ҺӘПЕРӘТКЕ
ҺӘПЕРӘТКЕ (Р.: медлительный; И.: slow; sluggish T.: ağır) с. диал. ҡар. ығыш.
Яй ҡуҙғалыусан. □ Медлительный, копотливый. Һэперәтке бала. Һәперәтке ҡатын. Һәперәтке һыйыр. Һэперәтке бейә.
ҺӘПКӘН (Р.: бурелом; И.: windfall; Т.: devrik ağaçlar) и. диал. ҡар. эләгет.
Ел-дауыл ауҙарған ағас. □ Бурелом. Һәпкән кубәйгән. Урман һәпкән менән тулған. Һәп-кәнле урман.
ҺӘПМӘ (Р: широкая оборка; И.: broad frill; T.: geniş farbala) и. диал.
Ҡатын-кыҙ күлдәгенең итәк осона һалынған киң ҡатмар. □ Широкая оборка, пришиваемая складками или сборками к платью. Һәпмә һалып тегеу. Кулдәк һәпмәһе. Һәпмәле кулдәк.
ҺӘПРӘ с. ҡар. шамтыр. Һәпрә ҡатын. Һәпрә килен. Һәпрә ҡәйнә. И Йәшәп ята, ти, бер әрпеш бабай менән һәпрә ҡарсыҡ. Ф. Яхин.
♦ һәпрәһе ҡойолоу бысраҡ, әрпеш булыу йәки насар, алама кейенеү. □ Быть неряшливым. һәпрәһе ҡойолоп йөрөй. J Ауыҙҙарын салшайтып, хәҙер һәпрәһе ҡойолоп, сәсе ялбырап, йыртыҡ калуш кейеп саҡ атлап китеп барған Сибәр еңгәйемде оҙатып ҡала инеләр [ауыл халҡының ҡай берәуҙәре]. Н. Алсынбаева.
ҺӘПРӘЙЕҮ (һәпрәй-) (Р: быть неряшливым; И.: be slovenly; T.: çapaçul olmak) ҡ.
Йыйнаҡһыҙ, шамтыр булыу. □ Быть неряшливым, неаккуратным. И Хаҡым юҡ һәпрәйеп йоҡлап ятырға, ябынып ғәмһеҙлек юрғанын. Ш. Бикҡол. [Мөлөк ҡарт:] Алама булһаҡ та, һәпрәйеп йөрөһәк тә, беҙҙең ҡәҙеребеҙ тейер. Т. Хәйбуллин.
ҺӘПРӘЛЕК (һәпрәлеге) (Р: неряшливость; И.: untidiness; negligence; T.: çapaçulluk) и.
һәпрә булыу. □ Неряшливость, нечистоплотность. ■ Һәпрәлекте ене һөймәй ине Әхтәмдең. Ә. Хәкимов.
ҺӘПРӘЛЕҮ (һәпрәл-) ҡ. ҡар. шамтырау. Һәпрәлеп йөрөу. Һәпрәлеп йәшәу. Һәпрәлеп китеу.
ҺӘПРӘЛӘНЕҮ (һәпрәлән-) (Р: быть не ряшливым; И.: be slovenly; T.: şapşal olmak) ҡ.
Йыйнаҡһыҙ, шамтыр булыу. □ Быть неряшливым, нечистоплотным. Һәпрәләнеп йөрөгән берәу.
ҺӘПРӘНЛӘҮ (һәпрәнлә-) (Р: бездельничать; И.: loaf; idle; T.: aylak aylak dolaşmak) ҡ.
Эшһеҙ, буштан-буш йөрөү. □ Бездельничать. Һәпрәнләп йөрөу. Һәпрәнләргә ваҡыт юҡ. Һәпрәнләп йөрөмә, эш эшләп өйрән.
ҺӘПРӘТКЕ (Р: медлительный; И.: slow; T.: mızmız) и. диал. ҡар. ығыш.
Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыусан. □ Медлительный, копотливый. Һәпрәтке бала. Һәп-рәтке егет. Һәпрәтке ҡатын.
ҺӘПТЕК (һәптеге) (Р: свалка; И.: waste deposit; dump; T.: çöplük) и. диал. ҡар. сүплек.
Сүп түккән урын. □ Свалка. Һәптеккә ташлау. Һәптекте яндырыу. Һәптекте кәртәләп ҡуйҙылар.
ҺӘПТЕРЕҮ (һәптер-) (Р: пришить что-л:, И.: sew down; T.: dikmek) ҡ. диал.
Бер-ике урындан тегеп, эләктереп ҡуйыу.
□ Пришить что-л. Һәптереп ҡуйыу, һәпте-реп алыу. Кулдәк итәген һәптереп алдым.
ҺӘПТЕРКӘ (Р: широкая оборка; И.: broad frill; T.: geniş farbala) и.
Ҡатын-кыҙ күлдәгенең итәк осона һалынған киң ҡатмар. □ Широкая оборка, пришиваемая складками или сборками к платью. Киң һәптеркә. Һәптеркә һалып тегеу. Һәптеркәле кулдәк.
ҺӘПТЕРКӘЛӘТЕҮ (һәптеркәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. һәптеркәләү, понуд. от һәптеркәләү. Кулдәкте һәптеркәләтеу. Һәптеркә-ләтеп алыу. һәптеркәләтеп ҡуйыу.
ҺӘПТЕРКӘЛӘҮ (һәптеркәлә-) (Р: делать широкие оборки; И.: make broad frills; T.: geniş farbala dikmek) ҡ.
һәптеркә һалыу, һәптеркә тотоу. □ Делать широкие оборки. Оҫта һәптеркәләу. Матур итеп һәптеркәләу. Кулдәкте һәптеркәләп тегеу.
ҺӘПТЕРМӘ (Р: широкая оборка; И.: broad frill; T.: geniş farbala) и. диал.
Ҡатын-кыҙ күлдәгенең итәк осона һалынған киң ҡатмар. □ Широкая оборка, пришиваемая складками или сборками к платью. Кулдәк һәптермәһе. һәптермә һалып тегеу. һәптермәһен икенсе төҫтән тегеу.
ҺӘПТӘЛӘНЕҮ (һәптәлән-) (Р: поступать опрометчиво; И.: be rash; T.: düşüncesizce davranmak) ҡ. диал. ҡар. алабарманланыу.
720