Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 708


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺЫУ ятҡылығы
Йыуан тамырлы оҙонса япраҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Подорожник водяной, пастуха обыкновенная (лат. Alisma plantago-aquaticd). Һыу юл япрағы тамыры, һыу юл япрағы өҙөп алыу. Һыу юл япрағы орлоғо.
ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҒЫ и. ҡар. һыу 5. Минераль һыу ятҡылыҡтары, һыу ятҡылыҡтары кимәленең кутәрелеуе. Дәуләт һыу ятҡылыҡтары.
ҺЫЯ (Р.: ручей; И.: brook; Т.: ҫау) и. диал.
1. Яҙ көнө ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, шаулап аҡҡан һыу; гөрләүек. □ Ручей (из снеговой или дождевой воды). Тау һыяһы. һыя аға. һыя сылтырап аға.
2. Һыу өҫтөндәге туңып етмәгән ҡар ҡатыш боҙ; шыя. □ Шуга. Йылғанан һыя аға.
3. Яҙлы-көҙлө була торған бысраҡ ваҡыт. □ Осенне-весеннее бездорожье. Һыя ваҡыт, һыя башланды. Һыяла юлға сыҡмай торайыҡ.
4. Тығылған боҙ. □ Ледяной затор. Һыя тығылған. Йылғаның ағас ҡолаған ерендә һыя барлыҡҡа килгән.
ҺЫЯЛЫ ЮЛ (Р.: бездорожье; И.: bad roads; impassability; T: yolsuzluk) и. диал.
Ҡарлы-һыулы юл. □ Бездорожье. Һыялы юлдан барыу. Һыялы юлға килеп сығыу. Һыялы юлда машина бата.
ҺӘБА [ғәр. f.1—а] (Р: попусту; И.: in vain; T: heba) р. иҫк. кит.
Бушҡа, файҙаһыҙға. □ Попусту, даром, впустую, понапрасну, зря. Я Нисә айҙар, нисә конго хыялдар, һәба улыр тамам өс көндә анлар. Мөнәжәттән.
ҺӘБЕҮ (һәп-) ҡ. диал.
1. ҡар. йәбешеү. Һыуҙан бер кешенең атына һәбеп сыҡтым. Я Ағиҙел буйлап һуңғы ҡайыҡ каруаны Әужәндән тубәнгә 1923 йылда оҙатыла. Уларҙың олтыһы Муйнаҡташ эргәһендә һәбеп ҡалып, ҡыш буйынса шунда ултыра. Риүәйәттән.
2. Өлөшкә тейеү. □ Достаться. Миңә һәпкән яҙмыш. Миңә лә ҡалъя һәпте. Уға ҙур өлөш һәпте.
ҺӘБЕШ БАЛСЫҒЫ (Р: мелкая белая глина; И.: small white loam; T: ufak beyaz balçık) и. диал.
Ваҡ ҡына аҡһыл балсыҡ. □ Мелкая белая глина. Һәбеш балсығы алыу. Бында һәбеш балсығы сығарып була.
ҺӘБЕШЕҮ (һәбеш-) ҡ. диал. ҡар. йәбешеү. Арбаға һәбешеу. Һәбешеп ултырыу. Һәбешеп йөрөу.
ҺӘГӘҮ (Р: багор; И.: kind of poul in lumbering; T.: uzun direk) и.
1. Бүрәнә тәгәрләтә, кәмә этә торған оҙон таяҡ. □ Багор. Бурәнәләрҙе һәгәу менән төрткөләу.
2. диал. ҡар. һәргәү. Һалабашты һәгәу менән ҡуптарыу.
ҺӘҒӘТ (Р: мигом; И.: instantly; in trice; T.: şıp diye) р. диал.
Һә тигәнсә, күҙ асып йомғансы, тиҙ генә. □ Мигом, һәғәт кенә килеп етте. Я Битараф ул һиңә ваҡыт, шуға уны уҙ яғыңа «ауҙарыр» өсөн йылғырлыҡ кәрәк. Юғиһә, һәғәт эсендә генә ул һинең дошманыңа әйләнә лә ҡуя. Ф. Аҡбулатова.
ҺӘҒӘТ ТИГӘНСӘ (Р: в один миг; И.: instantly; in trice; T: derhal) p.
Бик тиҙ арала; һә тигәнсә. □ В один миг, тотчас. Һәғәт тигәнсә барып етеу. һәғәт тигәнсә килеп етеу. һәғәт тигәнсә эшләп ташлау.
ҺӘҒӘТТӘ (Р: в один миг; И.: instantly; in trice; T.: derhal) p.
Бик тиҙ арала; һә тигәнсә. □ В один миг, тотчас. Һәғәттә килеп еттеләр. Я Бер-бер артлы дурт ҡыҙ, ике малай Әхтәм һәм Разия Ибраһимовтарҙың татыу ғаиләһендә эшкә сынығып, бер-береһен ҡарашып, һәғәттә уҫтеләр ҙә киттеләр. «Юшатыр», 12 декабрь
2015.
ҺӘДЕРӘ [ғәр. (Р: попусту; И.: in vain; T.: boşuna) и. иҫк. кит.
Бушҡа, юҡҡа. □ Попусту, понапрасну, зря. Һәдерә илау. Һәдерә ҡайғырыу. Һәдерә борсоу.
ҺӘДЕРӘ БУЛЫУ (һәдерә бул-) (Р: исчезнуть; И.: disappear; T.: defolmak) ҡ.
Бушҡа, юҡҡа сығыу. □ Исчезнуть, запропаститься. Я Был фетнәләрҙә ни ҡәҙәр малдар әрәм булды, ни ҡәҙәр гонаһһыҙ ҡандар һәдерә булды. М. Һаҙыев.
ҺӘҘИӘ [ғәр. <Ьа] (Р: подарок; И.: present; T.: hediye) и. иҫк. кит.
708