Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 714


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘЛП-ҺӨЛП
ҺӘЛП-ҺӨЛП оҡш. ҡар. һалп-һолп. ■ Ылаусылар сана табаны шығырлауын тыңлап, көндәр буйы һәлп-һөлп атлай ҙа атлай. Н. Мусин. Ҡала урамы буйлап, һәлп-һөлп баҫып, Мират килә. Ғ. Хисамов.
ҺӘЛПӘЙЕҮ (һәлпәй-) ҡ. ҡар. һалпайыу. Һаҡалы һәлпәйеп тора. Эштең ҡолағы һәл-пәйеп тора.
ҺӘЛПӘК (һәлпәге) и. ҡар. һәрпәк, һәл-пәк һабағы. Биленә һәлпәк таҡҡан.
ҺӘЛПӘН (Р.: склонный бродить; И.: loiterer; T.: avare) с.
1. Урамсы, ауылсы. □ Склонный бродить, шататься, һәлпән булыу. Һәлпән ҡатын, һәлпән ҡарсыҡ.
2. Ауыр, һалмаҡ. □ Медлительный, неторопливый. һәлпән бала. Һәлпән ҡарт. һәлпән булыу.
ҺӘЛПӘНЛӘҮ (һәлпәнлә-) ҡ.
1. ҡар. һалпанлау. Һәлпәнләп йөрөу. ■ Атлайым микән, юҡ микән тип, һәлпәнләп барған Бурылға был һыҙғырыу етә ҡалды. Ш. Шәһәр.
2. кусм. Төрлө мәшәҡәт, ваҡ-төйәк эш менән күп йөрөү. □ Хлопотать. ■ [Ынйыбикә:] Ни ҡыҙың, ни киленең булмағас, бөтөнөһөнә лә уҙең һәлпәнләргә тура килә. Ф. Иҫәнғолов.
ҺӘЛПӘН-ҺӨЛПӘН (Р: вразвалку; И.: waddling; T: paytak paytak) р.
Кәүҙәне уңға-һулға ташлап, ауыр итеп (атлау). □ Вразвалку, вперевалку. ■ [Иҙеу-кәй:] Ҡатындай булып ҡайтмамын, һәлпән-һөлпән йөрөрмөн. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». [Ерән алабайҙың]һәлпән-һөлпән йугереуенән, иңкәйгән арҡаһынан эт уның уҫал уй менән йөрөгәнен һиҙемләп алды. Й. Мостафин.
ҺӘЛПӘН-ҺӨЛПӘН ИТЕҮ (һәлпән-һөлпән ит-) ҡ. ҡар. һәлпәнләү. һәлпән-һөлпән итеп атлау. Һәлпән-Һөлпән итеп йөрөу.
ҺӘЛПӘР (Р: косарь; И.: mower; haymaker T: büyük yassı bıçak) u.
Иҙән ҡыра торған ҙур яҫы бысаҡ. □ Косарь. Һәлпәр һабағы. Үткер һәлпәр. Һәлпәр менән иҙән ҡырыу.
ҺӘЛТЕР-ҺӨЛТӨР оҡш. диал. ҡар. ҡалтыр-ҡолтор I. һәлтер-һөлтөр атлау. Һәлтер-һөлтөр эшләу. һәлтер-һөлтөр йөрөу. Элекке паровоз һәлтер-һөлтөр генә йөрөй ине.
ҺӘЛӘБӘЙ (Р: дроги; И.: dray; T: yük arabası) и. диал.
Оҙон арба, кәлтә арбаһы. □ Дроги, долгуша. Ағас һәләбәй. Көлтәле һәләбәй. Һәләбәй һөйрәу. Һәләбәйгә һалыу.
ҺӘЛӘК [ғәр. (Р- очень; И.: very; T: pek) р.
Бик, үтә (көсәйтеу мәғәнәһе бирә). □ Очень, һәләк ауыр. Һәләк ҙур. Һәләк уңған, һәләк оҫта. Һәләк матур йырлай. Һәләк яғымлы һөйләшә. ■ Иршат һәләк һөйөндө. В. Нафиҡов. Ҡулыма алған тәуге ҡорол һәләк осло һәнәк булды. Р. Ниғмәти. Бәләкәс кенә сибек кәуҙәле, көмөрөрәк Аҡбикә өләсәһе һәләк йәл булып китте ҡыҙға. И. Ноғманов.
ҺӘЛӘК БУЛЫУ (һәләк бул-) [ғәр.
(Р: погибнуть; И.: perish; succumb; T: helak olmak) ҡ.
1. Юҡҡа сығыу; бөтөү; үлеү. □ Погибнуть, умереть. Яуҙа һәләк булыу, һуғышта һәләк булыу. М Командиры һәләк булғас, 294-се полк ваҡытлыса Кусимов ҡарамағына тапшырыла. Р. Өмөтбаев. Майгөл апайҙың ике улы герман һуғышында һәләк була. С. Поварисов. Бәғәрешкәй тауҙы алам тиеп, һәләк булды ирҙәр баштары. Халыҡ йырынан. Бик куп кеше һәләк булды, бик куп ҡан ҡойолдо, ти, был һуғышта. Әкиәттән.
2. кусм. Бик ауыр, сараһыҙ хәлгә ҡалыу; харап булыу. □ Оказаться в затруднительном положении. ■ Ни эшләһен, Йәмилә һылыу көйөнә инде, башым һәләк булды, тип көйөнә инде. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҺӘЛӘК ИТЕҮ (һәләк ит-) (Р: погубить;
И.: bring to ruin; T: helak etmek) ҡ.
1. Юҡҡа сығарыу; бөтөрөү. □ Погубить, загубить. Игенде һәләк итеу. Кешене һәләк итеу. Ҡоролоҡ яландарҙы һәләк итте. ■ Ул [диңгеҙ]беҙҙең бөтәбеҙҙе лә һәләк итергә йыйына. 3. Биишева.
2. кусм. Бик ауыр, сараһыҙ хәлгә ҡалдырыу; харап итеү. □ Поставить в затруднительное положение. Башты һәләк итеу. Һәләк итәһең бит мине.
ҺӘЛӘК ТИГӘНСӘ (Р: очень; И.: very; T: çok) р. диал.
Бик, үтә (көсәйтеу мәғәнәһе бирә). □ Очень, һәләк тигәнсә оҫта. һәләк тигәнсә матур. Һәләк тигәнсә ҡыуаныу.
714