Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 712


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘЛБЕРӘҮ
ҺӘЛБЕРӘҮ (һәлберә-) ҡ. ҡар. һалбырау. Иңбашынан кулдәге йыртылып, һәлберәп тора. ■ Ярты кәуҙәһе тышта, аяҡтары аҫта һәлберәгән ҡараҡты хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға алған. «Йәшлек», 25 декабрь 2015.
ҺӘЛЕНДЕРЕҮ (һәлендер-) ҡ. ҡар. һалындырыу. ■ Жиган өҫкө кейемдәрен һалмай, уң ҡулын һәлендереп, ап-аҡ йәймә өҫтөндә йоҡлап ята. Ә. Бикчәнтәев. Ҡашҡар ҙа, телен арҡыры һәлендереп, туҡталып ҡалды. Яр. Вәлиев.
ҺӘЛЕНЕҮ (һәлен-) ҡ. диал. ҡар. һалыныу. Ике янбашта һәленгән сәстәр. ■ Бабайҙың һоро ҡаштары ҡапыл тубән һәленеп төшөп, куҙҙәрен ҡаплағандай итте. Ғ. Аллаяров. Үҙе лә һиҙмәҫтән, Мишаның һул ҡулы бер нәмә лә тота алмаҫлыҡ булып һәленеп төштө. И. Ғиззәтуллин.
ҺӘЛИЛӘҮ (Р.: употребляется в частушках для поддержания ритма и передачи чувств, эмоций; И.: rhyming word used in ditties; T.: kafiye oluşturan kelime) ымл.
Таҡмаҡ әйткәндә ритмды боҙмау һәм тойғо өҫтәү өсөн ҡулланыла торған һүҙ. □ Употребляется в частушках для поддержания ритма и передачи чувств, эмоций. ■ Ул [Дилә] силәккә ҡулдары менән сыңҡылдатып һуҡҡылап, бейеу таҡмағы әйтә башланы: һәлиләу, һәлиләу. һ. Дәүләтшина. Әлиләу генәйем, һәлиләу генәйем, Әсмәбикә тыпырлатып баҫып килә генәйем. Халыҡ йырынан.
ҺӘЛКӘҮ I (Р.: инертный; И.: inert; Т.: uyuşuk) с.
1. Эшкә, хәрәкәткә дәртһеҙ; ығыш, яй, һүлпән. □ Инертный, медлительный, безразличный. Һәлкәу атлау, һәлкәу йөрөу. Ш Үҙе торғаны тере һәлкәу булһа ла, йоҙроҡтары Шафиҡтың тос ҡына. И. Ноғманов. Ғәҙәттә, вайымһыҙ, бар нәмәгә битараф, һәлкәу һәм ялҡау кешегә «моңһоҙ» тиҙәр. «Йәшлек», 23 апрель 2013. • Ҡатын һәлкәу булһа, ир ялҡау булыр. Әйтем.
2. Эш һөймәҫ; ялҡау. □ Лентяй, ленивый. Н Икенсе яңы йылды, - тип һалмаҡ ҡына дауам итә Бибекәй әбей, - ни хәтле генә һәлкәу булмаһын, иң элек һыйыр куреп ҡалған, ти. 3. Биишева. Әлбиттә, бер сәбәпһеҙ һуңлаусыларҙы йә иһә бөтөнләй эшкә килмәуселәрҙе лә тиҙ генә «осороуҙары»
ихтимал - кемгә һәлкәу, яуапһыҙ хеҙмәткәр кәрәк? «Башҡортостан», 21 апрель 2012.
ҺӘЛКӘҮ II (Р: лениво; И.: lazybones; Т: tembel) р.
Яй, һүлпән, теләр-теләмәҫ. □ Лениво, медленно, нехотя. М Поезд һәлкәу генә, артыҡ ҡабаланмай ғына тиҙлеген арттырҙы. Й. Мостафин. Алыҫтан уҡ таныш дарыу еҫен тойоп, олоғая төшкән эт ап-аҡ ҡырау бәҫләгән йөнтәҫ башын кутәрҙе, иркәләнергә ҡойроғон һәлкәу генә ҡыбырлатты. Ш. Янбаев.
ҺӘЛКӘҮЛӘНЕҮ (һәлкәүлән-) (Р: медлить; И.: be slow; be slow off the mark; T: yavaşlamak) ҡ.
һәлкәүгә әйләнеү, һәлкәү булыу; яйлау. □ Медлить. Һәлкәуләнеп китеу. һәлкәуләнеп йөрөу. ■ Мансурҙың юл буйына йөрәген ярһытып килгән өмөттәренә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни, йөҙөнә һағыш һөрөмө сыҡты, хәрәкәттәре һәлкәуләнде, быуыны йомшарҙы. Ш. Янбаев. Юғиһә, шул дәрәжәлә һәлкәуләнде кеше - бригадир килеп тәҙрәһенә сыбыртҡы һабы менән туҡылдатып эшкә сығырға ҡушҡанды көтөп ултыра. Г. Яҡупова.
ҺӘЛКӘҮҺЕҮ (һәлкәүһе-) (Р: утомиться; И.: fag; T.: yorulmak) ҡ.
Ялҡыу, йыбаныу; һәлкәүләнеү. □ Утомиться. һәлкәуһеп китеу. Һәлкәуһеп тороу. Оҙаҡ көтөп тора торғас, һәлкәуһеп киттем.
ҺӘЛМӘГӘИЕҮ (һәлмәгәй-) (Р: становиться тяжёлым; И.: get heavyweight; T.: ağırlaşmak) ҡ.
Һәлмәккә әйләнеү, һәлмәк булыу. □ Становиться тяжёлым, увесистым. Тоғом һәлмәгәйҙе. Н Ғәйникамал әбей һәлмәгәйгән куҙ ҡабаҡтарын япты. Ш. Янбаев.
ҺӘЛМӘИЕҮ (һәлмәй-) (Р: удивляться; И.: be astonished; T.: hayret etmek) ҡ. диал.
Шаҡ ҡатыу. □ Удивляться, һәлмәйеп ҡарап тороу. Һәлмәйеп тороп ҡалыу. Һәлмәйеп тик тороу.
ҺӘЛМӘК с. ҡар. һалмаҡ. Һәлмәк нәмә. һәлмәк таш. Һәлмәк булыу. ■ Юламан ҡарттың ҡара ҡурғаш кеуек һәлмәк, көҙгө таш кеуек һалҡын уйҙарын булеп, аҫта, ҡырсын өҫтөндә, уҙәк өҙгөс йыр һыҙыла.
3. Биишева. Арынбаҫаров ҡала урамы буйлап һәлмәк кенә аҙымдар менән атлап килә. Д. Бүләков.
712