Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 718


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺӘМӘН
ҺӘМӘН II р. диал. ҡар. һаман. Һәмән бер һуҙҙе һөйләу. һәмән кәләш алмаған. Һәмән ҡайтып етмәнеңме?
ҺӘМӘНДӘЙ (Р.: здоровенный; И.: ten-carat; T.: sağlam) с. диал.
Бик ҙур. □ Здоровенный, һәмәндәй кәуҙә. һәмәндәй ир. Һәмәндәй улы бар.
ҺӘНДЕРӘ (Р.: полати; И.: sleeping-bench; T.: kerevet) и.
1. Мейес артында юғарыға күтәреп яһалған урын аҫты (ҡыш көнө бәрәс, быҙау өсөн, өҫтө төрлө кәрәк-яраҡ һалыу өсөн ҡулланыла). □ Полати. Һәндерәлә ятыу. Мейес менән йәнәшә бер һәндерә бар. ■ Самсон ҡарт туҙмәне, мейес артындағы һәндерәнән тауыш бирҙе. 3. Ураҡсин, һәндерәлә йоҡлап ятҡан улдары Буләкбай сыуал утына йылынып, тулап-тулап йоҡлай. Т. Хәйбуллин.
2. Вагон, пароход, казарма һ. б. ерҙә бейек итеп яһалған ултырыу, йоҡлау һәм нәмәләр ҡуйыу өсөн эшләнгән махсус урын. □ Полка, кровать. ■ Бикбулат һәндерәнән һикереп төшөп, вагон ишеген доңғорлатып асып ебәрҙе. Р. Ғабдрахманов. Һалдат вагонының ике яртыһына ла икешәр ҡат һәндерәләр яһалған. М. Кәрим. Сержанттың аптыраулы ҡарашы һикеләге һәм һәндерәләге егеттәрҙе айҡап утте. А. Мағазов.
3. Йәшелсә һ. б. ҡарауыллағанда тирә-яҡты алыҫтан күреү өсөн юғары күтәреп яһалған урын. □ Навес. Ҡарбуз, ҡауынды бабайҙар һәндерә һалып ҡарауылланылар. ■ Алдан уҡ, бер нисә урында, ағас башына уңайлы итеп ныҡлы һәндерә эшләп ҡуябыҙ, ваҡыты еткәс, һунарсы шунда менеп ҡарауыллап ултыра. Г. Яҡупова.
4. диал. Лапаҫ, әүеҫлек. □ Навес, сарай, лабаз. ■ Аҙбарға ингәс, [Кәйум] ҡараҡ кеуек уңға-һулға ялт-йолт ҡаранды, һәндерәнән аттарға бесән төшөрөп ятҡан Йомабайҙы, ҡулы менән ымлап, ҡараңғы мөйөшкә саҡырып алды. Ғ. Лоҡманов.
5. диал. Мунсала менеп сабыныу, ҡыҙыныу өсөн эшләнгән бейек урын; эләүкә. □ Полок (в парной). Һәндерәлә сабыныу. Һәндерәгә менеу. һәндерәлә йыуыныу.
6. диал. ҡар. урҙа. Һәндерәгә элеу. Һәндерә эшләп ҡуйыу. Һәндерәгә ҡаралды элеу.
7. диал. Һауыт-Һаба һ. б. кәрәк-яраҡ ҡуйыу өсөн стенаға эшләнгән таҡта кәштә. □ Полка
для посуды, һәндерәгә һауыт-һаба ҡуйыу. Ағас һәндерә. Сынаяҡтар һәндерәгә ҡуйылған.
8. диал. Өйгә инә торған таҡта баҫҡыс; тупһа, күтәрмә. □ Крыльцо. Һәндерә эшләу. Һәндерә таҡтаһы. Һәндерәне йыуыу.
ҺӘНДӘСӘ [ғәр. 4 (Р: геометрия;
И.: geometry; T.: hendese) и. иҫк.
1. Математиканың арауыҡтағы формаларҙы һәм еҫемдәрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәтен өйрәнә торған бүлеге; геометрия. □ Геометрия. Башланғыс һәндәсә. ■ Мөхәррәм йәнә бер баланы сығарып, унан «һәндәсә» тигән фәндең нимә өсөн кәрәк икәнен һораны. Ж. Кейекбаев.
2. Инженерлыҡ эше. □ Инженерное дело. Һәндәсә нигеҙҙәре. Һәндәсәне өйрәнеу. һәндәсә буйынса белгес.
ҺӘНҮЗ р. ҡар. һаман. ■ Мансурҙың куңеле һәнуз Бәлйәне уйлай, ике куҙе Бәлйәне куҙләй ине. Ә. Иҫәнбирҙин. Мине мәғзур курегеҙ: миндә һәнуз мөхәббәттең ни икәнен ысынлап белеу юҡ. М. Ғафури.
ҺӘНҮС р. ҡар. һаман. Һәнус һине уйлайым. Һәнус һине генә яратам. Һәнус һин тип йәндәр атам.
ҺӘНӘК (һәнәге) (Р: вилы; И.: pitchfork; T.: yaba) и.
1. Бесән, һалам һ. б. сәнсеп алыу, таратыу өсөн хужалыҡта ҡулланылған оҙон һаплы, саталы эш ҡоралы. □ Вилы. Ағас һәнәк. Тимер һәнәк. Өс саталы һәнәк, һәнәк һабы. Кәлтә һәнәге. Кубә һәнәге. Кукрәк һәнәге. Ос һәнәге. Төп һәнәге. М Барый, мөйөштә һөйәуле торған һәнәк менән көрәкте алып, ҡураға сыҡты. Р. Ғабдрахманов. Алмабикәгә уҙенән ике тапҡыр оҙонораҡ өс саталы ағас һәнәк менән йәйге эҫелә көн буйы кубә кубәләуе, әлбиттә, еңел булманы. Р. Өмөтбаев. • Һәләтлене һәнәк тотоуынан куреп була. Әйтем. Һәнәге ҡыйбат тугел, йөпләгәс ҡыйбатлана. Әйтем.
2. этн. Башҡорт ырыуында тауҙылар, сүкәнәй һ. б. аймаҡтарҙың тамғаһы. □ Вилы (тамга некоторых башкирских родов). М Һәр ырыуҙың уҙ тамғаһы булған. Мәҫәлән, тәлтимдәрҙең - һәнәк, тәтәгәстәрҙең -тараҡ, ҡармыштарҙың - ҡаҙ тәпәйе, ә мишәр -юрматыларҙың сыбыҡ кеуек. «Йәшлек», 10 июнь 2010.
718