ҺӘЛПҮШ
ҺӘЛМӘКЛЕК (һәлмәклеге) и. ҡар. һал-маклыҡ. ■ Хәйрулла янында ятҡан таҡта киҫәген, һәлмәклеген самалағандай, ҡулында бәуелтеп торҙо ла ситкә быраҡтырҙы. Д. Бүләков. Баһау, омшаник эсенә инеп, моҙғалары менән элеуле торған кустәрҙең һәлмәклеген ҡараны. Ж. Кейекбаев. Төлкө-сураның сырайына уйсанлыҡ йугерҙе, аҡсаларҙы бер усынан икенсеһенә шыуҙырып төшөрөп, һәлмәклеген самалағандай, һелкеткеләп ҡараны. Н. Мусин.
ҺӘЛМӘКЛӘНЕҮ (һәлмәклән-) ҡ. ҡар. һалмаҡланыу. Орсоҡ тулып һәлмәкләнде. ■ Хәсән ағайҙың атлауы тағы ла һәлмәкләнә төшкән, әммә аҙымдары тигеҙ, ырамлы. Б. Рафиҡов. Унан сал башлы ҡылған, арышбаш, башҡа уләндәр ҙә, был юлы инде ысыҡтан һәлмәкләнеп, йәнә һығыла башлар. И. Ноғманов.
ҺӘЛМӘКЛӘТЕҮ (һәлмәкләт-) ҡ. ҡар. һалмаҡлатыу. Был нәмәләр минең йөгөмдө һәлмәкләтә. ■ Тышта елдәр. Ҡунып аҡ кубә-ләк һәлмәкләтә ағас баштарын. Ғ. Ғүмәр. Ниязғол батыр уның һайын тушен кирә, аҙымдарын һәлмәкләтә барҙы. Б. Рафиҡов.
ҺӘЛМӘКЛӘҮ (һәлмәклә-) (Р: пробовать на вес что\ И.: balance; T.: tartmak) ҡ. ҡар. һалмаҡлау 2.
Ауырлығын ҡулға алып ҡарап билдәләү. □ Пробовать на вес что. һәлмәкләп ҡара һуң. ■ Мыҡты кәуҙәле, киң битле, ҡыҫығыраҡ куҙле ҡырғыҙ егете ҡыл ҡушып ишелгән ҡороғон алып, уралтып, тикшереп сыҡты ла ҡулында һәлмәкләп ҡараны. И. Ғиззәтуллин. Бер тоҡто тултырып ситкә ҡуйғас, Абдрахман тоҡтарҙы һыңар ҡулы менән һәлмәкләп ҡараны. Р. Өмөтбаев. Разыя инәй нота китаптарын тәуҙә һәлмәкләп ҡараны, аҙаҡ биттәрен аҡтарҙы. Ш. Янбаев.
ҺӘЛМӘКТЕ с. диал. ҡар. һалмаҡ, һәлмәкте тоҡ. Һәлмәкте йөк. һәлмәкте бала. Кутәреп йөрөугә һәлмәкте бит ул.
ҺӘЛМӘҮЕРҺӘҮ (һәлмәүерһә ) (Р: страдать лунатизмом; И.: rave; T.: uyurgezer olmak) ҡ. диал. ҡар. илереү.
Йоҡлаған килеш һаташып йөрөү; □ Страдать лунатизмом. Төндә һәлмәуерһәу. Йоҡлағанда һәлмәуерһәй торған кеше.
ҺӘЛМӘҮЕШ (Р: слабый; И.: feeble; Т.: zayıf) с. диал.
Көсһөҙ, йомшаҡ. □ Слабый, һәлмәуеш кеше. һәлмәуеш мал. һәлмәуеш хужа.
ҺӘЛМӘҮЕШЛӘНЕҮ (һәлмәүешлән-) (Р: ослабевать; И.: languish; T.: halsiz düşmek) ҡ. диал.
Хәл бөтөү; хәлһеҙләнеү. □ Ослабевать. Һәлмәуешләнеп китеу. һәлмәуешләнеп тороу. Оҙонса кугәуен, ямғыр яуыр булһа, һәлмәуешләнеп китә.
ҺӘЛМӘҮҺЕРӘҮ (һәлмәүһерә-) ҡ. ҡар. һәлмәүһеү, һәлмәуһерәп ултырыу. Һәлмәу-һерәп ятыу. һәлмәуһерәп китеу.
ҺӘЛМӘҮҺЕҮ (һәлмәүһе-) (Р: чувствовать себя плохо; И.: be exhausted; T.: kendini kötü hissetmek) ҡ.
Тән ауырайып, ҡуҙғалырға ҡыйынһыныу. □ Чувствовать себя плохо (от усталости, нездоровья). Һәлмәуһеп ултырыу, һәлмәуһеп ятыу. һәлмәуһеп тороу.
ҺӘЛПЕЛДӘТЕҮ (һәлпелдәт-) (Р: трясти; И.: shake; T.: silkelemek) ҡ. диал. ҡар. һелкетеү.
Оҙон нәмәне тегеләй-былай ҡуҙғатыу, киҫкен ҡалтыратыу, ҡыймылдатыу. □ Трясти. Һаҡалды һәлпелдәтеу. Суҡты һәлпел-дәтеу. Кәзә һаҡалын һәлпелдәтеп ултыра.
ҺӘЛПЕЛДӘҮ (һәлпелдә-) ҡ. ҡар. һалпылдау. Сепрәк һәлпелдәй. Елгә һәлпелдәй. Кәзәнең һаҡалы һәлпелдәй.
ҺӘЛПЕРӘЙЕҮ (һәлперәй-) ҡ. диал. ҡар. һалбырау. ■ Үҫемлектәрҙең япраҡтары, тамырҙары ҡырҡылған шикелле, хәлһеҙләнеп һәлперәйеп төшәләр. Ә. Вәли.
ҺӘЛПЕРӘҮ (һәлперә-) (Р: ослабеть; И.: abate; T: halsiz düşmek) ҡ. диал.
Хәл бөтөү; хәлһеҙләнеү. □ Ослабеть. Һәл-перәп бөтөу. һәлперәп китеу. Ауырыуҙан һәлперәу.
ҺӘЛПҮШ (Р: неуклюжий; И.: clumsy; Т: hantal) с.
1. Бушаҡ ҡуллы, оҫолһоҙ. □ Неуклюжий, неловкий, һәлпуш кеше. Һәлпуш ҡатын. Һәлпуш ир.
2. Тығыҙ, ҡыҫтау түгел; бушаҡ. □ Слабый, некрепкий, расхлябанный, һәлпуш йөк. һәлпуш ҡапҡас. Атты һәлпуш егеу.
713