ҺӘЛБЕРӘТЕҮ
Тәңкәле муйынсаҡ; дәүәт. □ Нагрудная перевязь; женское нагрудное украшение, которое состоит из узкой ткани с нашитыми на ней в несколько рядов монетами, надевается наискосок через левое плечо. һәйкә кейеү. Матур һәйкә. Күркәм һәйкә.
ҺӘЙКӘЛ [ғәр. (Р.: памятник; И.: monument; T.: heykel) и.
1. Ҙур тарихи ваҡиғаға йәки танылған кешегә бағышлап ҡуйылған архитектура йәки скульптура ҡоролмаһы. □ Памятник, скульптура. Мәрмәр һәйкәл. Салауат Юлаев һәйкәле. Һәйкәл ҡуйыу. ■ Ә арыраҡ, ауыл осондағы ҡалҡыу ерҙә ҡыҙыл йондоҙон күккә сөйөп торғаны - Дан һәйкәле. Р. Байымов. Беҙҙең Тимеркәй бер мөйөшкә барып, Мәскәүҙәге Пушкин һәйкәле ҡиәфәтенәрәк оҡшатып, ҡулдарын ҡаушырып баҫҡан да, керпек тә ҡаҡмайынса, Заһиҙәне күҙәтә. Д. Бүләков. Шунан аҙаҡ Фазила ағаһын Салауат Юлаев һәйкәле янына алып барҙы. В. Исхаҡов.
2. Ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған таш. □ Надгробный памятник, могильный памятник. ■ Был юлы иһә Ренат Мәһәҙиев 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры Ғәбсәләм Сабит улы Сабитовтың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыуҙы ойошторҙо. «Йәшлек», 15 май 2012. Ә ҡәбер һәйкәле рәсеменән 19 йәшлек сибәр егет ҡарай ине. «Башҡортостан», 20 ғинуар 2016.
3. күсм. Ҡатып ҡалған кешегә ҡарата әйтелә. □ О неподвижно застывшем человеке. Ниңә һәйкәл булып баҫып тораһың?
ҺӘЙКӘЛСЕ (Р.: скульптор; И.: sculptor; T.: heykelci) и.
Таштан, ағастан, балауыҙҙан, металдан, балсыҡтан һәм башҡа материалдан соҡоп, юнып, ҡойоп, кеше һәм хайуандарҙың һүрәтен, һынын эшләүсе рәссам; һәйкәл яһаусы. □ Скульптор, ваятель, һәйкәлсе булыу, һәйкәлсе ижады. Оҫта һәйкәлсе. Һәйкәлсенең эш ҡоралдары.
ҺӘЙЛӘҮ (һәйлә ) ҡ. ҡар. һәйкелдәү. һөйләп барыу. Һәйләп ҡыуыу. Малдарҙы һәйләү.
ҺӘЙТ ымл. ҡар. һайт. Һәйт, ҡара юрға. ■ Һәйт, ерән айғыр! - тигән тауыштар яңғырайҙар. Ш. Шәһәр.
ҺӘЙЪӘТ |ғәр. oUa| (Р: делегация; И.: organization; T: heyet) и. иҫк. кит. ҡар. ойошма.
Дөйөм маҡсат йәки эш башҡарыу өсөн төҙөлгән берләшмә. □ Делегация, организация. Ғилми һәйъәт. Һәйъәт башлығы. ■ һүҙгә сослоҡта Нурый бөтәһенән дә уҙҙырҙы. Ул ҡаланың атаҡлы мәҙрәсәһенең һәйъәт мөдире Әғләм мулла булып һөйләшә. А. Таһиров.
ҺӘЙБӘТЛӘНЕҮ (һәйъәтлән-) (Р: брать в долг; И.: borrow; T: veresiye almak) ҡ. иҫк. кит.
Бурыс алыу. □ Брать в долг. һәйъәтләнеп йөрөү, һәйъәтләндем әле.
ҺӘЙӘЖАНЛЫ [ғәр. и. иҫк.
кит. ҡар. тынысһыҙ. Һәйәжанлы көндәр. ■ Ырымбурҙа тормош рәте бөтә, һәйәжанлы көндәр башлана. 3. Шәрҡи.
ҺӘЙӘТ [ғәр. öLa ] и. иҫк. кит. һәйъәт. Һә-йәт вәкиле. Һәйәт төҙөү. Һәйәт ойоштороу.
ҺӘҠИР и. диал. ҡар. фәҡир, һәҡир булыу. Меҫкен һәҡир. һәҡир һыҙаттары.
ҺӘҠТӘҮ (һәҡтә-) ҡ. диал. ҡар. һыҡтау.
Һәҡтәп илау. Әсә һәҡтәй. Һәҡтәгән тауыш.
ҺӘЛ (Р: чуть-чуть; И.: a bit; scarcely; negligibly; T: biraz) р. диал.
Саҡ-саҡ, әҙ генә. □ Чуть-чуть, немного. Һәл ҡайтыш, һәл артыҡ. Ул атаһынан һәл ҡайтыш.
ҺӘЛБЕР I с. диал. ҡар. һалбыр, һәлбер ҡойроҡ. Һәлбер ял. Һәлбер ҡолаҡ. Һәлбер тел. Һәлбер бау.
ҺӘЛБЕР II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян. Һәлбер араһы ерҙәре, һәлбер араһы кешеләре. Һәлбер араһынан булыу.
ҺӘЛБЕРӘТЕҮ (һәлберәт-) ҡ. ҡар. һалбыратыу. ■ Ләкин сана һөйрәгән Нуриәхмәт бабай көрәктәй аҡ һаҡалын һәлберәтеп, йорттан йортҡа теләнеп йөрөмәй ине бөгөн. Ф. Әсәнов. Аттың шәп барыуынан ел сығып, кузлала аяғын һәлберәтеп ултырған Рафиҡтың осо кәкрәйеп өҫкә күтәрелгән танауын һалҡын борғослай. Ғ. Хәйри.
711