Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 710


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘЙБӘТ
1. Юғары сифатлы; яҡшы. □ Хороший, славный, замечательный, һәйбәт кеше. һәйбәт йорт. Һәйбәт китап. Һәйбәт көн.
■ Бесәндең иң һәйбәте - көнөндә сабылып өйөлгәне. И. Абдуллин. Ҡарағат менән ҡуйы сәй һәйбәт дауа икән дә баһа! X. Зарипов. Иң һәйбәт курше - йомош биреп торғаны, унан да һәйбәтерәге - йомош һорамағаны. М. Кәрим.
2. Яҡшы, ыңғай йоғонтоло. □ Красивый, приличный. Һәйбәт куренеш. ■ Ике ҡулын да артына ҡуйып, өҫтәл артында баҫып торған Усман ағайҙың йөҙө һәйбәт шиғырҙан көслө тәьҫирләнгәнгә яҙғы ҡояш һымаҡ балҡый ине. Р. Ғабдрахманов.
3. Яҡшы булыу арҡаһында яуланған абруй, дәрәжә. □ Авторитет, заслуга. ■ Аһ, ни хәтле шөкәтең ҙур, куккә ашҡан һәйбәтең. X. Ғәбитов.
ҺӘЙБӘТ II [ғәр. 2 „д! (Р.: хорошо; И.: well; T.: iyi) р.
1. Яҡшы, ыңғай баһалы, талапҡа ярашлы итеп. □ Хорошо, славно, замечательно. Һәйбәт йөрөу. һәйбәт йәшәу. Һәйбәт эшләу.
■ Сәләмовтың баяғы эс бошорғос тыныс етди тауышы был юлы Емешкә бик һәйбәт тәьҫир итте, уҙенә ышаныс, көс өҫтәгәндәй булды. 3. Биишева. Булмә ҙур булмаһа ла, һәйбәт йыйыштырылғайны. Ә. Вәли.
2. Теләккә ярашлы рәүештә; яҡшы. □ Хорошо. ■ Ҡыҙының өләсәһе менән шулай һөйләшеп ултырыуы ҡайһылай һәйбәт. Н. Мусин.
ҺӘЙБӘТЛЕК (һәйбәтлеге) (Р: хорошие качества; И.: good character; T.: iyilik) и.
Яҡшы, ыңғай сифатҡа эйә булыу. □ Хорошие качества; достоинства. Н Дебет шәлдең һәйбәтлеген кем белмәй. 3. Биишева. Бына һин көҙгө көндөң һәйбәтлегенә ышанып юлға сыҡ инде. Д. Исламов.
ҺӘЙБӘТЛӘНЕҮ (һәйбәтлән ) (Р:хорошеть; И.: smarten; T: iyileşmek) ҡ.
һәйбәткә әйләнеү. □ Хорошеть, улучшаться. һәйбәтләнеп китеу. ■ Ләкин февраль урталарында ауырыуҙың хәле һәйбәтләнеп киттелә, операция тағыла билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде. Ә. Байрамов. Тик кискә табан, бөтә ғаилә бергә йыйылғас ҡына, Хәтмулла ағайҙың кәйефе саҡ ҡына булһа ла һәйбәтләнеп
ҡала. Д. Исламов. Мансурҙың яҙыуы тора-бара һәйбәтләнә төшһә лә, уҡыуҙан һаман ауыр бара ине. М. Тажи. Урманды уҙғас, соҡор-саҡыр кәмене, юл һәйбәтләнде. Я. Хамматов.
ҺӘЙБӘТЛӘҮ (һәйбәтлә-) (Р.: приводить в порядок; И.: order; T: düzenlemek) ҡ.
1. Тәртипкә килтереү. □ Приводить в порядок. Сәсте һәйбәтләу. Һәйбәтләп ҡуйыу. Һәйбәтләп алыу.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында ‘һәйбәт итеп, яҡшылап’ тигән мәғәнәне бирә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘как следует, как положено’, һәйбәтләп ашау. Һәйбәтләп йоҡлау. Һәйбәтләп эшләу. ■ Кистән һәйбәтләп ашатһаң, һыйыр иртәнгелеккә лә һөттө арыу ғына бирә. М. Садиҡова. Алдар батыр алыҫ юлдан килеүселәрҙе һәйбәтләп ҡунаҡ итте, уҙенең кәңәштәрен дә бирҙе. Н. Мусин. Көрәнһыу косынкаһы аҫтынан сығып торған сөм ҡара сәстәрен ике яҡҡа булеп, һәйбәтләп тарап ҡуйған ул [Мәрхәбә]. Ә. Байрамов. Сәлмән ерҙе һөрөп, бик һәйбәтләп йомшартып, картуф ултыртҡан. Әкиәттән.
ҺӘЙҘҮК I (һәйҙүге) [рус. гайдук < венг.] (Р: гайдук; И.: heyduck; T: haydut) и. тар.
XV-XIX быуаттарҙа көньяҡ славян халыҡтарының төрөк хакимлығына ҡаршы көрәшендә ҡатнашыусы. □ Гайдук, һәйҙуктәр ғәскәре, һәйҙук һуғышсыһы. Һәйҙүктәргә ҡаршы тороу.
ҺӘЙҘҮК II мөн. ҡар. әйҙүк. ■ Һәйҙук табынға, Нәҡиә, - тип ҡаршыланы уны Фән-зилә. Р. Низамов.
ҺӘЙКЕЛДӘҮ (һәйкелдә-) (Р: понукать;
И.: chuck; T: dehlemek) ҡ.
һәй-һәй, тип мал ҡыуыу. □ Понукать, погонять (скот). М Уның [әсәһенең] куңелен табырға тырышҡан Хәбибулла, киреһенсә, бер туҡтауһыҙ һөйләнде, сәбәпһеҙгә шарҡылдап көлдө, һәйкелдәп атын ҡыуҙы. Я. Хамматов. Уңдан, һулдан, арттан атҡа атланған һәм йәйәүле кешеләр туҡтауһыҙ, һайтылдап, һәйкелдәп баралар. Ш. Шәһәр.
ҺӘЙКӘ (Р: нагрудная перевязь, женское нагрудное украшение; И.: national women chase; T: kadınların süseşyası) и. этн.
710