Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 715


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘЛӘТ
ҺӘЛӘКӘТ [ғәр. (Р.: гибель; И.: ruin; T.: helaket) и.
1. Бөтә тереклекте, тормошто юҡ итә, бөтөрә торған хәл, ҡыйралыш. □ Гибель, катастрофа, һәләкәткә осрау, һәләкәттән һаклау. Һәләкәт килтереү. ■ Ер йөҙөнөң күп урындарында ваҡыт-ваҡыт көслө тетрәүҙәр булып тора. Ул ҡалаларға, ауылдарға ҙур һәләкәт һәм емерелеүҙәр килтерә. Д. Бураҡаев.
2. Ҙур ҡырылыш, бәлә. □ Катастрофа, бедствие. Аслыҡ һәләкәте, һуғыш һәләкәте. Н 1921 йылғы аслыҡ һәләкәтенән дә беҙҙе Мағаш тауы ҡотҡарҙы. Йүкә, йыла ҡайырын киптереп, он итеп күмәс бешереп ашаныҡ. Ш. Насыров. Беҙ һуғыштың бөтә дәһшәтен, бөтә һәләкәтен күҙ алдына килтерә алабыҙ. Д. Юлтый. Һуғыш майҙанындағы кескәй хата ҙур һәләкәткә килтерә. Ә. Бикчәнтәев. • Берлектә - бәрәкәт, тарҡаулыҡта -һәләкәт. Мәҡәл.
3. Фажиғәле ваҡытһыҙ үлем. □ Гибель. һәләкәткә осрау. Һәләкәткә дусар булыу. М Суд ваҡытында ул [Саҡай] бүреләй стенаға һырлыҡтырылғас, Фәғиләнең һәләкәте өсөн дә үҙе ғәйепле булыуын таныны. Б. Бикбай.
4. Үтә ныҡ ауыр хәл. □ Тяжёлая ситуация. һәләкәткә барыу. ■ [Хажиғәли:] Ил ҡарттары, ағай-энеләр, .. атайым хаҡына булһа ла, мине ошо ҡот осҡос һәләкәт упҡынынан тартып алырға тейешһегеҙ. М. Тажи. [Юламан ҡарт] Бураншаның, уның артынса бөтә ғаиләһенең һәләкәтен тағы бер ҡат өр-яңынан кисереп сыҡты.
3. Биишева.
ҺӘЛӘКӘТЛЕ (Р.: губительный; И.: pernicious; T: mahvedici) с.
1. Юҡҡа сығарғыс, ҡыйралышҡа килтергән. □ Губительный, катастрофический, һәләкәтле һуғыш. М Атыш көнө буйы барҙы, дошман яҡтар алмаш-тилмәш һәләкәтле атакаларға күтәрелде. Р. Байымов. Дүрт йылға һуҙылған һәләкәтле юлдан ҡайтһа ла, оҙон-оҙаҡ ял итеп, наҙланып ятырға йыйынмай Ирназар. Ә. Хәкимов.
2. Һәләкәткә килтерә торған. □ Беспощадный, губительный, трагический, һәләкәтле яҙмыш. ■ Аҙашҡан кешенең юлы һәләкәтле бейек ярға килеп туҡталғас, ҡайҙа барырға белмәй аптырап торғанда: «Алда юл юҡ», -тигән. Д. Юлтый.
ҺӘЛӘКӘТЛЕК (һәләкәтлеге) и. ҡар. һәләкәт. М Унда [океанда] дауыл, аҙағы яҡшы булып бөтмәй торған һәләкәтлек! «Йәшлек», 2 февраль 2008.
ҺӘЛӘМӘ (Р: старьё; И.: cast-off clothing; T: pılı pırtı) c.
Алама, иҫке, алам-һолам. □ Старьё. Һәлә-мәһе һалбырап йөрөй шунда. Һәләмә кейемле кеше килеп инде. ■ һәләмә кейемле, туҙған, былай ҙа ҡыҫҡа салбарынан [үҫмерҙең] тағы ла оҙон, ибәтәйһеҙ булып күренгән ялан аяҡтары арба һелкенгән һайын бер үргә күтәрелә, бер аҫҡа төшә. «Йәшлек», 30 август 2011.
ҺӘЛӘН-ТӨГӘН билдһ. а. диал. ҡар. фәлән-төгән. Һәлән-төгән кеше. Һәлән-төгән эш эшләп йөрөү. Һәлән-төгән, тип әрләргә тотондо.
ҺӘЛӘН-ҺӘСҠУН билдһ. а. диал. ҡар. фәлән-төгән, һәлән-һәсҡун әтрәгәләм, һәлән-һәсҡундың туғаны, һәлән-һәсҡун ерҙән килгән, ти.
ҺӘЛӘТ I [ғәр. 5JU] (Р: способность; И.: capability; T: yetenek) и.
1. Кешегә тыумыштан бирелгән нимәнелер эшләй белеү, ижад итеү ҡеүәһе. □ Способность. Бейеү һәләте. Яҙыу һәләте. Фекерләү һәләте. Һәләтте үҫтереү. Музыкаға булған һәләт. ■ Ә бына Емештең дәресте ихлас бирелеп тыңлай, әкиәт, легендаларҙы бер ишетеүҙә отоп алған шикелле, дәресте тотошлай хәтерендә ҡалдыра торған һәләте бар. 3. Биишева. Был ваҡыт эсендә Рифтең музыкаға һәләте тамам асыҡланып етте. X. Зарипов.
2. Ниндәйҙер эш-хәрәкәтте үтәү мөмкинлеге. □ Потенциал, способность. Орлоҡтоң шытыу һәләте. Илдең хәрби һәләте. ■ Федя иһә, бындай ҡараштан һуң уйлау һәләтен тамам юғалтып, бүтән һорауҙарға ла Сёма әйткәндәрҙән ситкә сыҡмай яуапланы. Ә. Байрамов. Хул-хаш ҡатмарлы тойғолар кисерҙе һәм бер аҙҙан айыҡ фекер һәләтен юғалта башлағанын тойҙо. Б. Рафиҡов. Хәйҙәр институтта һәйбәт уҡыны, үҙенең ойоштороусы һәләтен дә күрһәтте. Ғ. Хисамов.
ҺӘЛӘТ II (Р: быстро; И.: quickly; in no time; T.: çabuk) р. диал. ҡар. йәһәт.
Бик тиҙ. □ Быстро, проворно. Һәләт булыу, һәләт кенә ашау. ■ Көҙҙән һөрөп
715