; T: ince bağırsak) и. диал. ҡар. нәҙек эсәк.
Эстең ашҡаҙан менән туҡ эсәк араһындағы иң оҙон өлөшө; ас эсәк. □ Тонкая кишка. Малдың һыу эсәген ташлау. Һыу эсәге зарарланыу. Һыу эсәге ауырыуы.
ҺЫУ ӘШӘКЕ с. диал. ҡар. шамтыр. Һыу әшәке булыу. Һыу әшәке ҡатын. Һыу әшәке хужабикә.
ҺЫУ ЮЛЫ I (Р: водный путь; И.: blueway; T.: su akıntısı) и.
1. Йылға ағымы. □ Водный путь, һыуҙы быуһаң да, һыу уҙ юлын таба.
2. Ҡыйыҡтың түбәнге ситенә эс яҡтан һалынған буй ағас; һыулыҡ. □ Жёлоб для стока воды (на дощатой крыше). Һыу юлы ҡуйыу. Һыу юлы эшләу. һыу юлы ағасы.
ҺЫУ ЮЛЫ II (Р: дорога к источнику; И.: path to a spring; T.: su yolu) и. этн.
Туй йолаһында киленгә күрһәтә торған йылғаға, шишмәгә илткән юл. □ Дорога к источнику (в свадебном обряде). Һыу юлына барыу. ■ Һыу юлдарым оҙон булһын, ғумеркәйем аҡҡан һыуҙай саф һәм таҙа булһын. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺЫУ ЮЛЫ КҮРҺӘТЕҮ и. этн. ҡар. һыу башлатыу. Киленгә һыу юлы курһәтеу. ■ 15-20 йыл элек атҡарылған йырлап-бейеп һыу юлы курһәтеу, урамда кәнфит-тинлек-тәр һибеу, йылғаға рәхмәт әйтеп, тинлектәр ташлау һымаҡ ябай йолалар бөгөн онотола бара. «Көнгәк», 17 апрель 2013.
ҺЫУ ЮЛ ЯПРАҒЫ (Р: подорожник водяной; И.: ribwort; T: kurbağakaşığı) и. бот.
707