ҺӘЛӘТЛЕ
ҡалдырған ерҙе лә бик һәләт кенә тырматып ташланылар. Р. Өмөтбаев.
ҺӘЛӘТЛЕ (Р.: способный; И.: able; Т: yetenekli) с.
Һәләткә (1) эйә. □ Способный, одарённый. Һәләтле бала. Һәләтле шағир. Һәләтле булыу. ■ Зирәк һәм һәләтле бала һәйбәт кенә булып уҫеп килә, бик куп китаптар уҡый, хыялдары менән киләсәккә әллә ни тиклем пландар ҡора ине. Ә. Байрамов. Беҙҙең физика уҡытыусыбыҙ Сафин ағай, Тимерҙең физикаға бик һәләтле буласағын куреп, уға айырыуса иғтибар итә башланы. Ә. Вәли.
ҺӘЛӘТЛЕК (һәләтлеге) (Р: способность; И.: capability; T.: yetenek) и.
Кешенең нимәлер эшләү, ижад итеү, булдырыу ҡеүәһе, сифаты; һәләт. □ Способность, одарённость. Ижади һәләтлек. Эшкә һәләтлек. Мәсьәлә эшләу уҡыусыларҙың фе-керләу һәләтлеген уҫтерә. ■ Салауат, ат өҫтөндә уйында ерҙә ятҡан һумлыҡты сабып килеп алып, ул һәләтлектә уҙышҡан. М. Буранғолов. Ҡарт уҡытыусының балаларҙың һәләтлеген аса торған ниндәйҙер тылсымлы асҡысы бар һымаҡ. М. Садиҡова. Сөнәғәттең тегендә-бында сабыуға һәләтлеге, егәрлелеге һәм сослоғо мастерға бик оҡшай ине. Ж. Кейекбаев.
ҺӘЛӘТЛЕЛЕК (һәләтлелеге) и. ҡар. һәләтлек. Бөтә һәләтлелекте биреу. Һәләтлелекте уҫтереу. Эшкә һәләтлелек. ■ Емеш бигерәк тә «Осто, осто!», «Беҙ, беҙ, беҙ инек» уйындарын ярата ине. Был уйындар кешенең отҡорлоғон, һәләтлелеген, туҙемлелеген һынауға ҡоролған булыуҙары менән оҡшайҙар ине уға. 3. Биишева.
ҺӘЛӘТЛӘҮ (һәләтлә-) (Р: ускорять; И.: speed up; T: hızlandırmak) ҡ.
1. Тиҙләтеү, ашыҡтырыу. □ Ускорять (работу), торопить. Эште һәләтләу. Һәләтләп эшләтеу. Һәләтләп сығарып ебәреу. V Созонов ҡарауылдан алышынғансы уҙен, хеҙмәтен, башҡаларын һәләтләне. А. Таһиров.
2. диал. Ашығыу, ҡабаланыу. □ Спешить. Һәләтләп барыу. Һәләтләп эшләу. М Әбей һәләтләп өйгә инде, ишек асыҡ, ҡарсыҡ, ҡобараһы осоп, ҡыҙын ҡысҡырып саҡырырға тотондо. «Ейәнсура таңдары», 6 июль 2013.
ҺӘЛӘТСЕЛ (Р: деловой; И.: all-business; hustler; T: yetenekli) с.
Яйын-йүнен килтереп эшләй белеүсән; уңған. □ Деловой, деловитый. Һәләтсел егет. Һәләтсел хужа. Һәләтсел хеҙмәткәр.
ҺӘЛӘТҺЕҘ (Р: неспособный; И.: incapable; T.: yeteneksiz) с.
һәләте юҡ; булдыҡһыҙ. □ Неспособный, неумелый, һәләтһеҙ кеше. ■ Тәуге минутта уҡ Саша уҙенең хәҙер инде ҡасырға һәләтһеҙ икәнен аңланы. Ә. Бикчәнтәев. Салауат йырлап туҡтағас, һәләтһеҙ шағир, идеяһыҙ бәйетселәр ул йырҙарҙы ҡайҙан өйрәнеуен һорап йөҙәттеләр. А. Таһиров. • Һәләтһеҙ һәнәк һындырыр, көсһөҙ кәрәк һындырыр. Мәҡәл.
ҺӘЛӘТ-ҺӘЛӘТ (Р: очень быстро; И.: quick; in no time; T.: çok çabuk) р. диал.
Бик тиҙ генә, йәһәт-йәһәт. □ Очень быстро. һәләт-һәләт баҫып сығып китеу. Һәләт-һәләт атлап китеп барыу, һәләт-һәләт атлап килә ятыу.
ҺӘЛӘҮЕР (Р: лопаточка; И.: spatula; Т: spatula) с. диал. ҡар. мәләү.
Үлән тамыры ҡаҙа торған үткер осло таяҡ. □ Лопаточка. Осло һәләуер. Үткер һәләуер. Һәләуер менән ҡуянтубыҡ соҡоу.
ҺӘМ [фарс. ] (Р: и; И.: and; T: hem) йыйыу терк.
Тиң дәрәжәле һүҙ һәм һөйләмдәрҙе йыйып теркәй. □ И, да, также, с. Ер һәм кук. Өҫтәл һәм ултырғыс. Әҙәм һәм Һауа. Ир һәм ҡатын.
Рус һәм башҡорт дуҫлығын һутелмәҫ итеп төйнәгән Салауат кеуек ир ҡайҙа? Р. Ниғмәти. Йоҡла, йөрәгем, йырҙар йырлармын һәм матур итеп әкиәт һөйләрмен. М. Хәй. Йәғҙә тәуге минуттан уҡ уҙен ябай һәм иркен тотто. А. Абдуллин.
ҺӘМБЕЛСӘК (һәмбелсәге) (Р: колыбель; И.: cradle; T: beşik) и. диал. ҡар. сәңгелдәк.
Йәш баланы һалыр өсөн элеп ҡуймалы итеп яһалған ҡулайлама. □ Колыбель. һәмбелсәк элеу. Һәмбелсәккә һалыу.
ҺӘМБЕРСӘК (һәмберсәге) и. диал. ҡар. сәңгелдәк. Һәмберсәк бәуетеу. Матур һәм-берсәк.
ҺӘМБҮЛСӘК (һәмбүлсәге) и. диал. ҡар. сәңгелдәк. Семәрләп эшләнгән һәмбулсәк. Бала һәмбулсәктә ята.
716